RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙмы?

15.01.2011 Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙмы?

Аҙым һайын алдаҡҡа ҡорол­ған тормошобоҙ. Аҙ ғына һиҙгерлегеңде юғалттыңмы, тишек кәмәгә ултыртыуҙарын көт тә тор. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында МММ асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойоштороп, ҙур аҡса вәғәҙәләп, миллионлаған иғәнәсене йәлеп иткән финанс пирамидаһы геройы Мавродиҙы хәтерләйһегеҙҙер әле. Был мутлығы өсөн ул 4,5 йылға иркенән мәхрүм ителгәйне. Бер алдар – гел алдар, тигәндәй, Мавроди интернетта «электрон янсыҡ» системаһы буйынса яңы проект тәҡдим итә. Килем насар түгел, пенсионерҙарға – 30, ҡалғандарға – 20 процент.
Ғөмүмән, беҙҙе аҙ алдамайҙар. Нисек алдашалар һуң?
Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Светлана ҒӘЛИЕВА, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең ҡулланыу­сылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы:
– Беҙгә килгән күп һанлы мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, кешеләр, алданған хәлдә лә, үҙ хоҡуҡтарын бик яҡшы белә. Ватыҡ, сифатһыҙ көнкүреш техникаһы ал­ғанһың икән, уны алдашыуға иҫәпләмәйем. Меңләгән ит турағыс эшләнгән икән, барыбер улар араһында ниндәйҙер брак булғаны осрай бит инде. Һатыусынан тауарҙы алмаштырып биреүен һорарға кәрәк. Элегерәк супермаркеттар­ҙа витринала бер хаҡты күрһәтеп, кассала икенсе хаҡты алыуҙары осрай торғайны. Хәҙер беҙҙең тарафтан тикшереүҙәр йыш булғас, һатыусылар бик мутлаша алмай. Барыһы ла үҙегеҙҙән тора, иғтибарлы булығыҙ, үҙ хоҡуҡтарығыҙҙы даулай белегеҙ.

Динә КАМАЛОВА, психолог:
– Профессиялар араһында шундай һөнәр­ҙәр бар – уңышҡа өлгәшеү, әйберҙәр­ҙе уңышлы һатыу өсөн кешеләрҙе алдарға кәрәк. Халыҡ уларға ышанмаһа ла, барыбер шуларға барырға, уларҙың ихтыярына буйһонорға мәжбүр. Әйтәйек, реклама агентлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, промоутер­ҙар, адвокаттар, автомеханиктар, күсемһеҙ милек менән сауҙа итеүселәр, автомобиль һатыусылар, банкирҙар шулар иҫәбенә инә. Сөнки уларҙа кешене алдамайынса килем килтереп, ойошмаңды финанс яғынан нығытып булмай.
Алдаҡсының теле мең ҡолас. Матур һүҙҙәргә, ымһындырғыс акцияларға ышанмағыҙ. ҡайҙалыр мөрәжәғәт итергә, нимәлер һатып алырға теләһәгеҙ, дуҫтарығыҙҙың, таныштарығыҙҙың кәңәшенә лә ҡолаҡ һалығыҙ. Кәрәге тейер.

Сәлимә, һатыусы:
– Миңә ҡала супермаркеттарында ла, шәхси эшҡыуарҙарҙың кибеттәрендә лә эшләргә тура килде. Шөрләтһә лә, халыҡты алдай инде аҙыҡ-түлек һатыусылар. Ауыр эш көнөнән һуң кеше асығып магазинға инә лә, күҙенә нимә салына – шуны алып сыға. Мәҫәлән, иҫкергәнерәк балыҡты, итте целлофан пакетҡа һалып «осора» инек. Шешлеккә тип маринадланған иттең дә боҙолған булыуы ихтимал.
Администраторҙар ҡулланыу ваҡыты үткән аҙыҡ-түлекте алғараҡ, яңыраҡтарын артҡа теҙҙерә ине. Олораҡ кешеләрҙе, ҙур кәрзин тултырып әйбер алыусыларҙы кассала алдауы еңел. Бер сәй алды икән, икәү тип яҙып ебәрәһең. Сауҙа рәттәрендә һатҡанда пакеттарҙы арттырып һатып, ике төрлө хаҡтағы үлсәнә торған әйбер икән, арзаныраҡ хаҡлыһын тейәйһең дә, ҡиммәтлеһе өсөн булған хаҡты ҡуяһың. Хужаларыбыҙ ҙа бит эш хаҡынан күп нәмә өсөн тотоп алып ҡала. Ирекһеҙҙән хәйләләшергә тура килә инде.

Фәриҙә СУФИЯРОВА, пенсионер:
– Мин торлаҡ-коммуналь хужалыҡты халыҡты иң ныҡ алдаусылар – күрһәтмәгән хеҙмәттәре өсөн аҡса алыусылар тип иҫәпләр инем. Газға, һыуға, йылылыҡҡа, электр энергияһына йыл һайын һәр саҡ хаҡ арта. Үҙем, ғәҙәттә, квитанцияны ҡулға алыу менән бурыстарымды түләп ҡуйырға тырышам... һуңынан, нимәгә түләнем әле, тип уны ҡарап, аптырап ултырам. Мәҫәлән, беҙҙә августа, ремонт эштәре менән бәйле, йылы һыу булманы. Ә квитанция буйынса уға хаҡты алғандар. Йорт эргәһендәге сүп-сар контейнерынан бөтә бысраҡ туҙып ята, уның айлап түгелгәне лә юҡ. Сүп түккәндәре өсөн һәр кеше иҫәбенән әллә күпме аҡса түләйем. Шул була инде күрәләтә кешене талау.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”