12.02.2011 Был аҙнала беҙҙе...
Хәүефләндерҙе...
Находканан Таяма Шинкай портына юлланған 12 кешенән торған «Александра» судноһы Көньяҡ Корея ярҙары буйында фажиғәгә тарыған.
Бер моряк ҡына иҫән ҡалған, ҡалғандары һәләк булған. Фаразлауҙарынса, ул башҡа судно менән төкөшкән.
һағайтты...
АҡШ-тың Флорида штаты университеты алып барған статистика буйынса, һуңғы 10 йылда акулаларҙың кешегә ташланыу осраҡтарының иң күбе 2010 йылда теркәлгән.
79 ваҡиғала 6 кеше үлгән. Фажиғәләрҙең күбеһе АҡШ, Австралия ярҙарында теркәлгән.
Аптыратты...
РФ Эске эштәр министрлығы, милицияны полицияға үҙгәртеү 2,2 миллиард һумға төшәсәк, тип белдергәйне.
Һуңынан Финанс министрлығында 2011 йылға реформа положениеларының бер нисәһе өсөн сығымдар бүленмәгән булып сыҡты. Дөйөм алғанда, Эске эштәр министрлығында барған үҙгәрештәр илгә 217 миллиард һумға төшәсәк.
Тетрәндерҙе...
Тәфтишселәр «Домодедово» аэропортында үҙ-үҙен шартлатҡан кешенең Ингушетиянан 20 йәшлек Магомед Евлоев булыуын асыҡлаған.
Уның менән бергә теракт актын ойоштороуҙа ҡатнашҡан Аджам Ганжиев та ҡулға алынған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары, терроризм, үлтереү, ҡорал һәм шартлатҡыс һаҡлауҙа ғәйепләп, Евлоевтың туғандарын – 16 йәшлек Фатиманы һәм 15 йәшлек Әхмәт Евлоевты, 23 йәшлек Умар Аушевты һаҡ аҫтына алған.
Уйға һалды...
Дәүләт Думаһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген үтәмәгән һәм автотранспорт хәрәкәтенә ҡамасаулаған өсөн штрафтар күләмен арттырыу мәсьәләһен тикшерҙе.
Светофорҙың ҡыҙыл утына үткән, тротуарҙа машинаһын ҡуйған водителдәргә штраф 1 мең һум буласаҡ.