08.01.2011 Ҡоролтай халыҡ проблемаларын хәл итергә тейеш
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты йыл йомғаҡтары һәм 2011 йылға бурыстар тураһында киңәйтелгән ултырыш уҙғарҙы. Сараға БР Президенты Хакимиәте, Хөкүмәт аппаратынан вәкилдәр, район-ҡалаларҙан башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре саҡырылғайны.
Башҡарма комитет рәйесе Илгиз Солтанморатов 2010 йылдың 10 – 11 июнендә үткән Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Был тәңгәлдә ҡоролтай комиссиялары ултырышын, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «түңәрәк өҫтәл»де, Пермь крайының Барҙа районы хакимиәте менән БДБҡ башҡарма комитетының үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөүен, Татарстандың Зәй ҡалаһында башҡорт милли-мәҙәни автономияһы ойошторолоуын билдәләргә мөмкин. Бынан тыш, Нижневартовск, Санкт-Петербург, Яр Саллы, Екатеринбург ҡалаларында йәшәүсе башҡорттар менән осрашыуҙар уҙғарылған. Торатауҙы сеймал сифатында файҙаланыуға ҡаршы акция ойоштороуҙа ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты әүҙем ҡатнашты.
Әйткәндәй, өсөнсө ҙур форумда Беренсе йәштәр ҡоролтайы ла үткәйне. Унда ҡабул ителгән бихисап бурысты үтәү өсөн райондарҙағы башҡорт ҡоролтайҙары янында йәштәр ҡоролтайҙары ойошторолорға тейеш ине. Үкенескә күрә, был эш үтә лә яй бара. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең йәштәр эштәре буйынса урынбаҫары Фәнзил Әхмәтшин әйтеүенсә, улар августа Урал аръяғы райондарына үрҙәге бурысты үтәүҙәрен һорап хат яҙған. Әммә Бөрйән районынан башҡалары, ҡоролоҡ, бесән, ураҡ ваҡыты, тип, был эште кисектергән. Артабан да, ҡабаттан хат ебәрелгәс, Ишембай, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Әбйәлил райондары бер-бер артлы ҡуҙғала һәм... ҡалғандар тағы ла битараф ҡала.
– Бәлки, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура яҡтарында йәштәр проблемаһы хәл ителгәндер? Бәлки, унда йәштәребеҙ эсмәйҙер, аҫылынып үлмәйҙер? Ни өсөн битарафһығыҙ һуң? Беҙ бит йәштәргә ярҙам итергә теләйбеҙ, – тине Фәнзил Әхмәтшин, әсенеп. Хәҙер урындарға инде өсөнсө тапҡыр мөрәжәғәттәр ебәрелгән.
– Милләттәштәрҙе эшҡыуарлыҡ өлкәһенә йәлеп итеү – бөгөн актуаль мәсьәлә, – тине БДБҡ башҡарма комитеты эргәһендәге иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм ер сәйәсәте буйынса комиссия рәйесе, «Стройтрейдинг» компанияһы директоры Иршат Аҫылғужин. – Беҙҙең халыҡта был өлкә үҫешмәгән. ҡоролтай комиссияһының бурысы – ошо эште ҙур кимәлдә ойоштороу. Тәүге аҙымдар яһалды – башҡарма комитет янында «Бизнес-үҙәк» булдырҙыҡ.
Был үҙәк республика, Рәсәй төбәктәре эшҡыуарҙары менән бәйләнештә булыуҙы, булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған.
Киңәйтелгән ултырышта ырыуҙарҙы тергеҙеү, «Ырыуымдың ете мөғжизәһе» тигән конкурс үткәреү тураһында «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе, «Трал» предприятиеһының генераль директоры Риф Иҫәнов, Рәсәй төбәктәрендә йәшәүсе башҡорттарҙы борсоған мәсьәләләр хаҡында Ханты-Манси Автономиялы Округындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле, округ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт ҡолмәнбәтов сығыш яһаны. Фекер алышыуҙа республика райондарында аҡһаҡалдар ҡоро төҙөү, ер мәсьәләһе, башҡа сетерекле хәлдәргә мөнәсәбәттәр белдереү-белдермәү хаҡында бәхәстәр ҙә булып алды.
Алдағы көнгә пландарға килгәндә, 2011 йылда республикала «Айыҡ ауыл» конкурсы иғлан ителеүен атап китеү мөһим. Нисек кенә күңелһеҙ яңғырамаһын, ауылы менән эскелеккә ҡаршы тороусылар юҡ кимәлдә. Әбйәлил районының Һәйетҡол ауылын иҫәпләмәгәндә. Был конкурс тураһында һүҙ сыҡҡас: «Уны иғлан итеү оят!» – тигән фекер ҙә яңғыраны. Йәнәһе, башҡалар, башҡорттар ауылында айыҡтар юҡ, тип уйлар. Үкенескә күрә, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Әлеге конкурсты ауыл кимәлендә лә, ҡалала ла, ғаиләлә лә, коллективта ла үткәреү талап ителә.
ҡоролтай киләһе йылға байтаҡ мөһим бурыс билдәләне. Уларҙы намыҫ һәм яуаплылыҡ менән атҡарып сығырға ғына ҡала.
Киңәйтелгән ултырышта тарих фәндәре кандидаты Әмир Юлдашбаевҡа, профессор Фирҙәүес Хисамитдиноваға «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы, Ханты-Манси Автономиялы Округынан Рәүҙәт ҡолмәнбәтовҡа, Өфө ҡалаһының Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мирхәт ҡаҙарғоловҡа «Халыҡ ихтирамы» грамотаһы, ҡалтасы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әнисә Ғариповаға Маҡтау грамотаһы тапшырылды.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.