«Йәшлек» гәзите » Иман » Өфөлә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды



24.07.2014 Өфөлә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды

Өфөлә яңы мәсеткә нигеҙ ташы һалынды«Фатиха» мәсете баш ҡаланың Октябрь районындағы Шәйехзада Бабич урамында урынлашасаҡ. Кисә төҙөлөш эштәренә старт бирелде.
Яңы иман йорто Өфөнөң иң күркәм биналарының береһе буласаҡ, республиканың «АС-Проект» институты тарафынан төҙөлгән проект былтыр йылдың иң яҡшы өлгөһө тип табылған.
Проект буйынса мәсет – 1100 кв. м майҙанлы, 40 метр бейеклектәге ике манаралы ике ҡатлы бина. Ул Иерусалимдағы «Әл-Аҡса» мәсетенә оҡшаш буласаҡ. Бында ғибәҙәт, никах залдары, уҡыу класы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырым ғибәҙәт урыны ҡаралып, 413 кешегә иҫәпләнгән.
Мәсет төҙөлөшөнә аҡсаны иманға битараф булмаған ябай кешеләр ҙә бирә ала. Иман йортоноң попечителдәр советы рәйесе, ҡала советы депутаты Руслан Солтанов та, теләгән бер кеше өлөшөн индерә ала, ти. Ярҙам итеүселәр исемлеге почетлы китапҡа яҙыласаҡ.
Ураҙа байрамы алдынан яңы мәсеткә нигеҙ һалыныу, һис шикһеҙ, сауаплы эш булды.

А. АҠБУЛАТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға