RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йондоҙнамә 13-19 декабрь

11.12.2010 Йондоҙнамә 13-19 декабрь

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Ғөмүмән, был арала ижади кешеләрҙең ҡыйынлыҡтар кисереүе бар. Хәйер, бер аҙ ял итеү ҙә ҡамасауламаҫ. Аҙна араһында алдаҡ менән осрашырға ла тура килер һымаҡ. Был хәл төп эшегеҙ менән бәйле булыр.
Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Барыһы ла яҡшы барған кеүек. Шулай ҙа шишәмбелә файҙаһыҙ һөйләшеүҙәр күп булыр, моғайын. Был арала бәғзеләрҙең эшегеҙгә ҡыҫылыуы тураһында асыҡ белерһегеҙ. Аҙна барышында алыҫ юлға сыҡмауығыҙ хәйерле.
Балыҡ (20.02 – 20.03)
ҡәҙимге осор. Тик шишәмбелә генә ниндәйҙер аңлайышһыҙ сәйер ваҡиғалар булыуы мөмкин. Шаршамбы – кесе йомала ҡиммәтле әйбер һатып алырға кәңәш ителмәй. Йоманан һуң ғына тормошоғоҙ тотороҡланыр.
ҡуҙы (21.03 – 20.04)
ҡайһы бер серле мәсьәләләргә күҙегеҙ асылыр. Белем алыу өлкәһендә һеҙҙе һиҙелерлек уңыштар көтә. Был арала ниндәйҙер абруйлы кешенән ярҙам алырһығыҙ, моғайын. Иң өмөтлө көндәрегеҙ – дүшәмбе һәм шаршамбы.
Буға (21.04 – 21.05)
Һуңғы ваҡытта шөғөлләнгән эштең һөҙөмтәләренә йом­ғаҡ яһарһығыҙ һымаҡ. Артыҡ ҡыуанырға сәбәптәр юҡ, буғай. Шулай ҙа кәрәк саҡта ярҙам-терәккә һәр саҡ өмөт итә алаһығыҙ. Шаршамбыла ишеткән мәғлүмәткә ышанмауығыҙ хәйерле.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Был арала һүҙегеҙҙә тороу бик ауырға төшәсәк. Сөнки икеле хәлдәр күбәйер, үҙегеҙҙең дә алданыуығыҙ ихтимал. Аҙна аҙағында кемдер бурысығыҙ тураһында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр хәлдә, быға көйөнөп, сәбәләнмәгеҙ, абруйығыҙҙы юғалтмағыҙ.
ҡыҫала (22.06 – 23.07)
Киләсәгегеҙ өмөтлө, болот­һоҙ күренә һәм эшегеҙҙә яңы, бәләкәй генә баҫҡысҡа үрләүегеҙ ихтимал. Шишәмбелә ваҡ матди юғалтыу кисереүегеҙ бар. Кесе йомала ниндәйҙер элек эшләгән хатаны төҙәтеү мөмкинлеге тыуыр.
Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Бик үҙгәреүсән аҙна. Икеле хәлдәр ҙә күп булмаҡсы. Күпселек ваҡытығыҙҙы ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр алыр, ҙур эштәр башҡарырға ҡамасаулар. Йомалағы ваҡиғаларға иҫегеҙ китмәһен, уларға иғтибар итмәүегеҙ хәйерле.
ҡыҙ (24.08 – 23.09)
ҡапма-ҡаршылыҡлы аҙна. Бер яҡтан, тормошта яңы офоҡтар асыласаҡ. Бер юлы кире хәлдәр ҙә йышайыр. Матди сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән артыр. Кесе йомала күңелегеҙгә ятмаған эштән баш тартығыҙ.
Үлсәү (24.09 – 23.10)
ҡәҙимге осор. Шишәмбе­лә хәйер бирһәгеҙ, сауабын икеләтә алырһығыҙ. Кесе йомала әүҙемлегегеҙҙе бер аҙға кәметергә ҡушыла. Йомала көтөлмәгән ваҡиғалар килеп сығыуы ихтимал. Иң яҡшы көндәрегеҙ – дүшәмбе һәм шишәмбе.
Саян (24.10 – 22.11)
Был арала йондоҙҙар һаулығығыҙға күберәк иғтибар бирергә кәңәш итә. Бер аҙ тырышлыҡ күрһәтһәгеҙ, был йүнәлештә мотлаҡ уңыштарға өлгәшер­һегеҙ. Төп эшегеҙҙә бәғзе берәүҙәр менән арағыҙҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртә алырһығыҙ.
Уҡсы (23.11 – 21.12)
Аҙна барышында ниндәй­ҙер юғалтыуҙар кисерерһегеҙ. Уларҙың матди булмауы ла ихтимал. Ғөмүмән, был яҡшыға ғына булыр. Ваҡыт үткәс, һеҙ быны тағы ла асығыраҡ аңларһығыҙ. Шәмбелә уңайлы мәлдәрҙе күрергә тырышығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”