RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 31ғинуар-6 февраль

29.01.2011 Йондоҙнамә 31ғинуар-6 февраль

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Тормошоғоҙҙа күптән көтөлгән үҙгәрештәр төҫмөрләнә һымаҡ. Аҙна барышында эш менән ҡайнарһығыҙ. Шаршам­бы аҡсалата юғалтыуҙар менән янай, һаҡ булығыҙ. Кесе йомала яҡшы хәбәр ишетерһегеҙ, моғайын.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Осор тыныс ҡына башланып китер. Тик шаршамбы-кесе йомала ваҡиғалар­ҙың һеҙ теләгәнсә бармауы ла ихтимал. Көтмәгәндә ниндәйҙер мәшәҡәтле йомош менән йөрөргә тура килер.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
ҡәҙимге аҙна. Кешеләрҙең һүҙҙәренә тулыһынса ышанмаҫҡа кәңәш ителә. Икенсе яҡтан, үҙегеҙ ҙә ҡайһы ваҡыт алдашырға мәжбүр булырһығыҙ. Серҙәрегеҙҙе ныҡ һаҡлағыҙ, уларҙы таратырға теләүселәр ҙә юҡ түгел.

ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Төрлө ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр күбәйер. Был эшегеҙгә лә, өйөгөҙгә лә ҡағылыр. Шаршамбыла тормош һеҙҙе һынау тоторға мәжбүр итер. Иң тәү сиратта түҙемлек кәрәк булыр.

Буға (21.04 – 21.05)
ҡыйынлыҡтар осрап тороуға ҡарамаҫтан, осорҙан ҡәнә­ғәт ҡалырһығыҙ, моғайын. Шаршамбы бигерәк тә көсөргәнешле көтөлә. Кесе йомала бигүк яҡшы булмаған яңылыҡтар ишетеүегеҙ ихтимал. Шулай ҙа аҙна аҙағы тыныс үтер.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Көсөргәнешле осор. Ши­шәм­бе һәм йомала көтөлмәгән ваҡиғалар алдан тө­ҙө­гән пландарығыҙҙы боҙор кеүек. Иң етди эштәрегеҙҙе күсерергә лә тура килер, бәлки. Шәмбе ыңғай яғы менән айырылып торор.

ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Киләһе көндәр матди ҡыйынлыҡтар менән айырылып торор һымаҡ. Бынан тыш, ниндәйҙер ҡайтарырға тейешле бурыс та эсегеҙҙе бошорор. Кесе йоманан һуң ғына хәлегеҙ еңеләйер.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Аралашыуҙа ҡаршылыҡтар күбәйеүе ихтимал. Бәғзеләр етешһеҙлектәрегеҙҙе эҙләү менән мәшғүл булыр. Башҡа сара юҡ – һеҙгә түҙемлерәк булырға кәрәк. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шаршамбы һәм йома.

ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Йәштәр өсөн аҙна бик өмөтлө булмаҡсы. Осор яңы танышыуҙар, мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн уңайлы. Уның тәүге яртыһында эш даирәһендә ҡытыршылыҡтар килеп сығыуы ихтимал. Кемдер һеҙгә баҫым яһарға тырышыр һымаҡ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Бөтә көндәр ҙә тигеҙ үтер кеүек, тик шишәмбе генә кире ваҡиғаларға бай булыр. Шулай ҙа уларҙан артыҡ зыян күрмәҫһегеҙ. Йомала һатып алған әйбер бәрәкәтле булырға оҡшай.

Саян (24.10 – 22.11)
Был арала яҡшылыҡ тура­һын­да ғына уйлағыҙ, насар уйҙарҙы башығыҙ­ҙан ҡыуығыҙ. Кешеләргә биргән вәғәҙәләрҙе, ҡыйын булһа ла, үтәргә тырышығыҙ. Был бигерәк тә шаршамбыға ҡағыла.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙналағы ваҡиғаларҙың шәхси мөнәсәбәттәрегеҙҙе ҡырҡа үҙгәртеүе ихтимал. Шар­шам­была етди һөйләшеү булыуы мөмкин. Йомалағы хәл бик үҙгәреүсән булырға оҡшай. Уларға үҙ фекерегеҙҙе белдерергә ашыҡмағыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”