04.12.2010 Йондоҙнамә 6-12 декабрь
Ылаҡ (22. 12 – 20. 01)
Шишәмбелә ниндәйҙер мөһим эштә мотлаҡ уңырһығыҙ. Яңы өмөтлө бәйләнештәр ҙә урынлаштыра алырһығыҙ һымаҡ. Кесе йомала сәйер кешеләр, шикле хәлдәрҙән мөмкин тиклем алыҫыраҡ булырға тырышығыҙ.
Һыуғояр (21. 01 – 19. 02)
Һеҙҙе бигүк тыныс булмаған осор көтә. Эргә-тирәгеҙҙәге кешеләр менән һүҙгә килешеү осраҡтары йышайып китеүе ихтимал. Үҙегеҙгә ҡаршы йүнәлтелгән аҫтыртын эшмәкәрлектең көсәйеүе бар. Дөйөм хәлегеҙ йомаға ҡарай яйланыр.
Балыҡ (20. 02 – 20. 03)
Төп эшегеҙҙә шишәмбелә көсөргәнешлек һиҙелер. Өйҙәге мәшәҡәттәр ҙә йыш ҡына борсор, моғайын. Шаршамбыла осраҡлы ғына рәүештә ниндәйҙер сетерекле мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ.
ҡуҙы (21. 03 – 20. 04)
Был арала үҙегеҙ өсөн мөһим булған ваҡиғаларҙы көтөгөҙ. Әйткәндәй, уларҙы тиҙләтеү өсөн күп көс һалдығыҙ. Шаршамбынан һуң ҡапыл төрлө ҡаршылыҡтар күбәйер. Йома һәм шәмбелә бөтә эштәрҙә лә ашыҡмауығыҙ хәйерле.
Буға (21. 04 – 21. 05)
Тормошоғоҙ тәртипкә һалыныр кеүек. Яҡын киләсәккә алдығыҙға яңы маҡсаттар ҙа ҡуйырһығыҙ, моғайын. Шаршамбынан һуң икеле хәлдәр йышайыр. Һеҙҙе өмөтләндергән кешеләр һүҙендә тормаҫ.
Игеҙәктәр (22. 05 – 21. 06)
Аҙна барышында кешеләр менән күпкә еңелерәк аралашырһығыҙ. Бурысҡа аҡса алыу ҙа бер ни тормаҫ. Иң бәхетле көнөгөҙ кесе йома булыр – бүләк йәки ниндәйҙер отош алыуығыҙ бик ихтимал. Матди хәлегеҙ ҡапыл яҡшырыр.
ҡыҫала (22. 06 – 23. 07)
Уңышлы осор. Был арала ниндәйҙер файҙалы һәм ҡиммәтле әйбер һатып алыу мөмкинлеге тыуыр. Дөйөм алғанда, бар эштәрегеҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Шишәмбелә ниндәйҙер өмөтлө осрашыу булыуы ихтимал.
Арыҫлан (24. 07 – 23. 08)
Аҙна һаулығығыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. Был арала насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоу күпкә еңеләйер. Абруйығыҙ ҙа мотлаҡ артыр, кешеләргә кәрәк булыуығыҙҙы тағы ла асығыраҡ күрерһегеҙ.
ҡыҙ (24. 08 – 23. 09)
Аҙна барышында уңыштарға өлгәшеү ихтималлығы юғары буласаҡ. Икенсе яҡтан, эске кисерештәр, борсолоуҙар ҙа артыр кеүек. Шаршамбыла ашыҡмауығыҙ хәйерле. ҡатмарлы саҡтарҙа аҡыллы кеше менән кәңәшләшеп алыу яҡшы булыр.
Үлсәү (24. 09 – 23. 10)
Төп эшегеҙҙә һеҙҙең өсөн мөһим ваҡиғалар көтөлә. Йыш ҡына кеше араһында булырға тура килер. Һүҙегеҙ үтемле булыр, абруйығыҙ күҙгә күренеп артыр. Файҙалы эштәрҙе башҡарып ҡалырға тырышығыҙ.
Саян (24. 10 – 22. 11)
Яҡшы ваҡиғалар киреләре менән сиратлашыр. Шулай ҙа ыңғай хәлдәр күберәк булыр. Шишәмбелә уйламаған ерҙән кәрәкле аҡсаны табыуығыҙ ихтимал. ҡайһы бер маҡсаттарығыҙҙы бойомға ашырыу мөмкинлеге тыуыр.
Уҡсы (23. 11 – 21. 12)
Шишәмбелә ишеткән тәҡдимдәргә ҡарата иғтибарлыраҡ булырға кәңәш ителә. Һәр хәлдә, уларға тиҙ генә ризалыҡ бирергә ашыҡмағыҙ. Кесе йомалағы ваҡиғалар ҡайһы бер пландарығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итер.