25.07.2014 Алланың рәхмәтенә өмөт ит
Ибраһим ибн Әҙһәм Басра ҡалаһы урамдарынан барған ваҡытта, унда йәшәүсе кешеләр йыйылып, хәҙрәттән:
– Эй, хәҙрәт, Аллаһы Тәғәлә үҙенең китабында: “Һеҙ минән һорағыҙ, мин доғаларығыҙға яуап ҡайтарырмын”, – тип әйткән. Ни булды икән беҙгә? Беҙ Раббыбыҙҙан һорайбыҙ, әммә Ул беҙгә яуап ҡайтармай. Ниңә доғаларыбыҙ ҡабул булмай икән? – тип һорай.
– Эй, Басра халҡы, Аллаһы Тәғәлә доғаларығыҙға нисек яуап бирһен? Һеҙҙең күңелдәрегеҙ, йөрәктәрегеҙ үле бит. Күңелдәрегеҙҙә, йөрәктәрегеҙҙә осҡон булмауында төрлө сәбәп бар. Беренсеһе, беҙ Аллаһы Тәғәләгә иман килтерҙек, уны таныныҡ, тип әйтәһегеҙ. Ҡөрьәнде бик матур итеп уҡыйһығыҙ, әммә изге китап өйрәткәнсә эшләмәйһегеҙ. Алла илсеһе Мөхәммәтте һөйәбеҙ, хөрмәт итәбеҙ, тип әйтәһегеҙ, әммә ул күрһәткән юлдан ситләшеп йөрөйһөгөҙ. Шайтан – беҙҙең дошманыбыҙ, тип һөйләйһегеҙ, әммә эшләгән эштәрегеҙгә ҡараһаң, уны үҙегеҙгә дуҫ иткәнһегеҙ. Йәннәткә эләгер өсөн бер нисек тә тырышмайһығыҙ.
Йәһәннәм утынан ҡотолорға кәрәк, тип ҡысҡыраһығыҙ, әммә үҙегеҙ унда илтә торған юлдарҙа йөрөйһөгөҙ. Үлем тиҙҙән килер, беҙҙе алып китер, тип һөйләгән булаһығыҙ, әммә ул үлемгә бер ҙә әҙерлек күрһәтмәйһегеҙ. Кешеләрҙе тикшереп ғүмерегеҙҙе уҙғараһығыҙ, әммә үҙегеҙҙең кәмселектәр соҡорона төшөп, батҡанығыҙҙы һиҙмәйһегеҙ. Һеҙҙең арағыҙҙа үлгән кешеләрҙе, ҡәбергә илтеп, күмеп ҡуяһығыҙ, әммә шунан ғибрәт ала белмәйһегеҙ. Аллаһы Тәғәләнең ниғмәттәрен иртә-кис ашап тораһығыҙ, бар өҫтөнә “юҡ” тип, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт әйтә белмәйһегеҙ. Эй, Басрала йәшәүсе кешеләр, һеҙ бит, тере булып күренһәгеҙ ҙә, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында мәйеттәр кеүек йәшәйһегеҙ. Улар Аллаһы Тәғәләнән нимә һорай алһын? Ул мәрхүмдәргә нисек яуап бирһен? Доғағыҙҙың ҡабул булыуын теләһәгеҙ, күңелдәрегеҙҙе терелтеп, үҙегеҙҙе мәйет булыуҙан ҡотҡарығыҙ, – тине.
Мөхәммәт бәйғәмбәр: “Доға ҡылыу – ғибәҙәттең елеге”, – тип әйткән. Раббыбыҙҙы танып, уға ғибәҙәт, доға ҡылмайса йәшәгән бәндә бик тәрән ғифләт йоҡоһонда ғүмер кисерә. Доғаһыҙ йәшәгән кеше үҙенең кем икәнлеген, донъяға ни өсөн килгәнлеген һәм тиҙҙән ҡайҙа барасағын белмәйенсә йәшәй. Доғаһыҙ йәшәгән кеше, ни ҡәҙәр күкрәк киреп: “Мин бәхетле”, – тип әйтһә лә, ул – бәхетһеҙҙең бәхетһеҙе. Сөнки күп ваҡытта кеше Алланан нимәлер һораһа ла, шуның һөҙөмтәһен күрмәйенсә, бик ҡайғыра. Ҡөрьәндә бәйғәмбәребеҙҙең (ғ.с.) сөннәтендә урын алған шундай һүҙҙәр бар. Ул да булһа: “Әгәр ҙә кешенең һораған һорауы уның өсөн хәйерле булмаһа, ҡабул булмаһа, хәйерлерәк бер әйбер менән алмаштырыла”. Шуға күрә әҙәм балаһы доғалы булып йәшәргә тейеш. Доға төшөнсәһенә Алланан һорау, Аллаға ышаныу һәм Аллаға таяныу тигән мәғәнә һалынған.
Әй, һөйөклө дуҫым! Доғам ҡабул булһын, тиһәң, һәр хәлдә Аллаһы Тәғәләгә ныҡ инан һәм таян. Уның тыйғандарынан тыйыл, ҡушҡандарын үтәргә тырыш. Ашаған ризығың, кейгән кейемең, йәшәгән йортоң хәләлдән булһын. Доғаң ҡабул булһын тиһәң, кешеләрҙе ҡулың менән, телең менән, хаҡһыҙ рәүештә уларҙың өлөшөнә инеүең менән рәнйетмә. Алланың рәхмәтенә ирешәм тиһәң, күңелең сабыйҙарҙыҡы кеүек саф, гонаһһыҙ булһын. Ашарға һораған сабый, һүҙ әйтмәйенсә, илап, әсәһен саҡырған кеүек, һин дә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп, илай бел.