15.01.2011 Йондоҙнаме 17-23 ғинуар
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Аҙна барышында йыш ҡына ялҡаулыҡ менән көрәшергә тура килер, моғайын. ҡәҙимге эштәрегеҙ ҙә ҡайһы ваҡыт туйҙыра башлар һымаҡ. Кесе йомала көтөлмәгән һиҙелерлек сығымдар булыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Был арала кешеләр менән уртаҡ тел табыу күпкә ауырлашыр. Бында һеҙҙең ғәйебегеҙ күберәк кеүек. Оло кешеләрҙең фекеренә, улар ниндәй ҡарашта булыуға ҡарамаҫтан, һәр саҡ ҡолаҡ һалығыҙ.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Өйҙәге хәл-ваҡиғаларҙың ваҡытлыса ҡуйырып китеүе лә бар. Шишәмбелә яратҡан кешегеҙ менән юҡтан һүҙгә килешеүегеҙ ихтимал. Йомаға тәғәйенләнгән һөйләшеүҙе бер аҙға күсереп торорға тура килер, ахыры.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Аҙна башы бик тә тыныс һәм файҙалы үтер. Шаршамбынан һуң йондоҙҙар һеҙҙе үҙгәрештәргә этәрер. Иҫкергән әйберҙәр, туйҙырған мөнәсәбәттәр менән бер ҙә йәлләмәйенсә хушлашырһығыҙ, моғайын.
Буға (21.04 – 21.05)
Яңы кейем һәм әйберҙәр һатып алыу теләге көсәйер. Үкенескә күрә, бының өсөн матди мөмкинлектәрегеҙ сикле булырға оҡшай. Кесе йомала кемдер һеҙгә кеше ғәйебен ябырға тырышыр. Был хәл абруйығыҙҙы күтәрер генә.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Осор башында үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә форсат тейер. Бының өсөн ҡайһы бер йөкләмәләрегеҙҙе башҡалар иңенә һалырға тура килер. Шулай ҙа борсолоуҙар, тулҡынланыуҙар ҙа булыр һымаҡ. Йома – бик яуаплы көн, был хаҡта онотмағыҙ.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Аҙна ығы-зығылы башланып китер. Ашығыс эштәр ҙә күбәйер һымаҡ. Һәр хәлдә, йондоҙҙар башығыҙҙы юғалтмаҫҡа кәңәш итә. ҡыйын булһа ла, башлаған эштәрегеҙҙе дауам итегеҙ. Уларҙың бәғзеләрен онотҡанһығыҙ ҙа кеүек.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Был көндәр һеҙгә мотлаҡ күңел тыныслығы, ҡәнәғәтлек, эштәрегеҙҙә тотороҡлолоҡ килтерергә тейеш. Тап был арала көтөлмәгән килем алыуығыҙ бар. Ул элек башҡарған эшегеҙ өсөн бүләкләү булыр, бәлки. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – шишәмбе һәм шәмбе.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Дүшәмбе яҡшы яңылыҡтар алып килергә тейеш. Тейешле һөйләшеүҙәр ҙә файҙалы үтер кеүек. Был арала һатып алған бөтә әйберегеҙ бәрәкәтле булыр. Кесе йомала бигүк ҙур булмаған бүләк алыуығыҙ ихтимал.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна башында борсолдорған сәбәптәр табылып ҡына торор. Бер генә кәңәш бирергә була – килеп сыҡҡан хәлгә тынысыраҡ ҡарарға тырышығыҙ. Барыбер йондоҙҙар һеҙҙең яҡлы булыр. Кесе йомала өмөтлө танышлыҡ булдырыуығыҙ ихтимал.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала етди һөйләшеүҙәр һәм осрашыуҙар файҙалы үтер. Сығымдарығыҙға ҡарата иғтибарығыҙҙы кәметмәҫкә кәңәш ителә. Шаршамбыла саманы онотмауығыҙ ҙа мөһим. Кесе йомалағы осрашыу ҡәнәғәтлек килтерер.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Матди хәлегеҙ һәйбәтләнә башлар, моғайын. Сығымдар ҙа бер аҙ артыр һымаҡ. Был яҡтан шаршамбы айырылып торор. Бар көндәр ҙә ҡәҙимгесә һәм тыныс үтер. Тик кесе йома буталсыҡ көтөлә. Кире ваҡиғалар ҙа булыуы ихтимал.