RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр...

15.02.2011 Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр...

Мәсғүт һәм Венера Ситдиҡовтарҙың башланғыс капиталһыҙ ҙа үҙ эшен асып ебәреүе башҡалар өсөн миҫал
Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр...Күмәк хужалыҡ – колхоз-совхоздар бөткәнгә ни заман, ә ауыл халҡы һаман үҙ аллы йәшәү әмәлен таба алмай интегә. Хәйер, бөтә ауыл халҡы тураһында былай тип әйтеп булмай, шулай ҙа күптәр «алма беш – ауыҙыма төш» принцибынан ары китә алмай аҙаплана. Берәй кәсепкә йәки, күпселек шикелле, алып-һатыу эшенә тотонор ине, әлеге лә баяғы, башланғыс капитал юҡ. Ә бына мин танышҡан ирле-ҡатынлы Венера менән Мәсғүт ҡорҙаштарым, ҡала ерендә эшһеҙ ҡалғас, бер ҙә тинтерәп йөрөмәгән: тәүәккәлләгән дә, башлан­ғыс капиталһыҙ, «блат»һыҙ-ниһеҙ эш башлаған да ебәргән. Әлеге көндә аҡсаға, алтынға мансылып йәшәмәһәләр ҙә, көндәлек йәшәү-көнкүреш өсөн эшләп тапҡандары етеп тора.
Баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһенең бер мөйөшөнән барып таптым мин уларҙы. Бер ҡатлы бина Ситдиҡовтарҙың ҡуртымға алған мебель, дөрөҫөрәге, диван-креслолар эшләү цехы булып сыҡты. Артыҡ ҙур булмаған ике бүлмәнең береһендә дивандарҙың ағас һөлдәһен йыйһалар, икенсеһендә улар­ға «тун» кейҙерәләр. Венера менән Мәсғүттең эш башлап ебәргәндә ҡулдарында бер тин аҡса ла, материалдары ла булмаған. Иң мөһиме – идеялары булған һәм ҡулдары эш белгән: ғаилә башлығы эш ҡоралдары, ә Венера тегенсе эшенә маһир.
Бәләкәй генә бизнестарын кешеләргә туҙған диван-креслоларын, тахталарын ҡайтанан терге­ҙергә ярҙам итеү­ҙән башлаған улар.
Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр...– Кеше иҫке-боҫҡо әйберҙәренән бик айырылып бармай. Сөнки һәр әйберҙең үҙ «тарихы» бар, йә улар берәй хәтирәгә бәйле. Шунлыҡтан беҙҙең хеҙмәт бик кәрәкле булып сыҡты. Икенсе яҡтан, яңы мебель алыуға ҡарағанда иҫкеһен яңыртыу арзаныраҡҡа ла төшә, – тип һөйләп алып китте Ве­нера. – Тәүҙә ту­ғандарға, таныш-белештәргә дивандарын яңыртып биргәйнек, шунан яйлап эш «тоҡанып» китте. Берәүҙән күрмәк икенселәр мөрәжәғәт итте. Шул рәүешле бер аҙ баш-күҙ алғас, ошо цехты асып ебәрҙек. Өфөнән дә, яҡын тирә райондарҙан һәм ауылдарҙан да заказдар килә башланы. Күптәр үҙ проектын, дизайнын тәҡдим итә, беҙҙең өсөн был бигерәк тә ҡулай. Ни тиһәң дә, ассортиментты төрлөләндереү мөмкинлеге арта.
Был эштә әллә ниндәй ҡиммәтле эш ҡоралы ла кәрәкмәй икән: барлығы ағас эшкәртеү, «бесеү-ҡырҡыу» станогы, дрель, пневмо-пистолет, сүкеш һәм... оҫта ҡулдар! Әлбиттә, көп тегеү өсөн теген машинаһы. Мебел­дәрҙең үлсәме буйынса киҫелгән әҙер шаблондар, көптәре өсөн лекалалар йәһәннәм – шуларҙы еренә еткереп ҡуллана белеү генә фарыз. Ә ирмен тигән ирҙең ҡулынан бындай ғына эштәр килерлек, эйеме?
Күҙ ҡурҡаҡ, ҡул батыр, тигән боронғолар. Һәр эшкә тотонорға мөмкин, тик тәүәккәллек һәм теләк кенә кәрәклегенә инандым мин Ситдиҡовтар миҫалында.

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
АВТОР фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”