RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Улар беҙҙең иғтибарға лайыҡ

30.11.2010 Улар беҙҙең иғтибарға лайыҡ

Улар беҙҙең иғтибарға лайыҡРеспубликабыҙҙа әсәләргә һәр яҡлап та ҙур иғтибар бирелә. Илеш районында ла Үрге Йәркәй ауылы хакимиәте һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы йыл дауамында әсәләргә, ҡатын-ҡыҙҙар­ға бағышланған бик күп күркәм сара үткәрә. Күптән түгел Әсә көнө алдынан район үҙәк китапханаһында балалар китапханаһы менән берлектә ойошторолған «Әсә – шәфҡәт диңгеҙе» тип аталған сара үтте. Гүзәл заттарҙы ҙурлау, данлау маҡсатында уҙған кисәгә өс быуын ҡатын-ҡыҙҙары саҡырылды. Уларҙы ҡотларға Үрге Йәркәй ауыл советы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы Ильбира Мирзаһит ҡыҙы Йәлилова килде.
– Әсәләргә ҡарата хөрмәт көндән-көн арта. Әсә – ул бөтә ғүмерен балаларға бағышлаған изге заттарҙың береһе. Үҫеп буй етеп, үҙебеҙ ата-әсәләр булһаҡ та, әсәләргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә яҙһын. Оло хөрмәткә лайыҡ булып, киләсәктә балаларығыҙҙың бәхетен күреп йәшәргә насип булһын һеҙгә, – тип тәбрикләне ул.
ҡунаҡтарҙың да әйтер һүҙҙәре бар ине. Ике балаға ғүмер биреп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырған әсә, хеҙмәт ветераны Мәйсә Латипова үҙенең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында һөйләп үтте.
– Мин балаларҙы үҫтергәндә лә, ейән-ейәнсәрҙәргә лә гел бишек йыры йырланым, – тине һәм уларҙың береһен йырлап ишеттерҙе. Уға ҡушылып, башҡа өлкән быуын әсәләре лә бишек йырҙарын хәтерҙәренә төшөрҙө, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Ғүмер юлыбыҙҙа төрлөһөн күрҙек. Әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килде. Тик әсә булыу ул – изге эш. Шул хаҡҡа барыһын да сабыр кисерҙек, – тине кисәнең ҡунағы, һауынсы, ике тапҡыр Хеҙмәт ҡыҙыл Байрағы ордены менән бүләкләнгән Мөнжиә Саматова. Район ветерандар хоры ағзалары Фәниә Ғөбәйҙуллина, Мәйсә Латипова, Өлфә Кашапова, Дәниә Сәхипгәрәева гармунда уйнап, үҙҙәренең йәшлектәрен иҫкә төшөрҙө.
– Ибраһим Абдуллиндың «Тол ҡатындар иламай» әҫәрен тыныс ҡына уҡый алмайым, үҙемдең яҙмышымды сағылдырған кеүек, – ти Дәниә апай Сәхипгәрәева. Быйыл ул 75 йәшлек юбилейын билдәләгән.
– Өлкән йәштә булһа ла, әсәйебеҙ иртә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр баҡсанан инмәй. Бөтә йәшелсәне лә үҫтерә, – ти ҡыҙы Илһөйәр.
Кисәлә уҡыусылар тарафынан әсәләргә бағышланған риүәйәттәр, шиғырҙар уҡып ишеттерелде, йырҙар яңғыраны. Улар тураһында әҫәрҙәр сәхнәләштереп күрһәтелде. Район сәнғәт мәктәбе уҡыусыларының сығыштары, Тәскирә Миңлейәрова, Мөслимә Ғәлимова, Диана Нәғимова, Индира Камалетдинова башҡарған йырҙар ҙа йәм өҫтәне.

Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
Илеш районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Дымдан һаҡлау өсөн

08.12.2017 - Яңылыҡтар архивы Дымдан һаҡлау өсөн


Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?

30.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?


Сәскәләр ҙә өшөй инде…

15.10.2017 - Яңылыҡтар архивы Сәскәләр ҙә өшөй инде…


Үҙең эшләгән арзаныраҡ та, файҙалыраҡ та

Улар – ауылымдың ғорурлығы

22.05.2015 - Яңылыҡтар архивы Улар – ауылымдың ғорурлығы


"Йәшлек" йондоҙнамәһе

09.01.2015 - Яңылыҡтар архивы "Йәшлек" йондоҙнамәһе


Йылҡы йылын оҙатып

27.12.2014 - Яңылыҡтар архивы Йылҡы йылын оҙатып


Декабрь айы

21.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Декабрь айы


Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Үҙ шөғөлөн тапҡандар бәхетле


Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Еребеҙ даны, халҡыбыҙ ғорурлығы


Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”

14.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”


Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Хеҙмәте менән хөрмәт яулаған


Сермәндә үҙенсәлекле завод бар

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Сермәндә үҙенсәлекле завод бар


Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?


Халыҡҡа хеҙмәт итә

07.11.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡҡа хеҙмәт итә


“Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы

02.09.2014 - Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңылыҡтар архивы “Йәшлек”тәр боҙло һыуҙан ҡурҡманы


Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Ә һин башыңа чип ҡуйҙыңмы?


ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ,  ТИҘӘР…

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы ЙӘЙ БИК ҠОРО БУЛАСАҠ, ТИҘӘР…


Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Халыҡ кәсептәре – байманлыҡ сере


Июнь

30.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Июнь


Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…

23.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Алтын үҙебеҙгә лә ҡамасауламаҫ ине…


Эшләгән – тешләгән

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Эшләгән – тешләгән


Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?

02.05.2014 - Яңылыҡтар архивы Май байрамдарында нисек ял итәһегеҙ?


“Ныҡлы ғаилә нигеҙе – бер-береңде аңлауҙа”