RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Миәкә йәштәре яҡташтарын тәүге байрамға йыйҙы

18.12.2010 Миәкә йәштәре яҡташтарын тәүге байрамға йыйҙы

Күптән түгел генә Миәкә йәштәре берлеге үҙ эшен башланы. Тәүҙә бер нисә кешенән генә торған коллективыбыҙ көндән-көн әүҙем райондаштарыбыҙ менән тулыланып торҙо. Әллә күпме яңы таныш һәм дуҫ барлыҡҡа килде. Кеше нисек кенә һәләтле булмаһын, бер үҙе барыбер тауҙар аҡтара алмаҫ ине. Ә күмәкләшеп йыйылғас, бер ниндәй ҡыйынлыҡ та ауыр түгел һымаҡ тойолдо.
Ойошторолоуына бер ай ғына булыуына ҡарамаҫтан, беҙ бүтән райондарҙың яҡташтар берлегенән ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. БР Яҡташтар ассоциацияһы ойошторған «Дневной дозор» уйынында ете команда араһында икенсе урынды алдыҡ. Ә ошо көндәрҙә үҙебеҙҙең тәүге байрамыбыҙҙы ойошторҙоҡ. Һуңлабыраҡ булһа ла, беренсе курсҡа уҡырға килеүселәрҙе йыйып, уларҙы ысын студент тормошона «аяҡ баҫтырҙыҡ». Әҙерлек өсөн ваҡытыбыҙ бик аҙ булыуға ҡарамаҫтан, байрам юғары кимәлдә үтте. Айырыуса районыбыҙҙың төрлө милләт йәштәре берләшеүе отошло булды. Концертта яңғыраған дәртле башҡорт, татар, сыуаш, рус йырҙарына тамашасылар рәхәтләнеп бейеп тә алды. Иң йәш артисыбыҙ – 4-се синыф уҡыу­сыһы Данир Ғимаҙиевтың сығышына ҡул саба-саба хәле бөттө тамашасының. Ысынлап та, ул үҙен сәхнәлә шул тиклем ышаныслы тота. Концертыбыҙҙың милли үҙенсәлек менән за­ман һулышын оҫта берләштереүе лә һәйбәт булды. Кемдер бында килеп, рухи аҙыҡ тап­һа, рәхәтләнеп туған телендәге йырҙарға ҡу­шы­лып йырлаһа, икенселәр заманса бейеү­ҙәрҙе үҙ итте, студент тормошондағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе сәхнәләштереүгә рәхәтләнеп көлдө. Тамашасылар менән уйындар ҙа ойошторолдо.
Тәүге шундай ҙур байрамыбыҙ менән ҡотлар­ға районыбыҙҙың билдәле кешеләре – яҙыусы Азат Мағазов, журналист Зөлфиә Сафина ла килде. Улар йәш яҡташтарына аҡ юл теләне. Район хакимиәтенән килергә тейешле ҡунаҡтарыбыҙҙың булмауы ғына күңелде ҡырҙы, әлбиттә. Әммә тиҙҙән үткәреләсәк Яңы йыл байрамында уларҙы күрербеҙ, тип ышанабыҙ. Етәкселектең ярҙамын тойоу йәштәр өсөн бик мөһим бит...
Был беҙҙең тәүге ҡоймағыбыҙ булһа ла, Аллаға шөкөр, төйөрлө булманы. Артабан да һынатмаҫбыҙ, тип ышанғы килә.

Р. РИНАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”