RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Глобаль йылыныуҙан һуң беҙҙе ни көтә?

24.08.2010 Глобаль йылыныуҙан һуң беҙҙе ни көтә?

Бындай йәйҙе ҡабат күрергә Хоҙай ҡушмаһын! Уны тереклек донъяһының күтәрә алмауы ихтимал. Йәйҙең уҙған көндәре тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шулай тип әйтергә тура килә. Күрелгән афәт тәбиғиме, билдәһеҙ көстәрҙең хөсөтөмө, әллә тәбиғәт тарафынан ебәрелгән ғәҙел язамы? Артабан беҙҙе ниҙәр көтә? Фекер йөрөтөргә һәләтле, алдағы тормошон хәстәрләгән һәр кемде уйландырырлыҡ ауыр булды уҙып барыусы йәй… 10 августа «Комсомольская правда» гәзите Рәсәйҙең НАСА белгестәре тарафынан әҙерләнгән температура картаһын баҫтырып сығарҙы. «Терра» юлдашынан алынған мәғлүмәттәрҙе файҙаланып эшләнгән картанан күренеүенсә, Волга – Урал буйы ҡып-ҡыҙыл төҫкә буялғайны. Температура, элекке уртаса мәғлүмәттәр менән сағыштырғанда, 12 градусҡа юғары.

Аномаль йәй бихисап бәлә килтерҙе
Янғындар 3 миллион гектар самаһы урманды юҡ итте, ти белгестәр. Был экологик ҡаза климатҡа йоғонтоһон әле алда күрһәтәсәк. Янған урман урынында яңыһын үҫтереү өсөн тиҫтәләрсә йыл кәрәк. Башҡортостанда август урталарында 422 урман янғыны теркәлгән, тип хәбәр итә республика баҫмалары, йәғни былтырғы менән сағыштырғанда, ун тапҡырға күберәк. 8,6 мең гектар урман зыян күргән. Белорет районының Шығай ауылы янында кешеләр янғын менән 13 тәүлек алышҡан. Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән һ.б. райондарҙа әле һаман янғындар сығыу хәүефе һаҡлана. Республика урман янғындарынан 41 миллион һумлыҡ зыян күргән.
Бөтә донъя метеорология ойошмаһы хәбәр итеүенсә, 2010 йылда һауа шарттарының ҡырҡа боҙолоуы – Ер шарында климат үҙгәреүҙең туранан-тура эҙемтәһе, ул туранан-тура кеше эшмәкәрлегенә бәйле. 1880 йылдан һуң тәү тапҡыр быйылғы ғинуар – апрелдә һауа температураһы Ер шарында иң юғарыһы ине. ҡыш Цельсий буйынса – 1,89, яҙ 1,37 градусҡа йылыраҡ теркәлгән. Июнь – июлдә Көнсығыш Европаны бығаса күрелмәгән эҫелек солғап, урыны менән һауа 40 градусҡаса йылынды. Майҙа ғәҙәти булмаған эҫелек Рәсәйҙең көнсығыш һәм үҙәк райондарына ла үтеп инде. Көньяҡ Америкала иһә был яҡтар өсөн бөтөнләй ят һалҡын һауа хөкөм һөрҙө. Көслө ел ҡар алып килде, һепертмә буран сыҡты. Июлдә Аргентинала һәм Чилиҙа ысын һалҡындар урынлашып, температура – 18 – 22 градусҡа тиклем түбәнәйҙе. Бер ай элек Көньяҡ Африкала ла күпләп ҡар яуып, урыны менән уның ҡалынлығы 25 сантиметрға етте.
Ғәҙәттә, көҙ күҙәтелә торған муссон ямғыр­ҙары Һиндостан, Пакстан һәм Бангладештта көслө һыу баҫыуға килтерҙе. 500-ҙән ашыу кеше һәләк булды, 10 миллионы тыуған ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр булды. Бик күп сәсеүлек зыян күрҙе, мал-тыуар, башҡа мөлкәтте һыу йыуып алып китте. Көньяҡ ҡытайҙа һыу баҫыуҙан 120 кеше ҡорбан булды, 13 миллионы төрлө ҡаза күрҙе. Хатта Ғәрәп диңгеҙендә бер ҡасан да булмаған тропик циклон күҙәтелде. Англия менән Уэльста көслө ямғырҙар яуҙы, Кипрҙа эҫелек 45 градусҡа етеп, үҙенсәлекле рекорд ҡуйылды. Кувейтта дүрт көн рәттән 50 градустан юғары эҫелек күҙәтелде.
Франция ла быйыл тәбиғәт аномалияһын йышыраҡ күҙәтте. Йыл башында ябырылған «Ксинтия» өйөрмәһе арҡаһында унда 45 кешенең ғүмере өҙөлгән. Бөтә донъя гуманитар форум мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәбиғәт стихияларының – 91, ә кеше ҡорбандарының 79 проценты былтыр климат ҡырҡа үҙгәреү менән бәйле ғәрәсәттәр арҡаһында килеп сыҡҡан. 250-нән ашыу стихиялы ҡазанан 60 миллиондан күберәк кеше зыян күргән.
Интернет селтәренең Mail.ru агентлығы 13 августа, Бөйөк Британия ғалимдары Рәсәйҙә ике ай торған эҫелектең нәмәгә бәйле икәнлеген асыҡланы, тигән мәғлүмәт таратты. Тик уға ни сәбәп булыуын ғына әйтә алмайҙар. Рединг университеты метеорологы М. Блекберн фекеренсә, Рәсәйҙәге эҫелек менән Пакстанды һыу баҫыуҙың сәбәбе бер үк: ул атмосфераның юғары ҡатламында ағымдарҙың үҙгәреүенә бәйле. Ерҙән 7 – 16 километр бейеклектә атмосфера ағымы шундай көслө, ул ер өҫтөндәге елдәрҙе тиҙлеге буйынса ун тапҡырға уҙа. Көнбайыштан көнсығышҡа иҫкән көслө ағым, көньяҡ йәки төньяҡҡа тайпылып, тулҡындар барлыҡҡа килтерә. «Һуңғы осорҙа был тулҡындарҙың тәртибе үҙгәрҙе, – ти Блекберн. – Улар тотҡарланған кеүек булды. Тап шул арҡала аномаль күренештәр барлыҡҡа килде лә инде». Теория буйынса, климат йылыныу менән бындай күренештәр артасаҡ. Ә бына климат торошо менән һауа ағымдары араһындағы бәйләнеште ғалимдар әлегә асыҡламаған.
Аномаль күренеште Рәсәй климатологтары ла өйрәнә.

ҡаза барҙы ла юҡ итә
Ватаныбыҙға ябырылған афәт сит ил матбуғатының да иғтибарынан ситтә ҡалманы. «Һуңғы 130 йылда иң ауыр булған ҡоролоҡ Рәсәйҙә сәйәси мәсьәләгә әүерелде», – тип яҙҙы 30 июлдә АҡШ-тың «Ньюс» журналы. Бығаса күрелмәгән эҫелек менән бәйле саралар буйынса Кремлдә тиҙ арала кәңәшмә йыйып алдылар. Төньяҡ Африканан килгән йылы ағым ашлыҡты юҡҡа сығара, аҙыҡ-түлеккә хаҡты күтәрә, рәсәйҙәрҙе, эҫенән ҡасып, йылғаларға сумырға мәжбүр итә. 23 июлдә Рәсәйҙең беренсе вице-премьеры В. Зубков дүртенсе аҙнаға һуҙылған эҫелек менән бәйле шау-шыу ҡуптармаҫҡа саҡырҙы. Иген ба­ҫыуҙары эҫелектән көйгән, баҡсаларҙа емеш-еләк һулыған бер мәлдә ауыл хужалығы өсөн яуаплы чиновник рәсәйҙәрҙе, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артмаясаҡ, тип ышандырырға тырыша. Шул уҡ ваҡытта 1880 йылдан һуң иң ауыр ҡоролоҡ туҡланыу тауарҙарына хаҡты күтәрә, инфляцияны еңеүгә өмөттө юҡҡа сығара. Кремль өсөн бындай хәл борсоулы, сөнки бер йылдан илдә парламент һайлауҙары көтөлә.
Рәсәй Иген етештереүселәр союзының тәүге фаразы буйынса, быйыл ашлыҡ көтөлгәндән 20 процентҡа кәмерәк булмаҡсы (һуңыраҡ был һан 30 процентҡа етте. – М. Х.). Ә донъя баҙарында игенгә хаҡ 25 процентҡа артты ла инде, тип дауам итә АҡШ баҫмаһы. Хаҡтарҙың артабан күтәрелеүенә юл ҡуймау өсөн Кремль запас ашлыҡты тотоноу тураһында күрһәтмә сығарҙы. ҡыҙыл майҙандан алыҫ түгел япон турисы, йөрәге туҡтап, үлгәс, Кремлдә почетлы ҡарауыл ҡуйыуҙы ваҡытлыса туҡтатып торорға булдылар. Мәскәү метроһында эҫелектән ике кешенең вафат булыуы иһә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау ойошмаһын метрола температураны 32 градустан арттырмау буйынса тейешле саралар күрмәгән «Метрополитен» етәкселәрен судҡа тарттырырға мәжбүр итте.
Июнь аҙағынан алып Рәсәйҙә 2 меңләп кеше һыуға батып үлде, был да статистик норманан күпкә юғары.
«Кубанда бойҙайҙың, Бельгияла – картуфтың, Италияла – помидорҙың, Польшала алманың уңышы көтөлгәндән 10 процентҡа аҙыраҡ булыуы глобаль аҙыҡ-түлек инфляцияһының бәйҙән ысҡыныуына килтереүе ихтимал», – тип хәбәр итә «Известия» гәзите. Хатта немец һыра ҡайнатыусылары ла арпа уңмауға ҡаты борсолоу белдерә. Эҫелек Рәсәйҙә ашлыҡтың һәр өсөнсө гектарын юҡ итте.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе В. Путиндың игенде сит илдәргә сығарыуҙы тыйыуы Халыҡ-ара иген компанияһында борсолоу тыуҙырҙы. «Рәсәй тышҡы баҙарҙы юғалтасаҡ, – ти «Росагросервис» компанияһының генераль директоры А. Самойленко. – Беҙ күп көс менән Урта диңгеҙ дәүләттәренең күбеһенең баҙарына үтеп инеп, унан Канада, АҡШ, Австралия, Франция кеүек дәүләттәрҙе ҡыҫырыҡлағайныҡ. Хәҙер уларҙы ташлап китергәме ни?».
ҡоролоҡто иҫкәртеү мөмкин түгел, әлбиттә. Тик урмандарҙы янғындарҙан һаҡларға була ине бит. Ни өсөн беҙ уны эшләй алманыҡ? «Независимая газета»ның 5 август һанында донъя күргән «Күрәҙәләнгән һәләкәт» тигән мәҡәләлә был һорауға яуап бар кеүек. Рәсәй Фәндәр академияһының Келдыш исемендәге тармаҡ математикаһы институты белгестәре 2008 йылда уҡ иҫкәрткән хәл үҙен оҙаҡ көттөрмәне, тип яҙа гәзит. Был хәүефте белгестәр яңы Урман кодексы ҡабул ителеүгә бәйле үҙгәрештәр арҡаһында килеп сыҡты тип аңлата. Яңы закон буйынса элекке урман һаҡлаусы ойошмалар, шул иҫәптән «Авиалесохрана» башҡарған эштәр: янғынға ҡаршы эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек, юлдарҙы ҡарап тотоу, янғынға ҡаршы көрәш техникаһын хәстәрләү, вертолеттар ултыртыу урындары әҙерләү һ. б. кеүек саралар хәҙер урындағы хакимиәттәргә, урманды ҡуртымға алыусылар ҡарамағына тапшырылған. Һуңғылары, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы билдәле сәбәптәр арҡаһында был ҡатмарлы бу­рысты үтәргә әҙер булмай сыҡты. Белгестәр фекеренсә, уларҙа урман янғынын туҡтатыу өсөн махсус техника ла, мониторинг системаһы ла, белем дә етерлек түгел.
2006 – 2008 йылдарҙағы киң масштаблы урман янғындары (ул саҡта, башлыса, икһеҙ-сикһеҙ Себер киңлектәре янды. – М. Х.) был йәһәттән быйыл һабаҡ була ала ине. Белгестәр тәҡдименә ярашлы, беҙгә Канада тәжрибәһен файҙаланырға кәрәк. Ул саҡта зыян да ун тапҡырға кәмерәк буласаҡ. Элекке «Авиалесохрана» тәжрибәһен дә ситкә ҡуйырға ярамай. Шул уҡ ваҡытта иҫәп белгән кешеләр әлеге янғын һүндереүҙең ҡаҙнаға тиҫтәләрсә, бәлки, йөҙҙәрсә тапҡыр ҡиммәткә төшөүен дә һиҙмәй ҡалмаған. Бе-200 һәм Ил-76 кеүек ҡеүәтле самолеттарҙы файҙаланыу, ысынлап та, һалым түләүсе елкәһенә ауыр йөк булып ята. Әгәр ҙә яңы Урман кодексы положениеларын эшләүгә урмансыларҙы ла йәлеп итһәләр, бындай ҡазаларға урын ҡалмаҫ ине.

һауа шарттары боҙолоуҙа кеше ғәйеплеме?!
Синоптиктар атмосфераның йылыныуына туранан-тура заводтар һәм автомобилдәр сығарған углекислый газ ғәйепле икәнен күптән әйтә килә. Әммә глобаль йылыныуға кеше эшмәкәрлеге йоғонтоһон күрмәҫкә тырышып һәм Йыһандағы башҡа сәбәптәргә һылтанып, «кеше факторы»н йомоп ҡалырға тырышыусылар ҙа аҙ түгел. Ысынлап та, ҡояштың активлығы үҙгәреп тора, Йыһандан ергә күп кенә туҙан да килеп эләгә, ти улар.
Һауа шарттары ҡырҡа боҙолоуҙа кеше ғәйебе ни дәрәжәлә? «Известия-наука» ҡушымтаһы ошо һорау өҫтөндә уйланып, интернетта ҙур мәҡәлә баҫтырып сығарҙы. Глобаль йылыныу арҡаһында БМО белгестәре яҡын киләсәктә төрлө һәләкәттәр фараз итә, тип яҙа гәзит. Кешенең техноген эшмәкәрлеге, атмосфераға углекислый газ күпләп бүленеү – төп хәүеф сығанағы. Һуңғы 40 йылда Мәскәүҙә уртаса температура 5 градусҡа күтәрелде. Хатта ғинуарҙа ла ул ни бары – 9,3 градус тәшкил иткән. Тимәк, ҡышҡы һалҡындарҙан һуң эҫе йәй киләсәк. ҡайһы бер теориялар буйынса, был күренеш Ерҙең йылы бүлеп сығарыу һәләтен тотҡарлай һәм парник эффекты тыуҙыра. Сәнәғәттең 200 йыллыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә углекислый газдың атмосфералағы күләме өстән бер өлөшкә артып, һуңғы быуатта уртаса температура 0,6 градусҡа күтәрелгән. 90-сы йылдар уҙған быуаттың иң эҫе дәүере һанала. Һуңғы 100 йылда Төньяҡ ярымшарҙа температура уға тиклемге мең йылдан да күберәк артҡан. Әгәр ҙә сәнәғәт етештереүе күләме әлеге кимәлдә һаҡланһа, XXI быуат аҙағына климаттың 2 – 6 градусҡа йылыныуы көтөлә. Донъя океаны иһә бер метрға күтәреләсәк.
Әлбиттә, климат йылыныу үҙенән-үҙе генә хәүеф түгел, тип дауам итә «Известия-наука». Бынан 50 быуат элек булған климат Ергә кире ҡайтасаҡ. Ә XIX быуат Христос тыуғандан алып иң һалҡын осор иҫәпләнгән. Иван Грозный заманында ҡырымға сана юлы булғанын хәҙер, моғайын, бер кем дә белмәйҙер. Йылыныуҙың ҡапыл булыуы хәүефле, сөнки тереклек уға яраҡлашып өлгөрмәй. БМО белгестәренең береһе Р. Уотсон былай тип иҫкәртә: глобаль йылыныуҙан ауыл хужалығы ҙур зыян күрәсәк, эсәр һыу кәмейәсәк, ҡоролоҡ йышаясаҡ, эпидемиялар булыуы ихтимал. Климаттың ҡапыл үҙгәреүе һуңғы йылдарҙа йышая төшкән тайфун, циклондарҙы ғәҙәти күренешкә әүерелдерәсәк.
Һауа шарттары цивилизация үҫешенә хәл иткес йоғонто яһай. Бынан 60 мең йыл элек Ергә килеп бәрелгән астероид йылы климатты юҡҡа сығарып, динозаврҙарҙы һәләк иткән. Сахарала сәскә атҡан Урта батшалыҡ йәшәүҙән туҡтаған, Ганнибалға Римды буйһондорорға ярҙам иткән филдәр үлеп бөткән. IX – XII быуаттарҙа климат йылыныу Европа халҡына Исландия менән Ирландияны үҙләштерергә ярҙам итә. Викингтар Америкаға аяҡ баҫа, Новгородта йәшәүселәр биләмәләрен төньяҡҡараҡ күсерә. Европа иҡтисады үҫеш кисер­һә, Урта Азия ла сәскә ата.
Глобаль йылыныуҙың Рәсәйгә йоғонтоһо башҡаларға ҡарағанда ике-өс тапҡырға көслөрәк булмаҡсы, тигән фараз бар, сөнки беҙҙе ҡышын ҡар күмә. ҡара төҫ йылыны йотһа, ағы, киреһенсә, кире ҡаға. Архангельскиҙа бойҙай икһәләр, Санкт-Петербургта ҡарбуз үҫтерергә мөмкин буласаҡ. Мәскәүҙә лә, Вашингтондағы кеүек, йылы булып, шыршыларҙы көньяҡ ағас­тары алмаштырасаҡ.
Глобаль йылыныуҙың бөтә донъяға йоғонтоһо сүллектәр киңәйеү, дауыл һәм һыу баҫыу­ҙар йышыраҡ күҙәтелеү, малярия һәм биҙгәк ауырыуҙары көсәйеүҙә сағылыш табасаҡ. Африка менән Азияның күпселек өлөшөндә ерҙән уңыш алыу кәмеп, көньяҡ-көнсығыш Азияла артыуы ихтимал. Европа һыу баҫыуҙан интегәсәк, Венеция менән Голландия иһә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Австралия менән Яңы Зеландия – ҡоролоҡтан, ә АҡШ-тың көнсығыш яры емергес дауылдарҙан яфа сигеүе ихтимал.
Төньяҡ ярымшарҙа боҙ ике аҙнаға элегерәк әрселәсәк. Арктиканың боҙ ҡатламы 15 процентҡа йоҡарыуы, Антарктидала боҙлоҡтоң 7 – 9 процентҡа эскәрәк шылыуы ихтимал. Көньяҡ Америка, Тибет һәм Африка тауҙарында боҙ ҡатламы иреп бөтәсәк. Европала үҫемлекселек менән шөғөлләнеү осоро ике аҙнаға оҙоная. Глобаль йылыныу арҡаһында XXI быуат аҙағына Гренландияла боҙлоҡтар иреп бөтөүе фаразлана. Был турала АҡШ-тың НАСА-һы (милли аэрокосмик тикшеренеүҙәр агентлығы) хәбәр итә.
Гренландияла йылына 11 миллиард тонна һыу боҙға әйләнһә, Антарктидала 31 миллиард тонна боҙ иреп, һыуға әүерелә. Тимәк, донъя океанына йыл һайын 20 миллиард тонна һыу өҫтәлә. АҡШ-тың Нью-Йорк, Нью-Джерси, Вирджиния штаттары халҡы һәм ауыл хужалығы йылына шул тиклем һыу тотона. Шул уҡ ваҡытта НАСА тикшеренеүселәре донъя океаны күтәрелеүгә боҙҙар иреү йоғонтоһоноң 2 процент ҡына булыуын асыҡлаған. ҡалған факторҙарҙың тәбиғәте нимәлә? Быны тик юлдаштар ярҙамында ғына асыҡларға мөмкин икән.

Мәхмүт ХУЖИН.
(Дауамы бар).










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”