14.11.2014 Ҡолас йәйә “Ҡуңыр буға”
Беҙ бала саҡта районыбыҙға яҙыусылар килеп осрашыуҙар уҙғарһа, оло байрам була торғайны. Яҙыусы тиклем яҙыусы ағай-апайҙарҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, уларҙың матур сәхнәнән, бейек трибунанан уҡыған шиғырҙарын, әҫәрҙәрен таң ҡалып, һоҡланып тыңлай инек.
Күптәребеҙ шул замандарҙа уҡ ҡәләм тирбәтеп, тәүге шиғыр, әҫәрҙәребеҙҙе яҙҙыҡ. Тик ҡулъяҙмаларыбыҙға иғтибар иткән, илһам ҡанаттары ҡуйғандай ағайҙар табылманы. Шунлыҡтандыр инде, әҙәбиәткә һуңлап килгән беҙҙең быуын яҙыусыларының күбеһе – илле йәштән уҙған, башлап яҙыусылар иҫәбендә һаналған ике-өс китап авторҙары.
Ошоларҙы яҡшы аңлаған Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәкселеге уҙған быуаттың 70 – 80-се йылдарында йәмәғәт башланғысындағы әҙәби берләшмәләр булдырҙы. Сибай ҡалаһындағы “Ирәндек” берекмәһенә – Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында йәшәп ижад итеүсе йәш һәм башлап яҙыусылар, Учалылағы “Урал йәшмәләре” әҙәби берекмәһенә Белорет, Бөрйән, Учалы райондары, Белорет, Учалы ҡалаларында йәшәүсе ижадсылар ойошто.
Эшмәкәрлек йәмәғәт башланғысында алып барылһа ла, ойошмаларҙа ысын мәғәнәһендә ныҡлы ижади мөхит булдырылды. Һөҙөмтәлә бик күп шағир, яҙыусы, композитор республикаға билдәле шәхестәр булып китте, башҡорт әҙәбиәтенең, мәҙәниәтенең йөҙөн билдәләне.
Һуңғы осорҙа илебеҙҙә генә түгел, бөтә донъяла барған үҙгәрештәр бөтә йәшәйешкә, тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә емергес тәьҫир яһаны. Уның шауҡымы рухи тормоштоң мөһим тармаҡтарының береһе булған әҙәбиәтебеҙгә лә килеп ҡағылды. Бығаса эшләп килгән ҡайһы бер әҙәби берекмәләр тарҡалды, эштә һүлпәнлек һиҙелде.
Ошондай шарттарҙа Башҡортостандың Урал һәм Көньяҡ Урал райондарында йәшәүсе ижадсыларҙы берләштергән айырым ижади ойошма төҙөү зарурлығы килеп баҫты. Уның төп маҡсаты булып ижади көстәрҙе яңынан туплау, йәш көстәрҙе ылыҡтырыу, бигерәк тә мәктәп йәшендәге балаларҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте пропагандалау торҙо.
Шул ниәттә 2013 йылдың 30 майында Белорет ҡалаһында яңы ойошманы төҙөү буйынса ойоштороу йыйылышы уҙҙы. Уның уставы раҫланды. “Ҡуңыр буға” йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе итеп бер тауыштан Учалы яҙыусылар ойошмаһының элекке әүҙем етәксеһе, танылған яҙыусы, шағир Мәүлит Ямалетдинов һайланды.
Һайланған көндән алып бөгөнгәсә уның етәкселегендә иҫ китмәле күп эш башҡарылды. Ойошма Учалы, Белорет, Әбйәлил ижадсылары менән генә эшләмәй, үҙенә Силәбе өлкәһе “Урал ынйылары” ижади берекмәһен дә ылыҡтырҙы.
Йәш һәм башлап яҙыусыларҙың 27 ҡулъяҙмаһы тикшерелде, райондар һәм республика матбуғатына тәҡдим ителде.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Белореттан М. Сәлимовтың “Балалар өсөн йырҙар” йыйынтығы, И. Ноғомановтың “Һаҡмарбаш” романы, А.Йәғәфәрованың “Дала ҡыҙы”, М. Ямалетдиновтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томы, З. Ҡарағужинаның “Донъясығым”, Р. Аҫылғужинаның “Үтәгән ауылы тарихы һәм шәжәрәһе” китаптары Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә, Ә. Ялаловтың “Күңел хистәре” әҫәре Учалы ҡала типографияһында донъя күрҙе.
Әбйәлилдән М. Сәлмәнованың балалар өсөн яҙған шиғырҙары, Ф. Биктимерованың балалар өсөн шиғырҙар йыйынтығы, З. Кашапова һәм Г. Әхмәҙиеваның шиғри йыйынтыҡтары, Белореттан Ә. Аҫылғужинаның хикәйә, нәҫер, әкиәттәре Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте, поэзия һәм проза секцияларында тикшереүгә тәҡдим ителде.
Әбйәлилдән А. Хәсәнованың, Белореттан М. Кәримовтың әҫәрҙәре Башҡортостан Яҙыусылар союзы секцияларында тикшерелеп, ыңғай баһаланды һәм “Китап” нәшриәтендә баҫырға ҡарар сығарылды.
2013 йылда ойошма тарафынан Белорет ҡалаһында бер семинар, ике идара ултырышы, Әбйәлилдә бер ултырыш, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында берлектәге ижади конференция уҙҙы. Ошо уҡ йылда Әбйәлил районының Рысҡужа ауыл мәҙәниәт йортонда осрашыу, Красная Башкирия ҡасабаһында танылған яҙыусы, шағирә, драматург А. Йәғәфәрованың 65 йәше тулыуға арналған кисә, Учалыла Р. Ҡәлимованың 60 йәшенә арналған ижад кисәһе, М. Ямалетдиновтың “Һайланма әҫәрҙәр”енең 1-се томы, М. Сәлимовтың “Балалар өсөн йырҙар” китаптарының исем туйҙары уҙҙы.
Ойошма ағзаларының ижадына байҡау яһап, ижадҡа рухландырған, һулыш өргән ун биш мәҡәлә “Сибайский рабочий”, “Урал”, “Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Осҡон”, “Яйыҡ”, “Учалинская газета” гәзиттәрендә баҫылып сыҡты.
Яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеп дәртләнгән ойошма ағзалары быйыл да илһамланып ижади мөхиткә сумды.
Силәбе өлкәһе “Урал ынйылары” ижади берекмәһе ҡатнашлығында С. Хәкимованың “Аҡман-тоҡман ҡыҙымын” китабының исем туйы үткәрелде. “Ағиҙел” журналының 2-се һанында “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаларының (31 автор) әҫәрҙәр шәлкеме донъя күрҙе.
Әбйәлил районының Күсем ауылында әҙәби берекмәнең ултырышында С. Хәкимова менән З. Ҡарағужинаның шиғырҙары тикшерелде, ауыл халҡы менән осрашыу уҙҙы. Әбйәлил районының Асҡар ауылында Бибикамал Мәһәҙиева исемендәге призға башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың республика төбәк конкурсын уҙғарыуға ярҙам иттек. Ойошма үҙендә ағза булып торған һәүәҫкәр композиторҙар менән Белорет районының Шығай ауылында Абдулла Хәлфетдинов исемендәге призға зона фестивале уҙғарҙы. Магнитогорск ҡалаһының башҡорт-татар китапханаһында “Урал ынйылары” берекмәһе ағзаларының әҫәрҙәренән төҙөлгән китаптың исем туйында ҡатнаштыҡ. М. Ямалетдинов һәм Х. Ниғмәтуллин – Магнитогорск ҡалаһы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты, әҙәби консультант Ф. Биктимерова Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Ойошма етәксеһе М. Ямалетдинов Әбйәлил районы хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Учалы районының үҙәк китапханаһында Р. Хисаметдинова менән В. Ғүмәровтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе уҙғарылды.
Ойошма ағзалары – Әбйәлилдән З. Ҡарағужина, Учалынан М. Ихсанов һәм Ф. Бүләков Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алынды.
Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылы мәктәбендә С. Әхмәтйәнова-Һаҡмарованың ижадына арналған кисә ойошторолдо. Белорет районының Абҙаҡ ауылынан мәрхүмә З. Урманцеваның “Әсә фатихаһы” китабы донъя күрҙе. Уның исем туйы Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауыл мәҙәниәт йортонда билдәләнде.
Әбйәлил районының Ташбулат ауылындағы күсмә ултырышта Х. Алсынбаевтың, Х. Ниғмәтуллиндың, З. Бәшәрованың ҡулъяҙмалары тикшерелеп, тейешле баһа, күрһәтмәләр бирелде. Шулай уҡ Ф. Биктимерова менән З. Кашапованы Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алырға тәҡдим ителде.
Белорет районының Сосновка ауыл мәҙәниәт йортонда танылған яҙыусы, шағир Мәүлит Кәримовтың ижад кисәһе уҙҙы. Унда Әбйәлил, Учалы, Белорет райондары, Силәбе өлкәһе ижадсылары ҡатнашты.
Октябрь айында Әбйәлил районының Рауил ауылы мәктәбендә Белорет, Учалы, Силәбе ижадсылары ҡатнашлығында Ф. Биктимерованың балалар өсөн, З. Кашапованың һәм Г. Әхмәҙиеваның шиғырҙар йыйынтығы тикшереүгә ҡуйылды. Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар әҙәбиәте һәм поэзия секцияларына тәҡдим итеү өсөн протокол һәм ҡарар күсермәләре әҙерләп бирелде.
Ойошма мәктәп йәшендәге балалар араһында телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләүҙә, әҙәбиәтте пропагандалауҙа ла ҙур эш башҡара. Әҙәбиәткә балаларҙы кесе йәштән йәлеп итеү, ҡыҙыҡһындырыу маҡсатында ойошма рәйесе М. Ямалетдинов инициативаһы менән Учалы, Белорет, Әбйәлил райондарының мәғариф бүлектәре менән берлектә мәктәп уҡыусылары араһында “Минең беренсе китабым” исемле ижади конкурс ойошторолдо. Унда еңеп сыҡҡан уҡыусылар быйыл үҙҙәренең тәүге китаптарын ҡулға алып ҡыуанды. Бәйгенең һөҙөмтәһе булып Учалыла – дүрт авторҙың әҫәрен туплаған “Юл башы” (мөхәррире М. Ямалетдин), Әбйәлилдә ун авторҙың әҫәренән торған “Йондоҙсоҡтар” исемле әҙәби баҫмалар донъя күрҙе.
Был күркәм сараның иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаһы – октябрь айында Әбйәлил районының Рауил мәктәбендә ике уҡыусының ижадына арналған матур кисә уҙҙы. Байрамда мәктәптең “Йәнтөйәк” әҙәби түңәрәге етәксеһе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Әхмәҙиева ойошманың Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Беҙ, ижадсылар, ойошманың эшен арымай-талмай алға әйҙәүсе етәксебеҙ Мәүлит Ямалетдиновҡа, уның ярҙамсылары, урынбаҫарҙары Мәүлит Кәримов, Ғәҙел Ишморатов, Хәҙис Ниғмәтуллинға рәхмәтлебеҙ. Ошондай, илем, телем, халҡым, ерем, тип янып йәшәгән аҫыл заттар булғанда, “Ҡуңыр буға” йәшәр, ялҡынланып ижад итер, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә үҙенең тос өлөшөн индерер.
Фәнүзә БИКТИМЕРОВА.
Әбйәлил районы,
Ҡолоҡас ауылы.