RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Нурҙарҙан торған Гөлнур

15.02.2011 Нурҙарҙан торған Гөлнур

Нурҙарҙан торған ГөлнурЕйәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылы тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ята. Сылтырап Өҫкәлек йылғаһы аға, тауҙарға һырынып йүкә, имән, уҫаҡ, ҡайын ағастары үҫә. Шундай матур ерҙә хисле, моңло, талантлы кешеләр тыуа. Унда республикала киң билдәле сәхнә оҫталарынан Мәғфирә Ғәлиева, Рәсүл ҡарабулатов тыуып үҫкән. Фәһим ағай менән Гөлбаныу Сәйфетдиновтар ғаиләһендә бишенсе бала булып тыуған Гөлнурға бәләкәйҙән, артист булыр был бала, тип һоҡлана күрше-тирә. Ул теремек тә, шаян да, көләс тә булып үҫә. Атаһы менән бергә йөрөп, бөтә ауыр эштәрҙе лә эшләргә өйрәнә. Уны шуға «Фәһимдең малайы» тип йөрөтәләр. Мал-тыуар ҡарау тиһеңме, бесән әҙерләүме, аттарҙы ҡарашыу­мы – һәр саҡ ярҙамлаша. Һыбай сабырға ярата, феләктәр тейәлгән арбала ҡысҡырып йырлап йөрөй.
Фәһим ағай ауылдың киномеханигы була. ҡыҙына үҙенең будкаһында урын эшләп бирә, Гөлнур бер фильмды ла ҡалдырмай ҡарап бара. Ауылда элек бала-сағаны клуб тирәһенән уҡытыусылар ҡыуып ҡына тора ине. Икенсе көндө Гөлнурҙың мәктәп көнө мөйөштә баҫып тороуҙан башлана, уға мәктәп ҡағиҙәһен боҙғаны өсөн шундай яза бирелә. Матур итеп кейенеү, сәсте ҡупшы итеп ҡуйыу, сатнатып һөйләшеү ғәҙәте ҡыҙы­ҡай­ға кино героинялары аша күсә.
Гөлнурҙы бала ғына ваҡытынан беләм. Уның бар эште еренә еткереп, ныҡ тырышып эшләгәненә аптырай торғайным. Уҡығанда ла балаларса булмаған маҡсат менән сәмләнеп уҡыны. 1 – 2-се класта уҡығанда бик насар ғына өлгәшә ине. Өсөнсөлә, уянып киткәндәй булып, бер аҙ ғәрләнеп, тырышып уҡырға кереште. Гел беренсе булырға тейешмен, тигән маҡсат ҡуйғандыр, моғайын.
Мәктәп сәхнәһе Гөлнур өсөн хыялын тормошҡа ашырыу мөмкинлегенә әйләнә. Ун беренсе класты ауыл мәктәбендә тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға китә. Режиссура бүлеген уңышлы тамамлап, Мәләүез ҡалаһына эшкә юллана.
Беренселәрҙән булып ҡалала башҡортса концерттар алып бара, төрлө кимәлдәге байрам тамашалары ла башҡортлаштырыла, беренсе тапҡыр башҡорт телендә туйҙар үткәреү йолаһы барлыҡҡа килә. Райондың мәҙәни тормошон сөм ҡара бөҙрә сәсле көләкәс ҡыҙыҡайҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайҙар. Эше нисек кенә күп булмаһын, Гөлнур артабан үҙенә юғары белемгә эйә булыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Шуға Силәбе мәҙәниәт академияһының режиссура бүлегенә ситтән тороп уҡырға инә. Бәләкәс кенә улы Хамматты йә әсәһенә, йә туғандарына, йә күршеһенә ҡалдырып булһа ла, тырышып уҡый ул. Маҡсатҡа ирешеү еңел генә түгел шул. Мәҙәниәт бүлегенең бер ниндәй нормаларға ла һыймаған бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле эше, аҙна аҙағында ҡайҙалыр барып туй, юбилей үткәреү... Тормош уны үҙе профессиональ тамада итеп таныта. Әле һанап ҡараһа, Мәләүез ҡалаһында ғына бөтәһе биш йөҙ егерме дүрт туй үткәргән икән. Кәләштәр менән кейәүҙәр инде әллә нисәмә балалы булып бөтһә лә, Гөлнурҙы һаман танып торалар, күргәндә, туҡталып, хәл-әхүәлен һорашалар. Һуңғы йылдарҙа Гөлнур Ғөбәйҙуллина Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Сибай, Нефтекама, Дәүләкән ҡалаларында ла гөрләтеп эшләп ҡайта. Уның ике телдә лә оҫта итеп һөйләүе, милли йолаларҙы белеүе, һәр нәмәне ниндәйҙер юғары зауыҡ, сама менән эшләүе һоҡландыра күптәрҙе. Һүҙ һөйләгән арала зыңлатып йырлап ебәреүе, бар булмышы менән ятҡа шиғырҙар һөйләүе, мәҡәл-әйтемдәре бик урынлы килеп сыға.
Гөлнур Ғөбәйҙуллина – ысын мәғәнәһендә заман ҡыҙы. Ул һәр минутты ҡәҙерләп, бүлеп йәшәй белә. Заманса булайым әле тип, эсеү, тартыу тигән уй башына ла инеп сыҡмай. Кәрәк булғас, машина йөрөтөргә лә өйрәнеп алды. Өфө урамынан ҡыҙыл төҫтәге «Пежо» машинаһының артына «тамада» тигән реклама менән телефон номеры яҙылһа, руль артында яҡты йөҙлө, күҙҙәре нур сәсеп торған нәзәкәтле ханым ултыра икән, ул Гөлнур Ғөбәйҙуллина булыр. Ул бөгөн Өфөнө яулай. Йүгереп кенә йөрөп үҙ мәшәҡәттәрен яйлай, улы Хамматҡа төплөрәк белем биреү уйы менән мәж килә. Әсәһенә, туғандарына төп терәк булып, һәр береһенең тормошона еңеллек килтереп, ярҙам итергә тырыша. Гел нур сәсеп торған Гөлнурҙы урап үтмәгеҙ, табындарығыҙ ысын мәғәнәһендә байрам булһын тиһәгеҙ, саҡырығыҙ уны. Һис кенә лә үкенмәҫһегеҙ.

Рәсимә УРАҡСИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”