RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәскәү. Шартлау. Тағы...

29.01.2011 Мәскәү. Шартлау. Тағы...

Дүшәмбелә 16 сәғәт 32 минутта (баш ҡала ваҡыты) Мәскәүҙең «Домодедово» аэропортында ҡеүәтле шартлау яңғыраны. Шунда уҡ бина өлөшләтә емерелде, янғын сыҡты, аэропорт һанаулы минуттар эсендә паникаға бирелгән кешеләрҙең сыуалышынан гөжләне. Зыян күреүселәр­ҙе (уларҙың күбеһенең тәне беште, контузия, йәрәхәттәр алды) ваҡытлыса аэропорт залына, автомобиль парковкаларына урынлаштырҙылар.
Авиация һәләкәттәрен тикшереүселәр фаразлауынса, теракт һауала саҡта уҡ ҡылынырға тейеш булған, әммә бомба, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, самолет ергә төшкәс, шартлаған.
Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев әйтеүенсә, аэропорт менеджменты хәүефһеҙлек менән тәьмин итмәгәне өсөн яуап бирәсәк. Сөнки биләмәгә ҙур күләмдә шартлатҡыс индерелгән.
Шаршамбыла Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә матәм көнө иғлан ителде.
Шартлатҡысты аэропортҡа нисек индергәндәр?

35 кешенең ғүмерен өҙгән, 100-ҙән ашыуын төрлө тән яраһы алырға мәжбүр иткән фажиғә ҡоралы, йәғни, иҫәпләүҙәренсә, биш килограмлыҡ тротил ҡеүәтендәге шартлатҡыс аэропорт бинаһына нисек «килеп ингән»? «Домодедово» терминалдары аша йөрөгән пассажирҙар яҡшы белә: ишек төбөндәге тимер эҙләгес махсус яйланманан барыһы ла үтмәй, сөнки автомобиль ҡуйылған урындан терминалға бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтергә мөмкин. Террорсы ла ошонан көтөү залына еп-еңел генә үтеп ингәндер, бәлки. Рәсәйҙең элекке Генераль прокуроры Юрий Скуратов нәҡ шулай уйлай. Ә аэропорт етәкселеге теракт өсөн үҙҙәре генә яуап бирергә тейеш түгел тип һанай.

Теракттан һуң...

Илдең ҙур аэропорты һаналған «Домодедово»лағы шартлау Көнба­йыш дәүләттәрен дә бик борсоно. ҡорбандар араһында Англия, Австрия, Германия граждандары бар, Франция, Словакия һәм Италия кешеләре лә йәрәхәт алған. Бынан тыш, Үзбәкстан, Тажикстандан осоу­сылар һәләк булған. Бөйөк Британияның «Independent» гәзите яҙыуынса, «йыш ҡына эшлекле осрашыуҙарға осҡан кешеләр, туристар хәҙер Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы һуғыштың алғы линияһына баҫырға мәжбүр булды. Шартлау урыны нәҡ Көнбайыш Европа рейстары төшкән ерҙә, халыҡ-ара осош зонаһына ҡарай».
Американың «New York Times» гәзите иһә: «Бөтә аэропорттар ҙа террорсыларҙы асыҡлау һәләтенә тулыһынса эйә түгел, теләһә ниндәй ҡарар ҙа 100 процент хәүефһеҙлек бирә алмай, әммә теракт ҡылыу мөмкинлеген кәметеүсе саралар бар – АҡШ-тың Транспортта хәүефһеҙлек буйынса идаралығы программаһына ярашлы, махсус уҡытылған хеҙмәт­кәр­ҙәр кеше араһында йөрөп, улар­ҙың тәртибен баһалап, террор ҡылырға ниәтләгәндәрҙе асыҡлай. АҡШ аэропорттарында шундай өс меңдән ашыу белгес эшләй», – тип, махсус белгестәр әҙерләү зарурлығына баҫым яһай.
Ә инде француз гәзите «Figaro» былай тип яҙа: «Мәскәү метрополитенындағы шартлауҙарға бер йыл үтер-үтмәҫтән, «Домодедово»ла ҡылынған теракт Рәсәйҙең Төньяҡ Кавказ проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән сәйәсәтенең һөҙөмтәһеҙлеген күрһәтә».
«Кардиналь мәсьәлә бында аэропорттар хәүефһеҙлегендә генә түгел, ә Рәсәйҙең эске тотороҡлоғонда. Был юҫыҡта беҙҙә проблема бар. Барыһын да Төньяҡ Кавказ республикаларына ғына япһарыу ҙа дөрөҫ булмаҫ», – ти Яҡын Көнсығыш институты президенты Евгений Сатановский. Ул, Рәсәйҙә этник боевиктар ҙа бар, тип белдерә, йәғни боевиктар Чечня, Дағстан, Ингушетияла ғына түгел. Урта Азия «йәмәғәттәре» (джааматтар) иҫәбенә татар, башҡорт төркөмдәрен дә индерә. Сатановский белдереүенсә, Татарстанда неосалафиттар, сәйәси ислам хәрәкәте (ваһһабсылар тип тә йөрөтәләр) асыҡтан-асыҡ эшләй.
Эйе, бөтә теракттарҙы Ислам менән бәйләү – еңелерәк тә, отошлораҡ та юл. Әммә ул ғәҙелме? Ысын енәйәтселәр ҡайһы динде тота? Бына был бәхәс. Ә шулай ҙа кем ғәйепле? Улар язаһын алырмы? Генераль прокуратура ошо көндәрҙә аэропортта ни булғанын аныҡ әйтәсәк. Властар тағы ла, ғәйеплеләр язаһын аласаҡ, тип ышандыра...

Террор. Халыҡҡа был йәлләтте кем ебәрҙе?

Егерменсе быуаттың 90-сы йылдарынан ғына иҫәпләгәндә лә, теракттар һаны, ай-һай, күңел өшөткөс. 1991 йылдың 9 ноябрендә Шамил Басаев­тың төркөмө, Минеральные Воды ҡалаһында самолетты баҫып алып, Төркиәгә оса. Унан һуң – Грозныйға. Бында Басаевты милли герой итеп ҡаршылайҙар. Шул шауҡымлы йылдарҙың террорҙары ошо ваҡиғанан башланғыс ала.
Береһенән-береһе уҙҙырып вәхшилектәр ҡыла террорсылар. 1993 йылда билдәһеҙ бандит, Омск ҡалаһындағы балалар баҡсаһына инеп, алты кешене, шул иҫәптән дүрт баланы аманатҡа ала. Ул ҙур суммала аҡса, автомат һәм сит илгә осоу өсөн самолет талап итә. Штурм ваҡытында үлтерелә, башҡалар зарар күрмәй. Был ваҡиға артынса Дондағы Ростовта дүрт әҙәм, бер нисә кешене ҡулға алып, аҡса һәм вертолет талап итә. Бандиттар Дағстан, Үзбәкстан, Екатеринбург кешеләре була. 1994 йылда Владикавказ – Ставрополь рейс автобусы баҫып алына. Унда күпселек балалар була. Террорсылар 10 миллион доллар, ҡорал һәм вертолет талап итә. Артабан ошондайыраҡ талаптар менән янаған бандиттар арта бара. Был йылда төрлө урында бер нисә тапҡыр автобус баҫып алына. Киләһе йылына бандиттар дауаханаларға тотона. 1995 йылда, мәҫәлән, Ставрополь крайының Буденновск ҡалаһында дауаханаға һөжүм яһала, 2000 кеше аманатҡа алына. Террорсылар урамдағы транспортты шартлата, станция-вокзалдарға, торлаҡ йорттарға бомба һала.
Былтыр Рәсәйҙә утыҙға яҡын теракт яһалған. Ай һайын икешәр фажиғә, тигән һүҙ был. ҡайһы берәүҙәренә туҡталмау мөмкин түгел. Ғинуарҙа Махачкалала ЮХХДИ базаһына һөжүм планлаштырыла. Мина һалынған «Нива» автомобиле менән килгән террорсыға яуыз уйын атҡарырға милиционерҙар ҡамасаулай. 24 кеше йәрәхәтләнә, бишәүһе үлә. Февралдә Санкт-Петербургта, Дағстанда (бер-бер артлы өс теракт), Ингушетияла шартлауҙар була. Мартта сират йәнә Махачкалаға етә. Тағы Мәскәүҙең «Лубянка» метроһында бер-бер артлы ике шартлау ойошторола. 40 кеше һәләк була, бер нисә көндән Кизляр ҡалаһындағы терактта 12 кеше яҡты донъя менән хушлаша. Апрелдә лә был төбәктә тыныс булмай – Махачкала менән Избербаш араһындағы тимер юлда бомба шартлай. ҡор­бандар юҡ. Ингуше­тия­ның район милицияһы бинаһында бер-бер артлы ике бомба шартлай. Дағстанда ЮХХДИ посында тикшереүгә туҡтатылған машинаға ла шартлатҡыстар ҡуйылған була. Ике кеше һәләк була, 17-һе яралана. Террорсыларҙың ҙурыраҡ терактҡа әҙерләнгән булыуы асыҡлана, тик машиналары тәғәйен урынға барып етеп өлгөрмәй, шартлаған. Май, июнь айҙарында Нальчик, Дербент, Ставрополь, Каспийск ҡалаларында, Ингушетияның Орджо­никидзевская станицаһында, Са­гопши ауылында шартлауҙар яңғырай. Июль дә теракттарһыҙ үтмәй. Баҡсан ГЭС-ы биләмәһендә 5 – 6 минут арауыҡ менән ике шартлау була. Өсөнсөһөнә саперҙар «аяҡ сала». Гидроэлектростанцияның машина залы зыян күрә, һаҡсылар һәләк була. Августа Пятигорск ҡалаһының Киров урамында автомобиль шартлауҙан 40 кеше йәрәхәт ала. Сентябрҙә билдәһеҙ террорсы Буйнаҡ ҡалаһына ҡараған хәрби бригаданың палатка лагерына һөжүм яһай. Владикавказда иһә баҙар янында автомобиль шартлатыла. Ике терактта ла ҡорбандар һаны ике тиҫтә самаһы. Октябрҙә боевиктар Грозныйҙа Чечен парламенты бинаһына бәреп инә. Провока­цияларҙың күбеһе илдең көньяғында булған, икенсе урында – Мәскәү, артабан Санкт-Петербург.
Кешеләр һәр иртә, тағы ниҙәр булыр икән, тигән хәүеф менән уяна башланы. Халыҡ күп йөрөгән урындар­ҙа өйөрҙәре менән хоҡуҡ һаҡлаусылар йөрөһә лә, бер кем дә ул тирәлә ҡурҡыныс юҡлығына ышанмай. Хоҡуҡ һаҡсылары террорсылар­ҙы теракт ҡылғандан һуң ғына эҙләй башлай. Бик һирәк осраҡта Федераль именлек хеҙмәте «террор актының бойомға ашырылыуын туҡтаттыҡ» тип рапорт бирә. Улары ла күп ваҡыт ғәҙәти бурҙарҙы тотоуға ҡайтып ҡала.
Илдә тыныс түгел. Властар күпме генә реформалар үткәрмәһен, күпме генә ҡарарҙар ҡабул итмәһен, ғүмер­ҙәрҙе өҙгән фажиғәләр, бында тәбиғәт ҡазаларын әйтеп тә тормайбыҙ, булып тора. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе һөҙөмтәле саралар ҡасан булыр? Уны кем тәҡдим итер? Милли төбәктәрҙән булмаған экстремистар­ҙы эҙләп йөрөүселәр ҡасан бар көстәрен ысын енәйәтсегә ҡаршы йүнәлтер? Ғөмүмән, ниңә иртәгәһе көнөнән ҡурҡҡан ватандаштар күбәйә? Һорауҙар асыҡ ҡала...

Рәсәйҙәге иң ҡурҡыныс 10 теракт

1. 2004 йылдың 1 – 3 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһындағы 1-се мәктәптәге теракт. Шамил Басаев ойоштор­ған боевиктар бандаһы 1200 кешене аманат итеп тота. ҡорбандар һаны – 334 кеше.
2. 1995 йылдың 14 июне. Ставрополь крайының Буден­новск ҡалаһы. Ойоштороусыһы – шул уҡ Басаев. 1100 кеше ҡала дауаханаһында тотолоп, 130-ы һәләк була.
3. 2002 йыл, 23 – 26 октябрь. Мәскәүҙә «Норд-Ост» спектакле барғанда 900-ҙән ашыу кеше банда ҡулында ҡала, 129-ы үлә.
4. 1999 йыл, 13 сентябрь, Мәскәү. Кашира шоссеһындағы торлаҡ йортта теракт. 124 кеше һәләк була. Ойоштороусыһы – Хәбиб Әбд-әл-Рәхман Хаттаб.
5. Ошо уҡ йылдың 9 сентябрендә шул уҡ «етәксе» яуаплы булған терактта ҡорбандар һаны 109 кеше була. Был юлы ла торлаҡ йорт шартлатыла.
6. 2004 йылдың 22 июне, Ингушетия. Урындағы боевиктар Эске эштәр министрлығы, Оборона министрлығы, власть органдары биналарына һөжүм итә. Бер ғәйепһеҙ 97 кеше һәләк булған терактты Шамил Басаев-тың ойоштороуы асыҡлана.
7. Был йылдың 24 авгусында Тула һәм Ростов өлкәләрендә бер ваҡытта ике пассажир самолеты шартлай. ҡорбандар һаны – 88 кеше.
8. 1996 йылдың 9 ғинуары, Дағстан, Кизляр ҡалаһы. Бандиттар дауахананы һәм бер нисә торлаҡ йортто баҫып ала. 78 кеше һәләк булған терактты Сәлмән Радуев боевиктарының ойошторғаны билдәле була.
9. 2002 йылдың 27 декабре, Грозный. Чечен Республи­каһының Хөкүмәт йорто шартлай. 72 кешенең ғүмере ҡыйыла.
10. 1996 йыл, 16 ноябрь. Дағстандың Каспийск ҡалаһында Рәсәй сик һаҡсылары ғаиләләре йәшәгән йортта теракт. Ғәйепле билдәле түгел. 69 кеше үлә.

Константин СИМОНОВ, Рәсәйҙең сәйәси конъюнктура үҙәге президенты:
– Һәр теракт, ҡағиҙә булараҡ, ике яҡлы баһа ала. Бындай трагедияла власты ғына ғәйепләүсе кешеләр бар. Мәҫәлән, Давоста донъяның иҡтисади һәм сәйәси элитаһы йыйылырға тейеш ине. Улар ҙур фажиғә булған ил етәкселәренә йәлләп ҡараусан. Әлбиттә, был теракттың донъя иҡтисад форумында ҡатнашыусыларҙың Дмитрий Медведевҡа ҡарата кире ҡарашын тыуҙырыуға йүнәлтелеүе икеле. Киреһенсә, ҡайғы уртаҡлашыу менән сикләнерҙәр.

Игорь БУНИН, Рәсәй политологы:
– Был теракт системаға ҡаршы йүнәлтелгән. «Домо­дедово» – Рәсәйҙең донъя менән элемтәһе. Бындағы террор күренеше мотлаҡ резонанс тыуҙырасаҡ. Хәҙер тағы, Рәсәйҙә йәшәргә, эшләргә ярамай, тип һөйләй башлаясаҡтар. Етмәһә, байтаҡ сит ил гражданы зыян күрҙе.


Валерий ОЧИРОВ, эшлекле авиацияның берләшкән милли ассоциацияһы президенты, Советтар Союзы Геройы:
– Хәүефһеҙлек – аэропорттар эшендә иң мөһим һәм ҡиммәтле нәмә. Әммә бындағы хеҙмәткәрҙәр эшмәкәрлегендә бошмаҫлыҡ элементтары ла була. Яуыз уйлылар шунан файҙалана ла инде – теләһә ҡайһы әйберҙәрҙе алып инә ала. Һәр кем, йәғни һәр аэропорт хеҙмәткәре бурысын намыҫлы үтәргә тейеш.
Хәүефһеҙлекте тәьмин итер өсөн барлыҡ саралар ҙа яҡшы. Ошо иҫәпкә кешене үтәнән-үтә «күрә» торған яңы приборҙар ҡулланыуҙы ла индерәм. Улар рөхсәт ителмәгән әйберҙәрҙе тиҙ асыҡлай, берәү ҙә артыҡ йөк индерә алмаясаҡ. Кемдер, бындай ҡорамал ҡулланыу этикаға тап килмәй, тиер. Хәүефһеҙлек тураһында һүҙ барғанда, уға иғтибар итмәҫкә лә була.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”