RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һөнәрлене ил дә һөйөр

29.01.2011 Һөнәрлене ил дә һөйөр

Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылындағы балта оҫтаһы Ильяс Ишбаев ағас һауыттар яһау кәсебе менән булыша
Һөнәрлене ил дә һөйөрБейек тауҙар араһында, ҡарурман төпкөлөндә урынлаш­ҡан ауылда, урман ҡосағында тыуып үҫкән Ильяс Исламғол улы ағастар, уларҙың сифаттары, эшкәртеү ысулдары тураһында нимә генә белмәй икән! Уның атаһы ғүмер буйы урман сәнәғәте хужалығында эшләгән, Исмәғил, Әбүбәкер олатайҙарының да тормошо урман менән тығыҙ бәйле булған. Бәләкәйҙән ошо мөхиттә үҫкәнгә, үҙен башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтермәгәнгә Ильяс һөнәрҙе лә яраҡлы һайлай: ул – балта оҫтаһы. Яңыраҡ үҙендә тағы бер һәләт аса – ағас һауыттар яһауға тотона. Күңелен һалып, бар донъяһын онотоп, ошо шөғөлгә әүрәп, көндәр буйына оҫтаханаһында ултырырға әҙер:
– Арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа, йонсотмай ҙа торған эш. Хатта, киреһенсә, нисектер тындар иркенәйеп китә, күңел хискә тула – рәхәт!
Ысынлап та, Ильяс ағайҙың батман, көбөләр эшләй башлауына күп тә түгел, ни бары өс кенә йыл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, оҫтаның даны әллә ҡайҙарға таралған: Башҡортостандың төрлө төбәктәренән генә түгел, хатта Мәскәүҙән, ҡаҙағстандан, Польшанан да ағас һауыттарын килеп алып ҡайталар. Әллә ҡайҙа төпкөлдә йәшәүе лә (текә тауҙар, ҡуйы урмандар аша һалынған ташлы юлдан байтаҡ барырға кәрәк!) кешеләрҙе туҡтатмай. Һуң беҙ үҙебеҙ ҙә, батман һатып алабыҙ, тип, машинабыҙҙы йәлләмәнек – төбөн ярайһы ғына һуҡтырып, бер тәгәрмәсте тишеп булһа ла, Ғәлиәкбәргә барып ҡайттыҡ. Ильяс ағайҙың оҫтаханаһын күреп, йүкә еҫенә иҫереп, ҡыҙығып киттек: ә беҙ ни еребеҙ менән кәм, беҙҙең дә ҡул тейешле урындан үҫә, буғай, әллә күпме ер-һыу үтеп килгәс, нишләп батман эшләргә өйрәнеп ҡайтмаҫҡа?! Бер ауырлығы ла юҡ, ти бит оҫта үҙе лә (ағас һауыттарҙың тышын, ана, шымартып, һүрәт яһарға өлкән улдары, туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Зәйтүн дә эшкинә, тиҙҙән өсөнсөлә уҡыған Фәнил дә ҡул араһына инәсәк). Бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы батманды эшләүгә бер көн ваҡыт китә икән, ә ҙурына – өс-дүрт көн. Ярай, ручка-ҡәләмгә генә йәпләшкән устар тәүҙә ҡабарып ауыртыр, һөйәлләнһә – һөйәлләнер, әммә ҡатыр әле, бөтөнләй үк балта, йышҡы күрмәгән кеше түгелбеҙ ҙә. Уның ҡарауы, ҡулланыусы, башҡаларҙың хеҙмәт емеше менән генә файҙаланыусы түгел, ә ижадсы – донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, кәрәкле әйберҙе барлыҡҡа килтереүсе булып йәшәйәсәкһең. Кәрәкле ағас (ҡыуышлыһын!) эҙләп, урман ҡыҙырғанда, һуңынан оҫтаханаға бикләнеп, юныу-йышыу менән булышҡанда, шул уй гел йөрәкте йылытып торасаҡ, дәрт-дарман өҫтәйәсәк! Ә ыңғай уй-фекер­ҙәр, күтәренке кәйеф, табиптар фекеренсә, һаулыҡ өсөн дә ныҡ файҙалы. Ғаиләнең матди базаһын нығытыу хаҡында әйтеп тә тормайым: оҫтахана нефть вышкаһы түгел инде, әлбиттә, ләкин аҡса, һыу булып аҡмаһа ла, барыбер янсыҡҡа тамып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡайһы яҡтан алып ҡарама, ағас һауыттар яһауҙан тик ыңғай ғына өҫтөнлөктәр.
– ҡыуыш йүкәне таба алмаһаң, йәш ағастың эсен соҡоп та батман яһап була, – тигәйне Ильяс ағай үҙенең һөнәр серҙәре менән бүлешкәндә. Тик уның һөйләүе буйынса еп-еңел башҡарыла торған эш ғәмәлдә иһә беҙҙең хәлдән килмәй торған булып сыҡты. Маташып ҡарап, күпме ағас­ты бушҡа тәләфләргә мөмкин?! Әйҙә, эшләгән Ильяс Ишбаев эшләһен батман-көбөләрҙе – һәр нәмәне үҙенең оҫтаһы башҡарһа, бәлки, коммунизм тип аталған ергә лә барып етербеҙ. Унда уҡ барып етә алмаһаҡ, халҡыбыҙҙың борондан ҡалған һөнәр-шөғөлдәрен һаҡлап алып ҡалырбыҙ.

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”