19.02.2011 Был аҙнала беҙҙе...
ҡайғыға һалды...
Вьетнамдың Халонг боғаҙында 30 кешенән торған судно һәләкәткә осраған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 12 кеше һәләк булған, 15 кешене ҡотҡарып өлгөргәндәр. Суднола Рәсәй, Япония, Италия, АҡШ, Германия, Франция, Голландия туристары булған.
һөйөндөрҙө...
РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин авиакәрәсингә һәм һауа транспортына хаҡтарҙы кәметергә ҡушҡан. Ул шулай уҡ төбәк һәм федераль органдарҙан электр энергияһына тарифтарҙы күтәреүҙе 15 проценттан да арттырмауҙы талап иткән.
Өмөт уятты...
2014 йылға тиклем транспорттағы хәүефһеҙлек өсөн 47 млрд һум аҡса бүленәсәк. «Домодедово» аэропортындағы теракттан һуң Президент Дмитрий Медведев транспорт объекттарында хәүефһеҙлекте көсәйтергә ҡушҡайны. РФ транспорт министры Игорь Левитин, һауа һәм тимер юл транспортының үҙенең һаҡ хеҙмәтен булдырырға кәрәк, тип иҫәпләй.
Уйға һалды...
2006 йылда Рәсәйҙә 1 млн 480 мең бала тыуһа, былтыр 1 млн 790 мең сабый донъяға килгән. 15 йылда тәүге тапҡыр ил халҡының 10 мең кешегә артыуы күҙәтелгән.
Былтырғы эҫе һәм ҡоро йәйҙә үлем осраҡтары күпләп теркәлгән. Өс ай эсендә илдә 14 мең кеше вафат булған.
Хайран итте...
Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре Мәскәү өлкәһе Пушкин районы эске эштәр идаралығының өс офицерына ҡарата ҡомарлы уйын бизнесына ярҙам иткән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Был эш буйынса өлкә прокуроры Р. Мохов та ғәйепләнә.
Аптыратты...
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә һалҡындар 1 мартҡа тиклем торасаҡ. Арктик һауа тулҡыны тәьҫирендә 34 – 35 градусҡа тиклем һалҡынайтасаҡ.