25.12.2010 Был аҙнала беҙҙе...
ҡурҡытты...
Гаити халҡының түҙемлеге сигенә еткән, тип әйтеү генә аҙ. Уларҙың бәғзеләре баштарына төшкән бәләләрҙән һуң ысынбарлыҡты айыҡ аҡыл менән ҡабул итә алмай башланы. Гаитиҙа халыҡ шамандар, сихырсыларҙы үлтереү менән шөғөлләнә. Уларҙың фекеренсә, илгә холераны тап ошондай әҙәмдәр килтергән. Етмәһә, аптыраған, арыған, йонсоған халыҡ кешеләрҙең сихырсымы-юҡмы икәнлеген әллә ни тикшереп тормай. Шуға ла үлтереүселәр ҡулына осраҡлы ғына эләккән ҡорбандар ҙа бар. Әлбиттә, «сихырсы» тип аталған кешеләрҙең дә холераны килтерерлек һәләте юҡ.
Әле 45 «халыҡ дошманы» үлтерелгән. Уларҙы таштар менән бәреп, йә тураҡлап үлтерәләр, һуңынан яндыралар. Йәнәһе, сихырсылар мөғжизәле порошок уйлап сығарып, холераның таралыуына юл аса.
Гаитиҙа мәжүсилек ныҡ тамыр йәйгән. Полиция кешеләрҙе тураҡлап, яндырып йөрөгәндәрҙең кем булғанлығын асыҡлай алмай йонсой. Сөнки халыҡ, ысынлап та, сихырсыларҙы ғәйепле тип һанай һәм тикшереүселәр менән хеҙмәттәшлек итергә теләмәй. Урындағы халыҡтың яртыһы тиерлек көндәлек проблемаларҙы хәл итеү өсөн тап сихырсыларға мөрәжәғәт итә.
ҡыуандырҙы...
Илдең «төп табибы» Геннадий Онищенко хәбәр итеүенсә, Рәсәй тәмәке тартыу буйынса донъяла алдынғы урынды биләй. Шуға ла йәмәғәт урындарында тәмәке тартыуҙы тулыһынса тыйыу мәсьәләһе ҡайтанан күтәрелде.
Мәҫәлән, Испанияла тәмәке тартыуҙы сикләү өсөн бик күп сара күрелә, унда тәмәкеселәргә ҡаршы һуғыш бара. Дөйөм туҡланыу урындарында, отелдәрҙә, дискотека майҙандарында тәмәке тартыу ҡәтғи тыйыла. Ресторандарҙа тәмәкеселәр өсөн айырым бүлмәләр ҙә юҡ. ҡыҫҡаһы, Испанияла психиатрия дауаханаһында һәм төрмәлә генә тәмәке тартыусылар өсөн махсус урын булдырылған.
Шулай уҡ Онищенко тәмәкенең хаҡы артасағын да хәбәр итә. Дөйөм туҡланыу урындарында тартыу тыйыласаҡ.
Хәүефләндерҙе...
Кот-д-Ивуарҙа президент һайлауҙарынан һуң ығы-зығылар башланды.
Урындағы етәкселәр, Африканың был илендә граждандар һуғышы башланыр, тип хәүефләнә. Әле үк сыуалыштарҙа 200-ләгән кешенең һәләк булыуы билдәле. Ә инде дауаханаларға эләгеүселәр уғата күп. Кешеләрҙе урлау осраҡтары йыш күҙәтелә. Һуғышыуҙар арҡаһында ҡулға алыныусылар һаны мең кешегә етеп килә.
Әле ил менән быға тиклем ошо вазифаны биләгән Президент Лоран Гбагбо етәкселек итә. Ул яңыраҡ булған һайлауҙарҙа еңелде, әммә президентлыҡ вәкәләттәрен тыныс ҡына тапшырырға йыйынмай. Бөтә шау-шыу ошо арҡала килеп сыҡҡан, башлыҡ үҙенең еңелеүенә ышанмай. Лоран Гбагбо дәүләт башлығын һайлау кампанияһының эшмәкәрлеген тикшереү өсөн халыҡ-ара комиссия ла төҙөргә тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта икенсе кандидат – Алассан Уаттара ла һайлауҙарҙа еңеп сыҡҡан тип һанала.
Ике кандидаттың береһе лә ил менән етәкселек итеүҙән баш тартырға йыйынмай. Һөҙөмтәлә урындағы ябай халыҡ, полиция зыян күрә.