RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тырыш хеҙмәт – бәхет нигеҙе

30.11.2010 Тырыш хеҙмәт – бәхет нигеҙе

Тырыш хеҙмәт – бәхет нигеҙеБәхетте нисек табырға? Был һорау күптәрҙе борсой. Кем тормошта үҙ йәшәү рәүешен нисек булдыра, үҙен шулай бәхетле һанай. Кемдәрҙер алыҫҡа китеп, күп аҡса эшләп, тормошон алға ебәрә. Ә бәғзе берәүҙәр үҙ тыуған йортонда, үҙ хужалығында эшләп кенә бәхет таба. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе Исламғәлиевтар ғаиләһе лә бәхетте үҙ төйәгендә тапҡан ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың хужалыҡтары менән таныша башлаһаң, бер ғаиләнең генә шул ҡәҙәре эште башҡарып сығыуы таң ҡалдыра. Исламғәлиевтар 1997 йылдан алып эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Халыҡтан ит йыйыу менән шөғөлләнеп, табыш алып йәшәүсе ғаилә яңы микрорайондан ер һатып ала. Ә инде шәхси эшҡыуарҙарға хужалыҡтарын ҙурайтыу өсөн субсидиялар бирелә башлағас, улар район программаһы буйынса аҡса алыуға ирешә. Тырыш ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланып, туғыҙ мең себеш алып үҫтергән. Уларҙы аҫрау өсөн бөтә уңайлыҡтары булған мини-ферма төҙөгәндәр. Шулай уҡ быйыл «Таң» магазинын асып ебәргәндәр. Әлеге көндә бәләкәй пекарня төҙөү ниәте менән яналар.
– Барлыҡ ҡорамалдарҙы ла һатып алдыҡ инде. Әле документтар йыйып йөрөйбөҙ, – ти ғаилә башлығы. Бындай ғаиләлә тыуған балалар ҙа тырыш, эшһөйәр булып үҫә. Әлфиә менән Олег ата-әсәһенең төп ярҙамсылары булып тора. Хужалыҡты алып барыу өсөн ике ГАЗель, ВАЗ – 21093, ДЭУ- МАТИЗ автомашиналары бар.
Әлеге көндә Исламғәлиевтар үҙҙәре төҙөгән йортта йәшәй. Йорт һалғанда дуҫтары, туғандары ярҙамлашҡан. Яңы ерҙәренә тағы ла бер йорт һалырға ниәтләйҙәр.
– Үҙебеҙҙең эшебеҙ, үҙ хужалығыбыҙ булыу – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Ошо эштәрҙе башлап ебәргәндә ярҙам иткәне өсөн район хакимиәтенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – ти Хәҙисә.
Ауыл тормошон яратҡан, ерҙә эшләп, хеҙмәтенән йәм, тәм табып йәшәгән уңғандарыбыҙ булыуы – дәүләтебеҙҙең ҙур байлығы ул. Исламғәлиевтар киләсәктә эштәрен тағы ла үҫтереү теләге менән йәшәй. Эштәрендә уңыштар насип булһын уларға.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”