25.12.2010 Йондоҙнамә 27 декабрь-2 ғинуар
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Иҫке йыл һәйбәт кенә тамамланып килә кеүек. 2011 йыл һеҙҙең өсөн тағы ла уңышлыраҡ көтөлә. Үҙ көсөгөҙгә ышанһағыҙ, ҙур ғына эштәрҙе башҡара алырһығыҙ. Элекке бәйләнештәр һәр саҡ ярҙам итер. Ауыр саҡта өйҙәгеләргә таянырһығыҙ.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Аҙна бер аҙ мәшәҡәтле килер. Ваҡ-төйәк эштәр ҡамасаулап торор. Икенсе яҡтан, уларҙы быйыл тамамлап, икенсе йылға күсермәүегеҙ хәйерле. Кесе йомаға ғына бушай алырһығыҙ һымаҡ. Хәҙер инде байрамды ҡаршы алырға бер нәмә лә ҡамасауламай, буғай.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
Йондоҙҙар һеҙгә киләһе йылда ла булышлыҡ итер. Ни тиклем әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, үҙегеҙгә яуаплылыҡ алһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ булыр. Мөхәббәт өлкәһендә һәм ғаиләлә лә барыһы ла бик өмөтлө күренә. Күптәр 2011 йылда өйләнер һәм кейәүгә сығыр.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Уңышлы осор. Үтеп барған йылды яҡшы кәйеф менән оҙатырһығыҙ, өмөт менән Яңы йылды ҡаршыларһығыҙ. Ғөмүмән, 2011 йыл һеҙҙең өсөн емешле буласаҡ. Элек башҡарған эштәрҙең сауабын алырһығыҙ. Бәғзеләргә яңы йорт һалырға, яңы торлаҡҡа күсергә лә тура килер.
Буға (21.04 – 21.05)
Киләһе йыл башынан уҡ тормошоғоҙҙа үҙгәрештәр башланыр. Уларҙың күбеһе һеҙҙең өсөн ыңғай көтөлә, шулай ҙа борсолоуҙар, тулҡынланыуҙар ҙа етерлек булыр һымаҡ. Тейешле тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, эш баҫҡысы буйынса мотлаҡ үрләй алырһығыҙ. Буйҙаҡтар үҙенең ишен табыр. Уны тик күрә алығыҙ ғына.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Һеҙҙе көсөргәнешле йыл көтә. Ял итеп ҡалырға тырышығыҙ. Артабан ҙур эштәр менән мәшғүл булырһығыҙ. Хәлегеҙ күп осраҡта әүҙемлегегеҙ һәм тырышлығығыҙ менән туранан-тура бәйле булыр. 2011 йылда яҙмыш һеҙгә бер нисә юл тәҡдим итер. Уларҙың береһен етди һайларға тура килер.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Өмөтлө осор. Тыныс күңел менән байрамдарға әҙерләнә алырһығыҙ, моғайын. Шишәмбе һәм шаршамбы бар йәһәттән дә уңышлы булыр. Киләһе йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршы алырһығыҙ. 2011 йылда мөмкинлектәрегеҙ һиҙелерлек киңәйергә тейеш.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Һеҙҙең өсөн уңышлы осор дауам итер, буғай. Быйыл эшләп бөтөрә алмағанды киләһе йылда мотлаҡ уңышлы аҙағына еткерерһегеҙ. Бигерәк тә 2011 йылдың икенсе яртыһы өмөтлө күренә. Һеҙҙең тирәлә үҙгәрештәр башланыу менән әүҙемлегегеҙҙе арттырығыҙ. Сабырлыҡ һәм түҙемлек күрһәтһәгеҙ, ауығыҙға ҙур ғына «балыҡ» эләгер.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Киләһе йыл һеҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡлы килеүе мөмкин. Күп кенә борсоп торған һорауға асыҡ яуап алырһығыҙ. Үҙегеҙҙә яңы һәләттәрҙе асырһығыҙ, улар һеҙгә ныҡ ҡына ярҙам да итер, моғайын. Яҡын кешеләрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙең тотороҡло булыуы көтөлә. Матди яҡтан килемегеҙ ҙә артыр, сығымдарығыҙ ҙа күбәйер.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
Аҙна ҡыуаныстар, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, яңы осрашыуҙар килтерер. Ғөмүмән, киләһе йыл аралашыуҙарға, танышыуҙарға бай булмаҡсы. 2011 йылдың тәүге ике айында алға китеү тотҡарланып торор. Сөнки эшләп бөтөрөлмәгән эштәр, иҫке бурыстар артҡа һөйрәр. Артабан хәлегеҙ яйланыр.
Саян (24.10 – 22.11)
Еңел йылға өмөт итмәгеҙ. 2011 йыл көсөргәнешле һәм үтә мәшәҡәтле үтер. Табанығыҙға баҫырға теләүселәр ҙә күп булыр һымаҡ. Көндәштәрҙе уҙыр өсөн һәр саҡ ян-яҡҡа ҡаранып йөрөргә тура килер. Фекерҙәштәрегеҙҙе эҙләгеҙ, улар менән маҡсаттарға өлгәшеү ҡыйын булмаҫ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙналағы ваҡиғалар һәйбәт кенә булыр. Йыш ҡына яңы һөнәр менән булышырға ла тура килер, бәлки. Шаршамбылағы тырышлығығыҙ ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр килтерер. Һис уйламаған сығымдар булыуы ла ихтимал, ләкин улар һеҙҙең кәйефегеҙҙе төшөрмәҫ. Ғөмүмән, Яңы йыл байрамында һеҙҙе күп ҡыуаныслы ваҡиға көтә.