«Йәшлек» гәзите » Иман » Һәр ваҡыт Алланы иҫеңә төшөр



30.05.2014 Һәр ваҡыт Алланы иҫеңә төшөр

Һәр ваҡыт Алланы иҫеңә төшөрБер ваҡыт мосолман сәсен алдырырға килә. Улар һөйләшә башлай. Мосолман сәс ҡырҡыусынан уның Аллаға ышаныу, ышанмауы хаҡында һорай. Тегеһе: “Юҡ”, – тип яуап бирә. Үҙ көфөрлөгөн ул: “Әгәр ҙә Алла булһа, ул ер йөҙөндә төрлө ғазаптарҙың, һуғыштарҙың булыуына юл ҡуймаҫ ине”, – тип аңлата. Мосолман бер ни ҙә әйтмәйенсә сығып китә. Бөҙрәхананың тупһаһын аша атлап сығыу менән сәс-башы туҙған, сәсе ныҡ етеп китеү арҡаһында хатта йөҙө лә күренмәгән шамтыр бер әҙәмде күреп ҡала. Мосолман кире әйләнеп инә лә сәс ҡырҡыусыға: “Беләһеңме, ер йөҙөндә сәс ҡырҡыусы юҡ ул!” – ти. Быға сәс ҡырҡыусы: “Нисек инде юҡ?! Бына бит мин – сәс ҡырҡыусы”, – тип яуаплай. Мосолман былай ти: “Ул сағында ни өсөн ер йөҙөндә шул тиклем сәстәре алынмаған күп кеше йөрөй һуң?” “Үҙҙәре миңә килмәй икән, нисек мин уларҙың сәсен алайым һуң?” – ти сәс ҡырҡыусы. Мосолман: “Әгәр ҙә кешеләр Уны иҫтәренә алмай, Уға яҡынайырға теләмәй икән, нисек инде Аллаһы Тәғәләнең уларға ярҙам иткеһе килһен?!” – тигән.
Ошо бәләкәй генә бер хәлдән оло ғибрәт алырға мөмкин. Күп кеше Аллаға яҡынайыу хаҡында уйлап та бирмәй, Уның ҡушҡандарын үтәмәй йөрөй-йөрөй ҙә, башына берәй бәлә төшһә, сабырлыҡ хаҡында ла онотоп: “Алла юҡ ул!” – тип лаф ора. Әғүҙүбилләһ! Әҙәм балаһы Раббыһы өсөн бик әҙҙе эшләй, әммә бик күпте өмөт итә. Сөнки уға гел генә ниҙер етмәй. Үҙеңде бәхетле тойоу өсөн булғанына шөкөр итеү, Алла ризалығын эҙләп йәшәү ҙә етә бит. Хәҙистән килеүенсә, Аллаһы Тәғәлә былай ти: “Ҡолом мине ниндәй тип уйлай, мин шундай булырмын. Ул Мине иҫкә төшөргән саҡта, Мин уның янында булам. Әгәр ҙә ул Мине күңеленән иҫкә төшөрһә, Мин уны үҙ алдыма иҫкә төшөрөрмөн. Әгәр ҙә ул Мине башҡалар араһында иҫкә төшөрһә, Мин уны уларҙан да яҡшыраҡ булғандар араһында иҫкә төшөрөрмөн. Әгәр ҙә ҡолом Миңә бер ҡарышҡа яҡынайһа, Мин уға терһәк оҙонлоғона яҡынайырмын. Әгәр ҙә ул Миңә терһәк оҙонлоғона яҡынайһа, Мин уға бер сажинға яҡынайырмын. Әгәр ҙә ул Миңә атлап килһә, Мин уға ҡарай йүгерермен”.
Аллаһы Тәғәләнең ярҙамын, ҡурсыуын тойоп йәшәү өсөн Уны гел генә иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Раббыһына яҡынайыу өсөн бер ни ҙә эшләмәгән көйөнсә, бәғзе берәүҙәр аҙаҡ зарланып ултырырға ла оялмай. Мәсеткә барып, хәйер һалған булдым, бер тинлек тә файҙаһы булманы, йәнәһе. Хоҙай беҙҙең хәйер-саҙаҡаларға мохтаж түгел. Кеше уларҙы ниҙер көҫәп түгел, ә ихлас күңелдән күңелен таҙартыр өсөн бирергә тейеш. Күңелеңде ауырттырып биреп, аҙаҡ зарланып йөрөрҙәй булһаң, ул хәйереңде бирмәүең мең артыҡ. Тик Алла ризалығын ғына көҫәп, ихлас күңелдән бирелгән хәйер-саҙаҡаларҙың ғына бәрәкәте буласаҡ.
Аллаһы Тәғәлә миңә тегене бирергә тейеш, быны бирергә тейеш, аҡсам мул, балаларым күп, тормошом гел генә ал да гөл булыр­ға тейеш, тип уйлай ҡайһы бер бәндә. Шуға ла тормошонда саҡ ҡына берәй ауырлыҡ килеп сыҡһа, шунда уҡ зарланырға тотона. Ә Хоҙайҙың биргән ниғмәттәренә шөкөр итеү хаҡында уйлап та бирмәй. Раббыбыҙ беҙгә күрер өсөн – күҙҙәр, ишетер өсөн – ҡолаҡтар, йөрөр өсөн – аяҡтар, эшләр өсөн ҡулдар биргән. Әҙәм балаһының торор урыны итеп ерҙе бар иткән, саф һауа, эсәр һыу, ашар ризыҡ биргән. Күҙҙе ҡамаштырып балҡыған төрлө-төрлө йондоҙло, туп-тулы айлы, нур сәсеп торған ҡояшлы күкте барлыҡҡа килтереүсе лә бары Ул ғына. Ни генә эшләһәк тә, Алланың биргән ниғмәттәре өсөн һис ҡасан рәхмәт әйтеп бөтөрә алмаясаҡбыҙ бит. Әҙәм балаһы хатта йотом һыуһыҙ ҙа тереклек итә алмай. Әгәр ҙә Хоҙай ер йөҙөнән эсәр һыуҙы юҡ итһә, ни эшләрбеҙ?
Күптәр Раббыһы биргән ниғмәттәрҙең ҡәҙерен башына бәлә төшкәс кенә аңлай. Бер кем дә бер ниндәй ҙә аҡсаға күҙҙәрен йә аяҡ-ҡулдарын һатырға риза булмаҫ ине бит. Берәй һәләкәткә, фажиғәгә осрап, аяҡтан яҙып, ҡулһыҙ ҡалып, йә тома һуҡыр булып ултырғас ҡына уларҙың ниндәй ҡиммәткә эйә икәнен аңлай кеше. Ә шул ҡулдары менән ауыҙына хәмер ҡойғанда, ярамаған әйбергә һуҙылғанда, мал-тыуарға һуҡҡанда, аяҡтары менән типкеләп кемделер рәнйеткәндә, ярамаған ерҙәргә йөрөгәндә, күҙҙәре менән үҙҙәре өсөн ярамаған нәмәләргә ҡарағанда уларҙың ҡәҙере тураһында уйламайҙар. Шулар өсөн Аллаға шөкөр итеү урынына һаман күпте көҫәйҙәр.
Раббың ҡушҡанды үтәмәгән көйөнсә, нисек артығын теләп, һаман ниҙер көҫәп йөрөмәк кәрәк?! Зарланыр урынға Хоҙайға яҡынайыу юлдарын эҙләргә кәрәк: намаҙ уҡырға, ураҙа тоторға, ихлас күңелдән хәйер-саҙаҡалар бирергә, доға ҡылырға. Раббыбыҙ Ҡөрьәндә былай тигән бит: “Мине иҫкә алығыҙ, Мин дә һеҙҙе иҫкә алырмын. Миңә шөкөр итегеҙ, Миңә шөкөр итмәүселәрҙән булмағыҙ” (“Әл-Бәҡара”,152).
Бер нәмәне һис ҡасан иҫтән сығарырға ярамай: бар изгелек – Алланан, яуызлығы – үҙ нәфсебеҙҙән.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға