RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ниһайәт, тыуған илдә!

05.02.2011 Ниһайәт, тыуған илдә!

Ниһайәт,  тыуған илдә!Республика етәкселеге ярҙамы менән Мысырҙағы Башҡортостан студенттары тыуған яҡтарына ҡайтты
Мысырҙағы хәл ҡуйырғандан-ҡуйыра бара. Киң күләмле тәртипһеҙлектәр арҡаһында ҡорбан булыу­сылар һаны ла арта. Һуңғы яңылыҡтарҙы радио-телевидение, матбуғат баҫмалары аша күҙәтеп барабыҙ. Хәл-ваҡиғаларҙың көндән-көн киҫкенләшә барыуы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. Ә был ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргән шаһиттар ҙа бар бит. Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының йүнәлтмәһе буйынса республикабыҙҙан 50 студент ҡаһирә ҡалаһында «Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университетында уҡый. Бәхеткә күрә, ошо көндәрҙә улар имен-аман тыуған илебеҙгә ҡайтып төштө.
Мысырҙа тәртипһеҙлектәр башлан­ғас, «Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университетында уҡып йөрөүсе беҙҙең егеттәр, тыуған илгә ҡайтыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап, республика етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Уларҙың үтенесенә битараф ҡалмай республика етәкселеге, тиҙ арала саралар күрә башлай. Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов күрһәтмәһе буйынса Мысырға махсус самолет ебәрелә, һәм ул 132 кеше менән 3 февралдә «Өфө» халыҡ-ара аэропортына килеп төштө. Пассажирҙар араһында, Башҡортостан студенттарынан тыш, Татарстан, ҡабарҙы-Балҡар Рес­публикалары, Ырымбур, Ниже­городка, Пенза, Ульяновск, Силәбе өлкәләре, Приморье крайы һәм Мәскәү кешеләре лә, мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа бар. Мысырҙан ҡайтыусы яҡташтарыбыҙ менән шунда уҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та осрашты, уларҙың хәле, сәләмәтлеге, уй-пландары менән ҡыҙыҡһынды. Әйткәндәй, Рөстәм Зәки улының ҡаһирәнән ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ менән осрашыуы алдан планлаштырылмаған була, шулай ҙа Президент уларҙы күреп һөйләшергә ваҡыт таба.
– Студенттарҙан хәбәр алғас та, барыһын асыҡлағансы, бер-ике көн ваҡыт үтте. Сөнки беҙ нисә кеше ҡайтырға теләүен белмәйенсә тороп самолет ебәрә алмайбыҙ. Әлбиттә, беҙгә РФ Сит ил эштәре министрлығы, Мысырҙағы Рәсәй вәкиллеге ҙур ярҙам күрһәтте, беҙ килешеп эш иттек. Мәҫәлән, самолет ебәреү тураһында һүҙ булғас та, улар ҡайтыр­ға теләге булған Рәсәйҙең башҡа төбәк вәкилдәрен дә алыу мәсьә­ләһен күтәрҙе. Әлбиттә, теләге булғандарҙың барыһын да алырға әҙер инек, – тип белдерҙе БР Президенты Хакимиәте башлығы урынбаҫары Әббәс Ғәлләмов Рәсәй граждандарының ҡаһирәнән ҡайтыуына арналған матбуғат конференцияһында.
Конференцияла ҡатнашыусы студенттар ҙа, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Сәйәхов та, оператив саралар күрелеп, студенттарға ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтелгәне өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Әйтергә кәрәк, шундай ҡатмарлы хәлдә Башҡортостан егеттәре үҙҙәре лә юғалып ҡалмай, паникаға ла бирелмәй, ә мәсьәләне аңлап, дөрөҫ эш итә. Самолет буласағы тураһында хәбәр алғас та, улар ойоштороу эштәренә тотона, бер-береһенә шылтыратып, ҡасан, нисек аэропортҡа барыу мәсьә­ләһен хәл итә. Башҡорт егеттәре йәшәгән фатир был көндә штаб-квартира ролен үтәй. Кемдәрҙең аэропортҡа барыу мөмкинлеге булмай (сөнки такси хаҡтары ул көндәр­ҙә ике-өс тапҡырға күтәрелә), улар­ҙың барыһы ла шунда йыйыла.
– Юлға йыйынып сығып китеү өсөн беҙгә 5 – 6 сәғәт ваҡыт китте, сөнки барыһын, шылтыратып, йыйырға, икенсе ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы ла көтөргә тура килде. Лицейҙа эшләгән танышыбыҙҙан автобус һораныҡ. Ул беҙҙең үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы, ике автобус биреп торҙо. Шул автобус­тарға тейәлеп, аэропортҡа тиҙ үк барып еттек. Юлда ҡаршылыҡтар булманы, ғөмүмән, сит ил граждандарына илдән сығып китеү өсөн тотҡарлыҡтар юҡ. Кемдәр такси менән килгән, улар беҙҙе аэропортта көтә ине, – тип һөйләй студенттар.
Мысырҙағы студенттар ниндәй хәлдә ҡала һуң?
– Мысырҙа тәртипһеҙлектәр башланғас, студенттарға ниндәйҙер физик ҡурҡыныс янамаһа ла, хәүеф бар ине. Әгәр «комендант сәғәте»н тотһаң, кәрәкмәгән саҡта урамға сығып йөрөмәһәң, артыҡ ҡурҡыныс юҡ ине. Сөнки беҙ йәшәгән районда тәртипһеҙлектәр булманы, демонстранттар ҙа был яҡтарға килеп етмәне. Ғөмүмән, унда күпселек Рәсәй студенттары йәшәй ине. Илдәге тәртипһеҙлектәрҙең икенсе-өсөнсө көнөнә мародерҙар тарафынан ҡурҡыныс янай башланы. Улар фатирҙарға үтеп инмәһә лә, подъездарға килеп ингән осраҡтары булды. Магазинға сығып йөрөүе лә хәүефле була башланы, беҙ күберәк өйҙә генә ултырырға мәжбүр булдыҡ. Әммә алда нимә булыры билдәһеҙ ине, кемдеңдер һаулығына, ғүмеренә зыян килгәнен көтөп ултырғансы, уны кисектереү яҡшыраҡ тү­гел­ме? Беҙ шундай фекерҙән сығып эш иттек. Студенттарға килгәндә, улар илдәге тәртипһеҙлектәргә ҡыҫылманы, урамға сығып, кемдер яҡлы бу­лып, ҡысҡырып йөрөүселәр ҙә булманы. Ғөмү­мән, беҙҙе уға өйрәтмәйҙәр. Дини кешеләр булараҡ, сәйәси болаларҙан сит­тә торорға, халыҡҡа башҡа ҡиммәттәрҙе еткерергә тейешбеҙ, – тип һөйләй Башҡортос­танға ҡайтыуҙы ойоштороп йөрөүселәрҙең береһе, «Әл-Әзһәр» халыҡ-ара ислам университеты студенты Илнур Ғиниәтуллин.
Студенттар артабан уҡыуын дауам итә алырмы? Был һорау ҙа күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра.
– Әлегә быны күҙаллауы бик ауыр. Дөрөҫ, егеттәр араһында йә­нә унда барып уҡырға теләүселәр бар, әммә, минеңсә, әлегә ашы­ғыр­­ға ярамай. Студенттарға беҙҙең вуздарға уҡырға инергә кәңәш итер инем. Өҫтәүенә, беҙҙең ҡайһы бер егеттәр әле үк бында ла уҡып йөрөй. Шул уҡ ваҡытта сит илдә ислам нигеҙҙәрен өйрәнеү мөмкинлегенән тулыһынса мәхрүм итеү ҙә ярамай, тип уйлайым. Мысырҙағы хәлдең тотороҡланыуына инанғас та, егеттәрҙең «иң-иң»дәренең, сит илдә белем алыу менән етди ҡыҙыҡһын­ғандарының уҡыуын дауам итеүен теләр инем, – ти Башҡортостан Респуб­ликаһы мо­сол­мандары диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Сәйәхов.
– Беҙ быға тиклем дә кадрҙарҙы үҙебеҙҙә әҙерләү тураһында уйлай инек. Был ваҡиға иһә беҙҙе сит ил үҙәктәренә генә ышанып ҡалмаҫҡа инандырҙы. Һөҙөмтәлә булған мөмкинлектәрҙе киңерәк файҙаланырға ҡарар ителде, ислам академияһын булдырыу тураһында тәҡдим булды. Унда белем алыусылар үҙебеҙҙең традицион ислам нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Йәғни беҙ кешеләр ислам нигеҙҙәрен, ҡөрьәнде ныҡлы өйрәнә алһын өсөн альтернатива булдырасаҡбыҙ. Әлбиттә, бының өсөн кадрҙар мәсьәләһен, шарттар булдырыуҙы ла хәл итеү кәрәк, – тип үҙ фекерен еткерҙе БР Президенты Хакимиәте башлығы урынбаҫары Әббәс Ғәлләмов.
Мысырҙағы мәхшәргә шаһит булған студенттар үҙҙәренең иҫәбенә лә Башҡортостанға ҡайтырға әҙер була, әммә республика етәкселегенең, яҡташтарыбыҙҙы ауыр хәлдә ҡалдырмай, ваҡытында сара күреп, самолет ебәреүе, әлбиттә, һөйөндөрә һәм республика кешеһенең һәр саҡ Башҡортостан етәкселеге тарафынан яҡлау табасағына ышаныс уята.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Владимир КАРАБАНОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”