RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Барҙы юҡ итеүе еңел, ә яңыртыуы?..

25.12.2010 Барҙы юҡ итеүе еңел, ә яңыртыуы?..

Зөфәр Алтынсураның «Йәшлек»тең 27 ноябрҙәге 41-се һанында донъя күргән «Был реформаларға ҡасан сик булыр?» исемле борсоулы мәҡәләһен уҡығас, үҙемдең бер-ике генә фекерем менән уртаҡлашмаҡсымын.
Автор урынлы хәүефләнә. Реформалар бынан сирек быуат элек башланып, тормошобоҙ фәҡәт шул үҙгәртеп ҡороуҙарға дусар ителеп, халҡыбыҙ эксперимент үҙәгенә әйләнде бит инде. Горбачев ата реформатор булһа, Ельцин, Гайдар, Чубайс, үҙгәртеп ҡороу маһирҙары булараҡ, ярыҡ ялғашҡа ултыртты. Һөҙөмтәлә, СССР-ҙың бөтөн байлығы шәхси ҡулдарға күсеп, халыҡ ҡатламдарға бүленеп, илебеҙ реформалар майҙансығына әйләнде. Реформалар, әлбиттә, насарҙы – яҡшыға, юҡты – барға, кәмселектәрҙе бөтөрөүгә ҡоролған булырға тейеш. Тик беҙҙә киреһенсә килә лә сыға.
Реформа ҡағылмаған өлкә юҡтыр, әммә береһендә лә ыңғай һөҙөмтә күренмәй, күпме завод-фабрика, колхоз-совхоз бөтөрөлдө. Дәүләт сауҙаһы конкурентлыҡ һәләтенә бөтөнләй эйә булмай сыҡты.
Ауыл хужалығына килгәндә, ҡасандыр ат, үгеҙ, һыйырҙар менән эшкәртелгән яландарҙа бөгөн ҡый үләндәре үҫә, малсылыҡ фермаларының ҡуралары бомбаға тотолған ҡиәфәттә. «Хәтәр шәп» реформа арҡаһында ҙур-ҙур ауылдар бер нәмәһеҙ тороп ҡалды. Мәғарифтағы реформалар ҙа (әгәр уларҙы реформа тип атап булһа) мәғәнәһеҙ булып сыҡты. Программалар, дәреслектәр әллә нисәгә тәкмәс­терелде, мәктәптәр ябыла...
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә участка дауаханаларын ябып, дарыуҙарға хаҡ өҫтәп, штат ҡыҫҡартып, «шәп» эшләнеләрме? ҡайһы яҡтан ҡараһаң да, ғәжәп кире күренештәргә юлығаһың һәм үҙгәртеп ҡороуҙарҙың, ысынлап та, үҙгәртеп ҡырыуға әйләнгәненә инанаһың. Ә бит барҙы юҡҡа сығарыу­ға бер ниндәй ҙә аҡыл кәрәкмәй. Милицияның полиция итеп үҙгәртелеүе тураһындағы законды «йыл асышы» тип иҫәпләргә булалыр. Баҡтиһәң, илдәге бөтә бәлә шул икешәр хәрефкә (ми – по) бәйле булған икән. Ә ул хәрефтәр «табличка»лары менән машиналарҙағы яҙыуҙарын ғына үҙгәртеүгә – 500 миллион һум, буласаҡ полицейскийҙарҙың түштәренә тағыласаҡ жетондарға – 1 млрд 700 млн һум тирәһе, мөлкәтте төбәктәрҙән федераль кимәлгә күсереүгә йәмғеһе 2 млрд һумдан ашыуыраҡ сығым талап ителәсәк. Әйтеүҙәренсә, милицияның проблемалары күп йыйылып киткән дә, был шуны хәл итеү алымы булып тора икән. Үәт, әй, нисәмә йыл буйына шуға ла «башыбыҙ етмәгән». Ә бит көнө-төнө төрлө каналдарҙан күрһәтелгән сериал, боевиктарҙа сәскә атҡан енәйәтселек, мафия, коррупция күренештәренең мотлаҡ рәүештә погонлы тәртип һаҡсыларының ҡурсалауы аҫтында башҡарылыуы күренә. Формаһы үҙгәреү менән йөкмәткеһе шул көйө тороп ҡалмаһа ярай ҙа ул. Юғиһә эшһеҙлек – эскелек – енәйәтселек кеүек кире күренештәр сынйыры нәҡ ошо эшкинмәгән реформалар арҡаһында хасил була. Сөнки улар күп осраҡта халыҡ мәнфәғәтен яҡлауға түгел, киреһенсә, уларға ҡаршы эшләнә, йәғни үҙгәртеп ҡороуға түгел, ә ҡырыуға йүнәлтелә.

Фәрит РӘМОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”