RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Юлдар: берәүҙәргә бар, берәүҙәргә – аһ-зар

18.12.2010 Юлдар: берәүҙәргә бар, берәүҙәргә – аһ-зар

Яҡшембәт ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған бер генә ауылға ла асфальт юл һалынмаған
Юлдар: берәүҙәргә бар, берәүҙәргә – аһ-зарРәсәйҙә өс бәлә: ахмаҡтар, юлдар һәм эскеселәр, тип беренсе тапҡыр кем әйткәндер, хәҙер берәү ҙә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Хәйер, тәүҙә һүҙ ике бәлә – ахмаҡтар һәм юлдар тураһында ғына барған. Берәүҙәр, был хаҡта иң тәүгеләрҙән булып бөйөк рус әҙибе Николай Васильевич Гоголь телгә алған, тип фараз итһә, икенселәр Салтыков-Щедрин исеме менән бәйләй. Авторлыҡты Карамзин, хатта Рәсәйҙең һуңғы батшаһы Николай ғали йәнәптәренә яҙып ҡуйыусылар ҙа юҡ түгел. Был шәхестәр­ҙең барыһы ла хәҙер тарих ҡына булып ҡалған, ә Рәсәйҙә ахмаҡтар һаны менән алама юлдар оҙонлоғо йылдан-йыл ишәйгәндән-ишәйә. Һуңғы йылдарҙа тәүге икәүһенә эскеселәр ҙә килеп ҡушылып, былай ҙа ҡыҙыҡ менән мәҙәктән генә ҡорол­ған көндәлек тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереп, төрлөләндереп ебәрҙе.

һөнәрем буйынса ғүмеремдең байтаҡ өлөшө сәфәрҙә үткән кеше булараҡ, «йәшел йылан» менән дуҫлашыусылар һәм алйоттарҙан ситкәрәк тартылып, юлдар темаһына нығыраҡ иғтибар итмәксемен.
Күптән түгел бер абруйлы матбуғат сараһында юлдарға ҡағылышлы мәғлүмәтте уҡып, хайран ҡалдым. Баҡтиһәң, һуңғы егерме йыл эсендә, юлдар булмау сәбәпле, Рәсәйҙә 52 мең ауыл, ҡасаба, ҡала юҡҡа сыҡҡан. Ошо йылдар эсендә, кешеләр ташлап киткәнлектән, әллә күпме ауыл хужалығы ерҙәре эшкәртеүһеҙ ҡалған. Белгестәр һүҙенә ҡолаҡ һалһаҡ, 2000 – 2010 йылдарҙа илдә һөрөнтө ерҙәр 7,5 миллион гектарға кәмегән.
Рәсәй юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, йыл һайын юл фажиғәһендә 35 мең кешенең ғүмере өҙөлә. Һәр өсөнсө үлем юлдарҙың сифатына (был осраҡта, сифатһыҙлығына) бәйле.
Яңыраҡ Көйөргәҙегә юл төшкәндә, райондың иң ҙур ауылдарының береһе иҫәпләнгән Яҡшембәткә һуғылырға тура килде. Район үҙәге Ермолаевтан мин бараһы ауылға ҡәҙәре – 27 саҡрым. Сама менән ун саҡрым үткәс, Молоканов ауылына етәрәк, асфальт менән ҡапланған юл бөттө.
– Артабан ҡырсын түшәлгән саҡыр-соҡор юлдан елдерәбеҙ инде, – тине Яҡшембәткә ҡайтып барған йәш егет.
Уны, яңғыҙыма күңелһеҙ булмаһын өсөн, юлда туҡтап ултыртып алғайным. Ҙур ғына ауыл булыуға ҡарамаҫтан, Яҡшембәткә Күмертауҙан да, Ермолаевтан да маршрут автобусы йөрөмәй икән дә. Шуға күрә, ниндәй­ҙер йомош менән район үҙәгенә килгән уҡытыусы егет, эштәрен теүәлләгәс, ауылына ҡарай тәпәй турат һыпыртырға булған.
– Ә нисек йөрөйһөгөҙ һуң һеҙ? – Аптырап, иртәнән алып һибәләп яуған көҙгө ямғыр аҫтында байтаҡ ҡына йәйәү атлағанлыҡтан, энәһенән ебенә ҡәҙәре еүешләнгән егеткә ҡарайым.
– Элегерәк беҙҙең ауылға автобус бар ине ул, ләкин, рентабелле түгел, тип туҡтатып ҡуйҙылар. Хәҙер Бикмаев Камил ағай үҙенең ике “ГАЗель”автобусы менән халыҡты йөрөтә-йөрөтөүен, әммә ул ғына аҙ.
Бигерәк ҙур шул мин төбәп китеп барған ауыл, ысынлап та, ике микроавтобустың аҙлығына аптырарға ла ярамай. Яҡшембәт ауыл советы муниципаль биләмәһенә барлығы ун ике ауыл ҡарай. Уларҙа йәмғеһе, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 3219 кеше йәшәй. Был ауылдарҙың һәр береһенең ҡабатланмаҫ үҙ тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары бар. Уларҙан исемдәре республикабыҙ йәмәғәтселегенә киң билдәле бихисап шәхес тә сыҡҡан. Барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел, мәгәр бәрәкәтле Яҡшембәттә тыуып үҫкән иң сағыу­ҙарын, барлыҡ исемдәрен теҙмәйенсә генә, атап китеү урынлы булыр, моғайын. Мәҫәлән, ғалимдар Марат Аҙнабаев, Шәүкәт Аҙнабаев, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Румил Аҙнабаев, Сынтимер Баязитов, артистар Фирҙәт Ғәлиев, Таһир Искәндәров, композитор һәм йырсы Рәүеф Сәлтәшевтарҙың кендектәре ошо ерҙә ҡырҡылған. Былары әле ҡапыл иҫкә төшкәндәре генә, ун ике ауылдың һәр береһенән сыҡҡан шәхестәрҙе бөртөкләп һанай китһәң, тиҫтәләгән, йөҙләгән улар. Киләсәктә лә данлы Мешәүле ҡарағужаҡтың ырыуҙаштары тыуған Башҡортостаныбыҙҙың лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары булырҙай шәхестәр үҫтерәсәк әле.
Бөгөн бында яңы тыуғандан алып ете йәшкәсә сабыйҙарҙың һаны 275-тән ашыу. Шуларҙың 101-е балалар баҡсаһына йөрөй. Яҡшембәт, Яҡуп, Абдул ауылдарында заман талаптарына яуап биргән баҡсалар эшләй. Шулай уҡ Яҡшембәт менән Абдул ауылдарында тулы дөйөм белем биреү мәктәптәре бар. ҡотлоюл, Көйөргәҙе, Яҡуп ауылдарында туғыҙ йыллыҡ белем усаҡтары урынлашҡан. Башҡа ауылдарҙың балалары башланғыс белемде үҙҙәренең мәктәптәрендә ала. Һәләтле балалар өсөн бер нисә йыл элек Яҡшембәттә музыка мәктәбе лә асылған.
Кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү маҡсатында Яҡшембәт ауылында табип-амбулатория үҙәге уңышлы эшләй. ҡотлоюл, Түбәнге Баба, Көйөргәҙе, Яҙлау, Абдул, Яҡуп ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ бүлектәре асылған. Тәү ҡарауға барыһы ла яҡшы һымаҡ, мәгәр...
Яҡшембәт ауыл советы ауыл биләмәһенә ҡараған бер генә ауылға ла асфальт юл һалынмаған. Хәйер, бер Яҡшембәт һәм уның тирә-яғындағы ауылдарҙа йәшәгән халыҡ ҡына юлһыҙ интегәме ни Көйөргәҙелә? Тимербай, Яманһары, Яманғол, Йомағужа, Зәк-Ишмәт, Марьевка, Михайловка, ҡунаҡбай, Свобода, Таймаҫ, Ялсыҡай ауылдарына ла ошоға ҡәҙәре асфальт юл һалынмаған.
– Райондағы юлдарҙың торошо өсөн ул ҡәҙәре үк бошонмаҫ та инек ул, – ти, тәрән көрһөнөп, юлдашым. – Ләкин беҙ бит, район етәкселәренең талабына ҡаршы тора алмай, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – ҡорол­тайға депутат итеп һуңғы ике саҡырылышҡа «Башкиравтодор» предприятиеһы етәксеһе Шамил Әминевты һайланыҡ. Йәнәһе, ул беҙгә юлдар һала, ауылдарыбыҙҙы төҙөкләндерергә ярҙам итә. Итте, ти, итмәй торһон, урындағы хужаларҙың татлы һүҙҙәренә, ялған вәғәҙәләргә ышанып, ярыҡ ялғаш янында тороп ҡалдыҡ.
Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында Яҡшембәт йүнәлешендәге юлдар ҙа төҙөкләндерелә башлаған. Ләкин Молоканов ауылына етәрәк асфальт һалыу туҡталған. Шунан бирле тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткән, 1998 йылда өҙөлгән асфальт бер генә метрға ла оҙонаймаған. Ә бит Яҡшембәт ун ике ауылды үҙ ҡанаты аҫтына алған административ үҙәк кенә түгел. Бында Көйөргәҙе районының иң эре хужалыҡтарының береһе – «Искра» ауыл хужалығы кооперативы ла урынлашҡан. Унан тыш, йәнә 24 фермер хужалығы, 8 бәләкәй предприятие эшләй.
«Искра» АХК-һы әлеге ваҡытта шулай уҡ ун ике ауылды берләштерә. Дөйөм алғанда, хужалыҡтың 18 мең гектар һөрөнтө ере бар. Бында, башлыса, баҫыусылыҡ һәм малсылыҡҡа өҫтөнлөк бирәләр. Ауыл хужалығы өсөн тәғәйенләнгән барлыҡ ерҙәрҙең майҙаны 27 мең гектар тәшкил итә.
Баҫыусылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн хужалыҡта барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. «Искра» игенселәре сәсеү, урып-йыйыу эштәрен тулыһынса үҙҙәренең көсө менән башҡара. Аҙаҡҡы бер-ике йылда ғына яңыртылған техниканы һанап киткәндә лә хужалыҡтың ҡеүәте күҙгә асыҡ ташлана. Әлеге көндә АХК-ның 10 иген йыйыу комбайны, тағылмалы 4 «КамАЗ» йөк машинаһы, автокраны, сөгөлдөр­ҙө ҡул көсө ҡулланмай эшкәртеүсе СФ – 10 комбайны, 2 сөгөлдөр тейәгесе, алты МТЗ, ике К – 700, ДТ – 75 тракторҙары, үҙ- йөрөшлө бесән сапҡыстары бар.
Йылдың ҡатмарлы килеүенә ҡарамаҫтан, бында ярайһы ғына уңыш та йыйып алғандар. Әлбиттә, күрһәткестәр маҡтанырлыҡ түгел, ләкин башҡа хужалыҡтар менән сағыштырғанда, йөҙ ҡыҙарырлыҡ түгел. Йыйылған уңыштан хужалыҡта эшләгән кешеләргә лә, социаль өлкәлә хеҙмәт иткәндәргә лә, хаҡлы ялдағылар­ға ла мул ғына өлөш сыҡҡан.
Киләһе йылдың уңышын хәстәрләп, хужалыҡ етәкселәре ужым культуралары биләйәсәк баҫыуҙарҙы киңәйтергә ҡарар иткән. Шуға ла быйыл 3700 гектар майҙанда арыш сәселгән.
Эре малдарҙың иҫәбе – 5 мең 300 баш. Шуларҙың 940-ы – һауын һыйыры. Районда һауылған һөттөң 35 – 40 процентын бөгөн «Искра» хеҙмәтсәндәре етештерә икән, был бер ҙә ғәжәп түгел.
«Искра» хужалығы етәкселәрен дә, халыҡты борсоған һымаҡ уҡ, юлдар­ҙың булмауы хафаландыра. Сөнки, мәҫәлән, Яҡшембәттән Түбәнге Баба ауылына – 20, ҡотлоюлға – 12, Абдулға – 15, Яҡупҡа – 10, Яҙлауға – 15 саҡрым. ҡалған алты ауылға ла аралар шул сама. Юлдарҙың торошо насар булыу арҡаһында етештерелгән продукцияның үҙҡиммәте 1,5 тапҡырға артыуы барыбыҙға ла мәғлүм түгелме ни? Яғыулыҡ-майлау материалдары ла 30 процентҡа күберәк сарыф ителә.
Йәй көндәре ауылдарға йөрөүе әллә ни ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай, ә бына ҡыш еттеме, оло бәлә. Айырыуса яҙлы-көҙлө юлдар бөтөнләй өҙөлә. Абдул, Яҡуп ауылдарында йәшәгәндәргә Яҡшем­бәткә йомош-фәләнгә килеү өсөн әллә ҡайҙа урынлашҡан Маяҡ ҡасабаһы аша урарға тура килә. ҡотлоюл, Яңы юл, Разномойка, Урта Баба ауылдары халҡы был йәһәттән бөтөнләй «бәхетле». Улар башта Ырымбур өлкәһенең Гөмбәт ауылы аша Октябрьский ҡасабаһына сыға. Шунан һуң ғына, мең михнәттәр менән, Яҡшембәткә килеп ауа. Ваҡ ҡына мәсьәләне хәл итеү өсөн дә бер генә көн етмәй.
– Һау-сәләмәт кеше ауыр булһа ла йөрөй, ҡайҙа барһын, – тип һүҙен дауам итте мөғәллим егет. – Юлдар өҙөлгәндә иң ҙур проблема – сирлеләрҙе, бала табырға ваҡыты килеп етеп, тулғаҡ тота башлаған йөклө ҡатындарҙы ташыу. Ярҙарына һыймай урғылып аҡҡан Көйөргәҙе йылғаһы аша Яҡшембәткә сығыуы, ай-һай, уйын эш түгел ул. Йыл һайын яҙғы ташҡын берәй кешенең башына етмәй ҡалмай. Аҙаҡҡы өс йылда ғына өс-дүрт кеше һыу ҡорбаны булды.
Егет, мәрәкә итеп, тағы бер хәл һөйләне.
Былтыр, яҙғы ташҡындың иң ҡыҙған мәлендә, Өфөнән бер әҙәм ҡотлоюл ауылында йәшәгән ата-әсәһенә шылтырата. Хәлдәрен белешә, йәнәһе. «Үҙебеҙҙең хәлдәр әллә ни зарланырлыҡ түгел, балам, – ти тегеләр. – Һаулығыбыҙ ҙа апаруҡ әлегә. Тик бына ике-өс көн инде икмәкһеҙ ултырабыҙ». Баш ҡалала йәшәгән теге бәндәгә шул һүҙ етә ҡала. Ул, тиҙ арала Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығына килеп, тыуған проблема тураһында хәбәр итә. Ташҡын арҡаһында ҡотлоюл халҡы онһоҙ, икмәкһеҙ ултыра, йәнәһе. Тиҙ арала мәсьәләне ыңғай хәл итмәгәндә, астан үлеүселәр ҙә буласаҡ.
Өфөнән теге хәбәр, тағы ла нығыраҡ ҡуйырып, кире Көйөргәҙегә килеп етә.
Юғарыла ултырғандарҙың «айт» тигәненә «тайт» тип өйрәнгән урындағы хакимиәт башлығы нишләһен инде, ат арбаһына икмәк тейәп, ҡотлоюл халҡын аслыҡтан йолоп ҡалыу өсөн, ғүмерен ҡыл өҫтөнә ҡуйып, ажғырып ятҡан Көйөргәҙенең арғы яғына ташлана.
ҡыҙыҡ түгел инде был, ҡыҙғаныс. Урындағы етәкселәргә, кешеләрҙең яҙмышы менән һаҡһыҙ шаярғансы, Яҡшембәткә юл һалыуҙы хәстәрләргә кәрәк тә бит, ләкин боҙ һаман урынынан ҡуҙғалырға уйламай.
Көйөргәҙенең уң яҡ ярындағы ауылдарҙы үҙәк менән тоташтырыу өсөн йылға аша «Искра» хужалығы үҙ көсө менән күпер һалған булған. Ләкин йылдар үҙенекен иткән: ул иҫкергән, бөгөн емерелеү ҡурҡынысы янай. Авария хәлендәге күперҙе ремонтлайһы урын­ға, райондың юлдарҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмаһы еңел ысул тапҡан. Йылға аша ике торба һалып, өҫтөнә ер ташлаған да, күпер алдына унан аша йөрөүҙе тыйыусы юл билдәһе элгән.
Нишләп райондың иң көслө хужалығына һәм иң эре муниципаль биләмәһе үҙәге булған Яҡшембәткә ҡараған ауылдар юлһыҙ интегә һуң? Бының хикмәте нимәлә?
– Район етәксеһе ниңәлер «Искра» АХК-һы рәйесе Рәмил Мостафинға үс тота, – тип аңлата бының сәбәбен минең юлдашым. – Был хаҡта тотош район халҡы белә. Ләкин шуның өсөн генә Яҡшембәт һәм башҡа ауылдарҙа йәшәгән халыҡ интегергә тейеш түгел дә инде. Рәмил Ғиниәт улы иңенә төшкән бурысты намыҫ менән башҡара. Хужалыҡ үҙенең уңыштары менән районда ғына түгел, республика кимәлендә лә киң билдәле. Әгәр шулай булмаһа, АХК етәксеһен һайлау йыйылыштарында хеҙмәтсәндәрҙең 96 – 98 проценты Мостафин өсөн тауыш бирер инеме ни?
«Мин бында етәксе булғанда район хужалары Яҡшембәткә йөҙ менән боролмаясаҡ», – тигәнде Рәмил Ғиниәт улының ауыҙынан да бер нисә тапҡыр ишетергә тура килгәйне, быны мөғәллим егет тә нығытып ҡуйҙы.
Кешеләрҙең изге йәнлеләре донъябыҙҙы биҙәй, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдыра. Аламаһы, киреһенсә, тормошобоҙҙо йәмһеҙләй, әҙәм балаларының күңелдәрендә сирҡаныу тыуҙыра. Республикабыҙ тарихында, мәҫәлән, һайлау һөҙөмтәләре юғарыла ултырған түрәләрҙе ҡәнәғәтләндермәгәнлектән йәки айырым бер етәксегә үс йөрөтөү арҡаһында ғына тотош бер ҡаланы йәки районды яҙмыш ҡосағына ташлаған етәкселәрҙе лә күрмәнек түгел, күрҙек бит инде. Көйөргәҙелә лә шул күҙгә ташлана һымаҡ. Хәйер, алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәр бит боронғолар.
Яҡшембәткә етәрәк ҡаршыбыҙға туҡтарға уйлап та ҡарамаған ямғыр аҫтында тубыҡтан батҡаҡ ярып, район үҙәгенә ҡарай атлаған өс ҡыҙ тап булды. Уларҙың да эстәре тулы аһ-зарҙыр, моғайын.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.


Көйөргәҙе районы.

Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”