RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 14-20 февраль

12.02.2011 Йондоҙнамә 14-20 февраль

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Үҙ тойғоларығыҙға сумып йәшәрһегеҙ. Шуның арҡаһында ҡайһы бер ваҡиғаларҙы күрмәй ҡалыуығыҙ ҙа бар. Әммә кешеләр менән аралашыуҙа һиҙгерлегегеҙ артыр һәм һеҙҙе бер кем дә алдай алмаҫ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Бер аҙ ҡаршылыҡлы осор. Шәхси мөнәсәбәттәргә ниндәйҙер ҡурҡыныс янай кеүек. Икенсе яҡтан, матди мәсьәләләрҙе хәл итергә шарттар тыуыр. Һаулығығыҙ күҙгә күренеп нығыныр һымаҡ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Аҙна барышында ҡайһы бер элек аңламаған хәл-ваҡиғалар асыҡлана башлар, моғайын. Кесе йомала етди ҡарарҙар ҡабул итергә ашыҡмауығыҙ дөрөҫөрәк булыр. Абруйлы кешеләр менән бер ниндәй дәғүәләргә инмәҫкә ҡушыла.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Үҙ фекерегеҙҙе туранан-тура белдереү өсөн мөмкинлектәр тыуыр. Бәғзеләр менән араларҙы бөтөнләйгә өҙөргә лә тура килер, бәлки. Был еңел түгел, ләкин яҡшыға булыр.
Буға (21.04 – 21.05)
Аҙна барышында үҙ һәләттәрегеҙҙе күрһәтеү өсөн уңайлы мәлдәр сығып торор. Шаршамбыла килеп сыҡҡан шарттарҙан файҙаланып ҡалырға тырышығыҙ. Йомалағы хәлдәрҙең асыҡланыуын көтөгөҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Шишәмбе, ғөмүмән, осор башы ыңғай ваҡиғалар, өмөтлө осрашыуҙар менән айырылып торор. Кесе йомала ҡунаҡ булырһығыҙ йәки үҙегеҙ ҡунаҡ ҡабул итерһегеҙ. Йома – икеле көн, табыштар ҙа, юғалтыуҙар ҙа булыуы ихтимал.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Күптән түгел генә аңламаған хәлдәрҙең айышына төшөнә башларһығыҙ, моғайын. Шаршамбыла һеҙгә нимәлер шикле күренеүе бар. Ошо мәлдә тәжрибәле кешенең ярҙамы зыян итмәҫ. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Осор белем һәм тәжрибә арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Шишәмбелә бер кем менән дә дәғүәгә инмәҫкә тырышығыҙ. Аҙна кеше араһында абруйығыҙҙы арттырыу өсөн уңайлы. Тик бик һаҡ, маҡсаттарығыҙҙы тулыһынса асмай ғына эш итегеҙ.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Өмөтлө аҙна. Икеләнмә­йенсә иң ауыр эштәргә тотона алаһығыҙ. Төҙөлөш йәки ремонт эштәре бигерәк тә яҡшы барасаҡ. Кесе йомала бүләк алыуығыҙ ихтимал. Шәмбелә онотолған мәсьәләнең яңынан ҡалҡып сығыуы бар.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Дөйөм алғанда, көндәр тотороҡло булырға оҡшамай. Дүшәмбеләге яҡшы яңылыҡтарҙан һуң артыҡ йомшарып китеүегеҙ бар. Шар­шам­была эштә лә, өйҙә лә ҡатмарлы хәлдәр булыуы ихтимал. Әүҙем­легегеҙ артыҡ файҙа килтермәҫ һымаҡ.
Саян (24.10 – 22.11)
Аҙнаны яҡшы кәйеф менән ҡаршыларһығыҙ. Бер юлы бер нисә етди эште башҡарыу теләге лә тыуыр, бәлки. Шаршамбынан һуң дөйөм хәлегеҙ үҙгәрер, моғайын. Һәр саҡ ваҡыт етмәүе һиҙелер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
ҡәҙимге, яҡшы таныш эштәр­ҙе башҡарғанда ла ҡы­йын­лыҡ­тарға осрарһығыҙ һымаҡ. Тормошоғоҙға ниндәй­ҙер яңылыҡ индереүгә мохтажлыҡ тойорһоғоҙ, буғай. Кесе йомала бәләкәй, ләкин бик кәрәк әйберегеҙҙе юғалтыуығыҙ ихтимал.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”