RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ялың файҙа килтерһен тиһәң, тауға сыҡ

08.01.2011 Ялың файҙа килтерһен тиһәң, тауға сыҡ

Ялың файҙа килтерһен тиһәң, тауға сыҡУҙған йылдың һуңғы көндәре Сибай һәм Баймаҡ халҡына яҡшы хәбәрҙәр менән иҫтә ҡалыр, ахыры – 30 декабрҙә Сибай ҡалаһында боҙ һарайы асылһа, 31-ендә Иҫән ауылында (Баймаҡ районы) тау саңғыһы трассаһы файҙаланыуға тапшырылды.
Элек Сибай халҡы ҡышҡы спорт төрҙәре менән тик ҡышын ғына шөғөлләнә алһа, киләсәктә йыл әйләнәһенә бындай мөмкинлеккә эйә буласаҡ: 30 декабрҙә тантаналы шарттарҙа «Ирәндек» боҙ һарайы үҙенең ишектәрен асып, тәүге тамашасыларҙы һәм спорт һөйөүселәрҙе ҡабул итте. Уны асыу тантанаһында, Сибай ҡалаһы хакимиәте менән бер рәттән, Башҡортостан Республика­һының Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты, «Башкирская медь» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Ғаяз Әҡсән улы Ғәлиәкбәров, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән саҡырылған ҡунаҡтар – Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте башлығы С. Кимайкин, Силәбе өлкәһенең ҡыҙыл районы хакимиәте башлығы Е. Макаров ҡатнашты. Күптән түгел Сибайҙан Өфөгә күсеп, әлеге ваҡытта республика хөкүмәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары булып эшләгән Руслан Ғиниәт улы Бикембәтов сибайҙарҙың шатлығын уртаҡлашты.
Ялың файҙа килтерһен тиһәң, тауға сыҡТантаналы өлөштө йомғаҡлап, Сибай ҡалаһының «Таусы» һәм Силәбе өлкәһе Буранлы ҡасабаһының «Динамит» хоккей командалары боҙға сығып, үҙ-ара көс һынашты.
«2006 – 2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында физкультура һәм спорт үҫеше» тип аталған федераль программаға һәм «2015 йылға тиклем махсуслаштырылған спорт объекттарын төҙөү һәм реконструкциялау» исемле республика программаһына ярашлы, федераль һәм республика ҡаҙналары иҫәбенә төҙөлгән Боҙ һарайы көнө буйына эшләп, 800-гә яҡын кешегә хоккей йәки конькиҙа йүгереү кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирәсәк. Яңы спорт объектының дөйөм майҙаны 4773,6 кв. метр тәшкил итһә, шуның 60-ҡа 30 метрлыҡ яланы яһалма боҙ менән ҡапланған. Тамашасылар өсөн 540 урын тәғәйенләнгән. Сисенеү, душ бүлмәләре, конькиҙарҙы үткерләү һәм йүнәтеү бүлмәһе, буфет һәм медпункттан тыш, киләсәктә бында тренажер залы асыу ҙа ҡаралған. Боҙ яланын тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү өсөн туңдырыу станцияһы һәм боҙҙо тигеҙләү машинаһы бар. Төҙөлөштө «ПМК-Баймаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып барҙы.
Ялың файҙа килтерһен тиһәң, тауға сыҡЯңы сафҡа ингән «Ирән­дек» боҙ һарайы директоры вазифаһын башҡарыу­сы Ғаяз Ғәлиәкбәров, үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып, былай тине:
– Боҙ майҙаны, айырыу­са бындай ҙур боҙ һарайы, уңайлыҡтарынан тыш, күп сығым талап итә. Әлеге ваҡытта боҙҙа шөғөлләнеү хаҡтарын билдәләйбеҙ, штат йыябыҙ. Боҙ һарайынан спорт менән даими шөғөлләнеүселәр ҙә, ара-тирә боҙҙа шыуырға килеүселәр ҙә, тамашасылар ҙа өҙөлмәҫ, тигән өмөттәбеҙ.
* * *
Баймаҡ районының Иҫән ауылын белмәгән кешеләр аҙҙыр был яҡтарҙа: Талҡаҫ күленә ял итергә килеүселәр унда инмәйенсә ҡалмай, ғәҙәттә. Хәҙер иһә йәйен генә түгел, ҡышын да халыҡ был төбәктән өҙөлмәҫ, ахыры – сөнки уҙған йылдың һуңғы көнөндә бында тау саңғыһы трассаһы асылды.
Ауыл Исмәғил тауының битләүенә терәлеп тигәндәй урынлашҡан. 31 декабрҙә тау саңғыһы базаһын асыу тантанаһына килеүселәр тап ана шул тауға юлланды. Эҙләп йөрөргә кәрәкмәй – саңғысыларҙы тауға мендереү ҡоролмаһы алыҫтан күҙгә ташланып, ҡайҙа барырға кәрәклеген аңғарта.
Тау саңғыһы трассаһын асыу тантаналы шарттарҙа уҙҙы. ҡыҫҡаса ғына телмәрҙәр һәм тәбрикләү һүҙҙәренән һуң Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары К. Замотаев һәм «ПМК-Баймаҡ» директоры Р. Сырлыбаев, символик ҡыҙыл таҫманы ҡырҡып, трассаны асҡас, барса халыҡ, йәһәт-йәһәт кенә саңғыларын эләктереп, тау түбәһенә йомолдо.
Утыҙға етеп, миңә тәүге тапҡыр тау саңғыһына баҫырға насип булды. Трассаның иң бейек нөктәһенән аҫтағы кешеләр шырпы ҡабы ҙурлығындай ғына булып төҫмөрләнә. Үлемдән оят көслө, шуға ла артыҡ мыштырламай ғына аҫҡа йүнәлдем. Уйламаған уй, әйтмәгән һүҙ ҡалманы, әммә Олимпия слаломсылары кеүегерәк кәйпәләй-кәйпәләй, ҡар бураны уйнатып, ике тапҡыр ҡарға сумғандан һуң иң тәүгеләрҙән булып аҫҡа төшөп еттем! Минең именлекте күреп, башҡалар ҙа бер-бер артлы шыуып төшә башланы.
Сибай ҡалаһында «Ирәндек» боҙ һарайын төҙөүсе подрядсы – «ПМК-Баймаҡ» йәмғиәтенең тырышлығы менән төҙөлдө был тау саңғыһы комплексы: саңғысыларҙы тауға мендереү механизмы, саңғы прокаты базаһы һәм Иҫән ауылындағы ҡунаҡхана комплексы – быларҙың барыһы ла 38 млн һумға төшкән. Әлбиттә, шул хәтлем ҙур сумманың ҡыш миҙгелендә генә, етмәһә, аҙыҡ-түлек йә кейем кеүек көн дә кәрәк булған тармаҡҡа түгел, ә ял итеүгә йүнәлтелеүе йәмғиәт етәкселеген тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Яҡын тирәлә йәшәгән халыҡты ял мәлдәрен Талҡаҫ буйының саф һауаһын һулап, Исмәғил тауы итәгендәге «Ирәндек» саңғы базаһынан прокатҡа алынған профессиональ тау саңғыларында елдән етеҙ шыуып ял итергә, һаулыҡтарын нығытыуға өндәргә генә ҡала.
Саңғы базаһының директоры итеп тәғәйенләнгән Баймаҡ һәм Сибай халҡына яҡшы таныш спортсы, егерме йылға яҡын Сибай педколледжында физкультуранан уҡытҡан Рәжәп Оморҙаҡ улы Әүәлбаев менән саңғы спорты хаҡында байтаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Хаҡлы ялдағы уҡытыу­сы бөгөн халыҡтың саф һауалағы күмәк спорт төрҙәренә битарафлыҡ күрһәтеүенә аптырауын белдер­ҙе:
– Элекке ваҡыттарҙа улай булманы бит. Ағас саңғыларҙа булһа ла, һәр кем ял ваҡытында ҡырға сығып, актив ял итергә тырыша ине. Бәлки, шуға ла төрлө йөрәк сирҙәре һирәк булғандыр. Бөгөн иһә һәр ғаиләлә машина, яңынан-яңы саңғы, велосипед, башҡа төрлө спорт инвентарҙары һатыла, ә кеше диванда ултырып «ял итә». Ғаилә, хеҙмәт коллективтары менән тәбиғәткә сығып, спорт һәм физкультура менән шөғөлләнеп ял итеүҙе тергеҙергә кәрәк.
Мәҡәләне әҙерләп бөткәс, тау саңғыһы базаһына кеше йөрөймө икәнен белешергә тип, Рәжәп Оморҙаҡ улына телефондан шылтыраттым.
– Былай эште уңышлы ғына башланыҡ, буғай: яңы йылдың беренсе аҙнаһында беҙҙең базалағы тюбингта (һауа өрҙөрөп тултырылған саналар), мисәүләп егелгән аттарҙа, «Буран» ҡарйөрөгөстәрендә, сноубордта, тау саңғыларында бөтәһе 1200 кеше йөрөнө. Шуларҙан иң популярҙары – тюбинг һәм тау саңғылары. ҡунаҡхана ла яҡшы ғына эшләп тора, тик унда нисә кеше туҡталыуын белмәйем.

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай – Баймаҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”