21.12.2010 Әллә өмәләп тормайыҡмы?..
Һуғым һуйғанда күршем бер лаҡап һөйләп көлдөрҙө. «Бер туйҙа, үҙең кеүек эсмәгәнен таптыҡ, алып ҡайтып, ҡунаҡ ит, тип урман яғынан килгән ҡоҙаны миңә беркеттеләр. Мәрәкәсел булып сыҡты ҡоҙам – хәбәрҙең уйынын да, ысынын да ҡоя ғына. Яйлап, балаларға килеп терәлдек. Малайҙарың нисәү, тип һорай ҡуйҙым. Ауыртҡан ере булған икән ҡоҙаның.
– Гел ҡыҙ миндә. Тағы бер маташтырып ҡарайым да, килеп сыҡмаһа, өмәләйем дә ҡуям!»
Уҙған аҙнала Баймаҡ районы хакимиәтенең конференц-залында хакимиәт башлығы Р. Сәйетов, ауыл хужалығы министры А. Йыһаншин һәм Магнитогорск ҡалаһының «МКХП-Ситно» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры П. Журавский ҡатнашлығында кәңәшмә уҙҙы. Кәңәшмәнең төп маҡсаты – районда «Ситно» ҡатнашлығында агрохолдинг булдырыу мөмкинлектәрен тикшереү булды. Башҡортостанда инвесторҙар эшмәкәрлеге өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылыуын, Баймаҡ районының да был йәһәттән ҡалышмаясағына ышаныуын белдерҙе үҙенең сығышында Азат Салауат улы Йыһаншин.
Рөстәм Рафаил улы Сәйетов Баймаҡ районының ауыл хужалығы тармағын артабан үҫтереү өсөн мөмкинлектәре ҙур булыуын әйтеп үтте. Әлеге ваҡытта, ҡабатлана килгән ҡоролоҡ эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, райондың шәхси һәм төрлө хужалыҡтарында 52 мең баш эре мал аҫрала. Тимәк, районда ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өсөн потенциал ҙур.
«Ситно» Баймаҡ халҡына яҡшы таныш – уның икмәк-ҡаластарын, торттарын һәр бер аҙыҡ-түлек магазинында тиерлек табырға була, яҡшы сифатлы продукцияға һорау ҙур. Компанияла 8500 кеше эшләй, уның балансында Уралдағы иң ҡеүәтле икмәк комбинаты, ҡошсолоҡ комплексы, Башҡортостанда һәм Силәбе өлкәһендә башҡа аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары, 120 мең гектар сәсеүлек бар. Продукцияһының 78 проценты «Ситно» магазиндары аша һатыла. Павел Александрович әйтеүенсә, «Ситно» ҡош түшкәләрен туңдырмайынса, һыуытылған килеш тәүлек эсендә Мәскәүҙең сауҙа нөктәләренә еткерергә һәләтле – мөмкинлектәре ҙур. Компанияның әйләнештә 18 млрд һум аҡса йөрөй. Бер һүҙ менән әйткәндә, ыңғай килешеүҙәр төҙөлгән осраҡта, бындай ҡеүәтле компания райондың инфраструктураһын үҫтереүгә, ауыл хужалығына йән өрөүгә, урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерер ине. Шулай уҡ Сибай элеваторы тураһында ла мәсьәлә ҡарала, тип яҙа «Баймакский вестник» гәзите был кәңәшмә хаҡында. Был мәсьәләгә тәнҡит күҙлегенән ҡарағандасы?
2007 йылда «Ситно»ның Магнитогорскиҙағы икмәк комбинатының эшен яҡындан күрергә насип булды. Бер аҙна тирәһендәй комбинат ҡыйығын бикрост менән ябыуҙа ҡатнашҡайным. Шунда комбинатҡа көнөнә алты, ҡайсаҡ ете тапҡыр 16 тонналыҡ контейнер менән он килтереп бушатыуҙарына хайран ҡала инек. Һуңғараҡ, «Ситно»ның үҙ сәсеүлектәре, ауыл хужалығы техникаһы паркы, автозаправкалары, төҙөлөш колонналары, сауҙа йорттары булған холдинг икәненә төшөндөк. Йәғни бер һум аҡса ла ситкә китмәҫкә, һөҙөмтәле ҡулланылырға тейеш, тигән фекерҙе алға һөрөүсе айыҡ аҡыллы хужа компанияһы (ҡыйыҡҡа бикрост ябыусы «шабашник»тарҙы ситтән, Башҡортостандан йыйыу ҙа шул уҡ мәнфәғәттәрҙән сығып эшләнелгән, әлбиттә – арзан эш көсө).
Хәҙер ошо компания Баймаҡ районына килеп төпләнде, тип күҙ алдына килтерәйек. Әлеге көндә компанияның директоры П. Журавскийҙың вәғәҙә иткәндәре – райондың ауыл хужалығына йән өрөү, инфраструктураһын үҫтереү, эш урындары булдырыу. Булмаһа, вәғәҙәләрҙең һәр береһенә туҡталып китәйек.
Ауыл хужалығына йән өрөү
Нимә-нимә, быныһы буш һүҙ булмаҫына иманым камил. Әлеге кәңәшмәлә әйтеп үтелгән 30 000 гектар ерҙе 49 йылға ҡуртымға алһа, Баймаҡ районының ауыл хужалығында эштәр гөрләйәсәк. Төбәктең элекке «Йылайыр» совхоз-техникумы ерҙәре иң уңдырышлы, ҡаты сортлы бойҙай үҫтереү өсөн иң отошло тип иҫәпләнә. Юҡҡамы ни, заманында, Америка илселәренең һушын алыр өсөн, уларҙы ырҙын табаҡтарында тау-тау булып бойҙай өйөлөп ятҡан «Йылайыр» совхоз-техникумына ҡунаҡҡа алып килгәндәр. Әйткәндәй, миллионер совхоздың иң яҡшы йылдарында сәсеүлектәренең дөйөм майҙаны 40 000 гектар самаһы тәшкил иткән... Компанияның, элекке «Йылайыр» совхоз-техникумы биләмәһендәге муниципаль ерҙәр менән бер рәттән, «Сибай» совхозының уға сиктәш бүлексәләрендәге сәсеүлектәрҙе, «Төйәләҫ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Шверник» хужалығы (Казанка ауылы) ерҙәрен ҡуртымға алырға теләк белдереүенә аптырарға ярамай.
Баймаҡ районы сәсеүлектәренең иң уңдырышлы өлөштәре, иң нәғез киҫәктәре ошо төбәктәрҙә икәнен һәр бер механизатор, һәр агроном дөрөҫләр. «Ситно» кеүек бай компанияның, ошондай хазинаны ярты быуатҡа ҡулына төшөрөп, ҡыл ҡыбырлатмай ятмаясағы мәғлүм. ҡеүәтле «Джон-дир» тракторҙары, «Нью-Холланд» комбайндары, әҙ эшсе ҡулдар талап иткән яңы технологиялар... Баймаҡ районы ауыл хужалығында түгел, ә Баймаҡ районы биләмәһендәге «Ситно» баҫыуҙарында эштәр гөрләйәсәк.
Инфраструктураны үҫтереү
Быныһы ла буласаҡ. Сибай элеваторына хужа булғас, әлбиттә, тағы бер нисә тирмән кәрәк буласаҡ. Бәлки, берәй урта ҡуллы икмәк комбинаты төҙөлөр. Бик булмаһа, бөлгөнлөккә төшкән Баймаҡ икмәк заводын һатып алырҙар. Күлтабан мегафермаһына инвестициялар һалһалар, әлбиттә, һөт комбинаты, йә һөттө пакетҡа ҡойоу линияһы ултыртырҙар, бәлки. Тик әлеге лә баяғы урындағы етештереүселәрҙең өлөшөнә инәсәк бит был эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары. Әлбиттә, урында үҫтерелгән икмәкте, һөттө, итте урында һатыу отошлораҡ – тимәк, тиҙҙән «Ситно»ның продукцияһы яҡын тирәләге бөтә конкуренттарҙы (урындағы эшҡыуарҙарҙы) ла тапап уҙып китәсәк. Магниттан, Белореттан килтерелгән икмәктәре әле баштан уҡ Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, ҡуянтау, Бикеш, Үрнәк ауылдарында һатылғас, киләсәктә, әлбиттә, бөтә Урал аръяғы ауылдары ла «Ситно» икмәген ашаясаҡ! Ауыл халҡы икмәкте үҙе бешерә бит, тиеүселәр булыр. Уныһы шулай әлегә. Тик ауыл кешеһе лә бойҙайҙы үҙе үҫтермәй, ә колхоз-совхоздарҙан, уларҙың вариҫтары булған төрлө ауыл хужалығы кооперативтарынан эш хаҡы итеп ала. «Ситно» холдингы продукцияһының үҙҡиммәте лә түбән, сифаты ла, тышҡы йөҙө лә яҡшы, матур; компанияның менеджерҙарына иһә урындағы дәғүәселәрҙе яйлап, ашыҡмайынса ғына баҙарҙан ҡыҫырыҡлап сығарырға ғына ҡала.
Тағы ла төп һалымдарҙы «Ситно» компанияһы Башҡортостанға түгел, ә теркәлгән урыны – Силәбе өлкәһенә түләйәсәген дә иҫтән сығарырға ярамай.
Урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеү
Бына быныһы инде бик икеле, хатта шикле вәғәҙә. Әлеге ваҡытта, ауыл хужалығының ни тиклем мөшкөл хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, ауыл халҡы шул колхоз-совхоздарға ҡарап тора. Эш хаҡы алмаһалар ҙа, бесәнләтә, игенләтә, маллата булһа ла алыш-биреш итеп, көн күргән саҡтары. Күп кенә ауылдарҙа бәләкәй икмәкханалар бар, уларында ла байтак кеше эшләй. Иң мөһиме – был кешеләр райондың төрлө тарафтарында таралышып йәшәп ята, төрлө ауылдарҙа көн күрә. Шуға ла, ни тиклем генә хурлаһаҡ та, ауыл халҡының дөйөм көнкүрешенә ыңғай йоғонто яһай уларҙың эшмәкәрлеге.
Икмәк етештереүсе монополист барлыҡҡа килеүенән иһә ошо эш хаҡы урынына игенен-онон алып йәшәп килгән механизаторҙың да, ауылдаштарына, бысыйыраҡ йә көйгәнерәк итеп булһа ла, икмәген бешереп өлгөртөп торған урындағы эшҡыуарҙың да көнитмеше ҡырҡа насараясаҡ, һәм быны инҡар итеү ахмаҡлыҡ булыр, минеңсә. Берәү ҙә, дөрөҫөн генә әйткәндә, Баймаҡ районы халҡы яҡшы йәшәһен, тип, килеп районға инвестиция һалмаясаҡ. Төп маҡсат – мөмкин тиклем аҙыраҡ эшселәрҙе йәлеп итеп, күберәк табыш алыу.
Әлеге ваҡытта сәсеү эштәрен йә бесән әҙерләү, уңыш йыйыу мәлен күргәнегеҙ бармы? Бүлексә һайын 5 – 6 ашнаҡсы, тиҫтәләгән механизатор, сәскес артында тороусылар, бесән тапаусылар, ҡарауылсылар, көтөүселәр, объездчиктар, водителдәр – тағы ла ҡырылмаһа ҡырҡ кеше уртаҡ эштә ҡатнашып, саф намыҫ менән үҙен кәрәкле кеше тип иҫәпләй, өмөтһөҙлөккә бирелмәй йәшәп килә. «Беҙҙең хужалыҡта өс кеше лә өлгөрә ала, әммә беҙ 200 кешене эш менән тәьмин итәбеҙ, – тигәйне бер хужалыҡ директоры. – Сөнки эшһеҙлектән бөтә ауыл эскелек һаҙлығына сумасаҡ. Социаль яуаплылыҡ был». «Ситно» компанияһы иһә өс кеше эшләрлек урында 200 кешене тотмаясаҡ. Дүрт кешене лә тотмаясаҡ – фәҡәт өс кешене. ҡалғандары эсеп, һуғышып, аҫылынып ҡырылып бөтөп барһа ла.
Атайым, хаҡлы ялдағы атҡаҙанған механизатор, йәй етһә, йән тыныслығын юғалта. Иртәнге сәғәт 9-ҙа баҫыуға юлланыусы комбайндар ҙа оҡшамай уға («Беҙҙең ваҡытта таң һарыһынан баҫыуҙа йөрөй инек»), һыйпаламыраҡ тейәлгән бесән дә («Бер сеновозкаға ике сеновозка самаһы бесәнде тапап һала торғайны беҙҙең замандағы егеттәр»), юл буйындағы баҫыуҙа мал йөрөүе лә («И-их, объездчигын тотоп алып аҡылын эсерергә ине, игенде тапатҡаны өсөн!»). Оло кешегә, тере аҡса күрмәйенсә былай эшләп йөрөгәс тә ярай инде, тиһәң, ышанмай. Беҙҙең ваҡытта райондан баҫыуға баҫтырып килеп аҡса тоттороп китә торғайнылар, тип үҙенекен һөйләй. Бәлки, инвестиция, тип булған байлығыңды яттар ҡулына тоттороп, аҙаҡ күҙҙәренә тилмереп ҡарап, ҡалталарына тамшанып ултырғансы, үҙебеҙҙәге эшселәргә аҡса түләп эшләтеүҙе яйға һалырғалыр? Малай юҡ, тип, хәләлеңде «өмәләтеү» кеүегерәк килеп сыҡмаймы был «Ситно» олигархына үҙебеҙҙең бөгөн хәлебеҙ етмәһә, иртәгә етер ерҙәребеҙҙе мәңгелеккә тапшырып ҡуйыу?
«Республикаға өҫтәмә инвестициялар кәрәк»
Рөстәм Хәмитов РФ Дәүләт Думаһындағы Башҡортостан депутаттарын республикаға федераль кимәлдә федераль ҡаҙнанан адреслы инвестпрограммалар сиктәрендә, шулай уҡ ҙур эшҡыуарлыҡ өлкәһендә өҫтәмә инвестициялар эҙләргә өндәне.
«Республикаға аныҡ һөҙөмтәләр – контракттар, форумдар, инвестициялар кәрәк», – тине Рөстәм Хәмитов парламентарийҙар менән уҙған осрашыуҙа.
Башҡортостан Президенты, тик ошондай ысул менән генә эшһеҙлек кеүек социаль проблемаларҙы хәл итеп буласаҡ, тине. Статистика буйынса, республикала эшкә һәләтле 2,4 миллион кешенең 1,8 миллионы ғына эш менән тәьмин ителгән. Шулай булһа ла, республикала рәсми рәүештә тик 45 мең генә эшһеҙ теркәлгән. «Былары – эшһеҙлек буйынса пособие алыу бәхете тейгәндәре, – тине Президент. – Ысынбарлыҡта иһә эшһеҙҙәр һаны 200 меңдән аша».
Рөстәм Хәмитов депутаттарға республика өсөн инвесторҙар һәм федераль саралар эҙләүҙә шәхсән ярҙамын вәғәҙә итте. «Мәскәү кабинеттары буйлап үҙем йөрөргә лә әҙермен. Эшләргә кәрәк, башҡа рецептар юҡ», – тине ул.
Илшат ҡАНСУРИН.