RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы йылға – яңы өмөттәр!

25.12.2010 Яңы йылға – яңы өмөттәр!

Яңы йыл – иң күңелле байрамдарҙың береһе. Бала саҡтан уны ниндәйҙер мөғжизә көткәндәй көтөп алаһың. Киләһе йылға уй-ниәттәр, маҡсаттар билдәләйһең, яҡты өмөттәр бағлайһың. Яңы йыл алды кәйефен белешер өсөн сираттағы рубрикала «Үтеп барған йыл нимәһе менән иҫтәлекле булды?» тигән һорауға яуап эҙләнек.
Гөлнур ИШБУЛАТОВА, «Юлдаш» радиоканалының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар комментаторы:
– Үҙемдең шәхси тормошома килгәндә, йыл насар булманы. ҡыҙым Сулпан матур булып үҫеп килә, ярҙамсым, хатта кәңәшсем дә булып китә. Барыбыҙҙы һөйөндөрөп, «Тамыр» каналының «Иләү» тапшырыуын алып бара башланы, «Сәңгелдәк»кә лә төшә. Йылдың иң матур иҫтәлектәренең береһе, моғайын, ғаиләбеҙ менән сит илгә ял итергә барып ҡайтыуыбыҙ булғандыр. Сәфәребеҙ танышыуҙарға, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай булды, бик күп дуҫтар таптыҡ. Әгәр мөмкинлек булһа, республика, Рәсәй киңлектәре менән генә сикләнеп йәшәргә ярамай икән. Сит илдәргә сығыу, ят мөхитте күреү күңелгә йыл буйына етерлек әллә күпме ыңғай тәьҫорат бирә.
Дөйөм Башҡортостан, ил тураһында уйланғанда, ниндәй­ҙер тотороҡлоҡ билдәһе юҡлығы күңелде ҡыра. Ни өсөндөр иртәгәһе көнгә ышаныс кәмегән кеүек. Мин үҙем тормошта оптимист кешемен. Радио журналисы булараҡ та тапшырыуҙарымда матур күренештәрҙе нығыраҡ сағылдырырға тырышам. Бигерәк тә ауыл кешеһенең киләсәге уйландыра,тел мәсьәләһе борсой. Ысынлап та, дөрөҫ юлдан барабыҙмы? Әйләнә-тирәләге тормошта рухи һәм әхлаҡи йәһәттән самаһыҙ, әрһеҙ кешеләрҙең күплеге хайран ҡалдыра. Шуға күрә, аяҡ баҫасаҡ йылыбыҙ рухи таҙарыныу осоро булып, кешеләрҙең тормошҡа мөнәсәбәте үҙгәреп, яҡшы йәшәй башлаһаҡ ине, тип теләйем. Яңы йылда барығыҙға ла уңыштар, именлек юлдаш булһын.

Гөлсирә ВӘЛИЕВА, Өфөнөң 38-се урта мәктәбе уҡытыусыһы:
– Юлбарыҫ йылын яҡшы хәтирәләр менән оҙатам, шөкөр. Ғаиләбеҙҙә матур үҙгәрештәр күп булды. Өфө эргәһендә төҙөлгән Шамонин ауылында өй туйланыҡ. Был – беҙҙең өсөн оҙаҡ йылдар көтөп алған бәхет. Шуға күрә ун ике йылдан һуң килер Юлбарыҫ йылын да һағынып көтөп алырбыҙ, тип уйлайым. Сөнки был йыл нисектер аҡса, тапҡан малға бәрәкәт килтерер йыл кеүек.
Былтыр Яңы йылды ғаиләбеҙ менән юлбарыҫ костюмдары кейеп, күңелле итеп ҡаршы алғайныҡ. Әллә хайуан ҡәнәғәт ҡалды? Йыл һәйбәт үтте, уйламаған ерҙән аҡса инде, донъябыҙҙы бөтәйттек. Шуға күрә гәзит уҡыусыларға Яңы йылды ҡуян булып кейенеп, хайуандың яратҡан ризыҡтарын бешереп ҡаршыларға кәңәш итәм. Яңы йыл менән!

Алтынай БУРИНА (ИБРАҺИМОВА), актриса, киносценарист, «Алтынай» студияһы директоры:
– Йыл бик матур үтте. Өфөлә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡарһүҙ һөйләүселәрҙең беренсе ҡала, һуңынан республика конкурстарын үткәреп, бик матур байрам ойошторҙоҡ. Ҙур сәхнәлә әҫәрләнеп әкиәт һөйләгән оҫталарҙың берсә һиҫкәндергән, берсә тылсымлы донъяға әйҙәгән тауыштары әле булһа ҡолаҡ төбөндә сыңлап торғандай. Башҡортостаныбыҙҙа талантлы балалар ғәжәп күп. Әле ошо әкиәт байрамы еңеүселәренең әкиәттәре ингән диск сығарыу ниәте менән янабыҙ.
Әкиәт яратҡан бәләкәстәрҙе, уларға ҡарһүҙ һөйләгән өләсәй-олатайҙарын, күңелдәренә ғәм һалған атайҙарын, ғүмер бүләк иткән әсәйҙәрен, моңло башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләгән тыуған тел уҡытыусыларын Яңы йыл менән ҡотлайым. Һаулыҡ, байлыҡ, уңыштар, балҡыштар һәммәбеҙгә лә...

Гөлдәр ҡАДАЕВА, «Атайсал» гәзите журналисы:
– 2010 йыл ваҡиғаларға бик бай булды. Шуларҙың иң мөһимдәрен телгә алһам, моғайын, улым Азаматтың мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона инеүе йылдың иң ҙур бүләге булғандыр. Эшкә килгәндә, гәзитебеҙ үҙенең егерме йыллыҡ юбилейын билдәләне. Редакциябыҙ өй туйланы, ҡала типографияһы бинаһына күстек. Бында эшләү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған. Яңы йыл алдынан кәйефебеҙ көр, сөнки тиражыбыҙҙы йыя алдыҡ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”