19.02.2011 Сифатлыһын табыуы ҡыйын
Баҙарға сыҡһаң, һатыусыларҙан бер генә зар ишетәһең – «сифатлы картуф юҡ», йә «ауыл халҡында һатыуға сығарырлыҡ һыйыр ите юҡ». Ысынлап та, картуф һатып алыусы һәр кем белә – быйылғы картуфтың йә тышы серек, йә эсе боҙолған. Әллә ситтән килтерелгәнгә шулай, әллә ҡоролоҡ арҡаһында. Сифатлыһын табыуы бик ҡыйын. Баҙарҙа һатыусылар ауыл хужалығы йәрминкәләрен әллә ни өнәп етмәй. Дәғүәселек кемгә оҡшаһын... Үткән аҙнала Өфөлә ойошторолған ит йәрминкәләрендә алыпһатарҙар сауҙаға сығырға тейеш булмаһа ла, ундағы иттең хаҡы баҙарҙағыһынан әллә ни айырылманы. Шулай ҙа аҙ ғына булһа ла арзаныраҡ һәм ауылдан килтерелеүе, тимәк, сифатлыраҡ булыуы менән айырылып торҙо.
Түбәндәге таблицала хаҡтар 18 февралгә ҡарата баш ҡаланың «Красин» баҙары миҫалында бирелгән.
Хаҡтар – һумда
«Импра» сәйе (100 гр) 34 – 35
ҡырмыҫҡалы икмәге 18
«Столовый» икмәге 21,50 – 22
Баҡалы сыры 260 – 265
ҡаҙылыҡ 276 – 280
ҡаҙы 525 – 530
Макарон изделиелары 26 – 40
Шәкәр 40
Дөгө ярмаһы 32 – 48
ҡарабойҙай ярмаһы 90
Манный ярмаһы 24 – 25
«Перловка» ярмаһы 19 – 20
Тары ярмаһы 42 – 43
Йылҡы ите
(һайланғандан ҡалғаны) 160 – 180
Һыйыр ите 220 – 270
Сусҡа ите 170 – 220
Һыйыр итенән фарш 240
Тауыҡ ите 90 – 110
Күркә ите 225 – 230
Индоутка 180 – 190
Тауыҡ боттары 75 – 90
Терпуг балығы 95 – 130
Көмрө балыҡ 130 – 155
Скумбрия балығы 95 – 150
Сайда балығы 105 – 110
Ыҫланған скумбрия
балығы 250 – 260
10 дана йомортҡа 32 – 38
Кәбеҫтә 40
Һуған 40 – 42
Кишер 30 – 35
ҡыҙыл сөгөлдөр 40 – 45
Картуф 30 – 50
ҡыяр 150 – 155
Лилиә СИРАЕВА.