«Йәшлек» гәзите » Иман » Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо



11.04.2014 Мөхәммәт бәйғәмберҙең тормошо

Алла рәсүленең вафаты
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
1.
Алла рәсүле Мәҙинәгә ҡайтты. Бер төн уртаһында ул хеҙмәтсе Әбү Мөүәйһибте саҡырып ала.
– Ҡасырҙы эйәрләп бир миңә, – ти.
Хеҙмәтсе ҡасырҙы юлға әҙерләй. Рәсүл, уға менгәс:
– Әбү Мөүәйһиб, миңә Әлбәкиҙәге мәрхүмдәргә ғибәҙәт ҡылырға ҡушылды. Минең арттан эйәр, – ти.
Рәсүл Мәҙинә мосолмандары ерләнгән Әлбәки зыяратына юллана, артынан хеҙмәтсеһе килә. Зыяратҡа еткәс, бәйғәмбәр ҡасырҙан төшә, хеҙмәтсе шунда уҡ теҙгенде тотоп ала. Алла рәсүле, ҡәберҙәрҙе ҡарағас:
– Ҡәбер хужаларына сәләм! – ти. – Һеҙҙең үлемегеҙ үҙегеҙ өсөн бәхет булды. Тулҡын-тулҡын булып бәлә килә һәм һәр яңыһы элеккеһенән көслөрәк.
Рәсүл, хеҙмәтсеһенә боролоп:
– Әбү Мөүәйһиб, минең алда ике асҡыс: береһе – теге донъялағы хазиналар һәм ундағы мәңгелектеке, икенсеһе – ожмахтыҡы. Мин икеһенең береһен – хазиналар йә Раббым менән осрашыу һәм ожмахты һайларға тейешмен, – ти.
Хеҙмәтсе:
– Үҙемдең атайым, әсәйем исеменән үтенәм: теге донъяның хазиналары һәм мәңгелек асҡысын, шунан ожмахтыҡын ал, – ти.
Бәйғәмбәр:
– Юҡ, Әбү Мөүәйһиб, мин Раббым менән осрашыуҙы һәм ожмахты һайланым, – ти.
Рәсүл мәрхүм мосолмандар хаҡына ғибәҙәт ҡыла ла төн ҡараңғыһына инеп юғала. Артынан хеҙмәтсеһе эйәрә.

2.
Алла рәсүле Әлбәкиҙән өйөнә ҡайтты. Ҡатыны Ғәйшә баш ауыртыуына зарланды.
– Уй, башым-башым, – тип һыҙланды.
– Мин бында, Ғәйшә, тыныслан, – тине бәйғәмбәр. – Минең дә башым ауырта.
Ул ҡатыны эргәһенә ултырҙы ла, тегеңә боролоп, иркәләп һораны:
– Минән алда үлгең килмәйме һинең? Мин һине ерләр, һиңә ғибәҙәт ҡылыр инем.
Ғәйшә:
– Эйе, һин шулай итер инең. Шунан өйгә ҡайтып, ҡатындарың менән ҡуныр инең! – тине, йәне көйөп.
Алла рәсүле көлдө лә, баш ауыртыуына зарланып, йоҡларға китте. Һәр төнөн ул ҡатындарының береһе менән уҙҙыра торғайны. Ауыртыныуының артҡанын тойоп, һәр ҡатыны янына инеп:
– Иртәгә мин ҡайҙа булырмын икән? – тип һораны.
Ҡатындары уның Ғәйшә йортонда ҡалғыһы килгәнен, ауырыған сағында уның ҡарауын теләгәнен тойҙо. Мәймүнә исемле ҡатынының өйөндә сағында ауыртыуы ҡапыл ныҡ көсәйгәс, ул ҡатындарына Ғәйшә йортонда үҙен ҡарарға ҡушты. Тегеләре ризалашты. Шунан ул Әли ибн Әбүталипты һәм ағаһы Ғәббәсте саҡырырға ебәрҙе. Тегеләр килгәс, ул башы бәйләнгән көйө, туғандарына тотоноп, тороп ултырҙы. Тегеләр ярҙамында Ғәйшәнең өйөнә барҙы һәм, тик намаҙға ғына сығып, шунда торҙо.
Кис етте, кешеләр мәсеткә намаҙға йыйылды. Билалдың көслө тауышы яңғыраны.
– Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр!
Билал аҙан әйтеп бөттө һәм кешеләр бәйғәмбәрҙең сығыуын көтә башланы. Тик бәйғәмбәр сыҡманы. Ул намаҙға йыйын­ғайны инде, тик ҡапыл һушын юғалтты. Иҫенә килгәс:
– Кешеләр намаҙ уҡынымы? – тип һораны.
– Юҡ, – тине Ғәйшә. – Һине көтәләр.
Алла рәсүле тәһәрәт алырға һыу һораны, ләкин тәһәрәтләнә алманы, тағы иҫен юғалтты. Аңына килгәс:
– Кешеләр ғибәҙәт ҡылдымы? – тине.
– Юҡ, Алла рәсүле, – тине Ғәйшә, – улар һине көтә.
Ҡатыны уға тәһәрәтләнергә ярҙамлашты, тик ул йәнә аңын юғалтты. Кешеләр таралышманы, бәйғәмбәр күҙен асҡас, янына Билал килде:
– Бәйғәмбәр, намаҙ бит, – тине.
Ул:
– Мин өйҙән сыға алмайым. Әбүбәкергә әйтегеҙ, кешеләр менән намаҙҙы ул үткәр­һен.
Ғәйшә бик ныҡ ҡурҡты. Алла рәсүлен берәүҙең дә алмаштыра алмаҫын, һәр икенсе кешене яратмаҫтарын белә ине. Намаҙ менән етәкселек итер өсөн Алла рәсүле ҡатындың атаһын түгел, бүтән берәүҙе ҡуйыуын теләне. Ул:
– Әбүбәкер – йомшаҡ кеше. Һинең урыныңа баҫһа, илап, кешегә өндәшә лә алмаҫ, – тине.
Әммә Алла рәсүле:
– Әйтегеҙ Әбүбәкергә, диндарҙар менән намаҙ үткәрһен, – тине.
Ғәйшә йәнә ҡаршы төштө:
– Әбүбәкер йомшаҡ кеше бит.
Рәсүл:
– Һеҙ Йософтоң юлдаштары һымаҡ­һығыҙ, – тине. – Үҙегеҙҙең йәшерен теләгегеҙҙе асмай китәһегеҙ. Ғәзизә исемле ҡатын ҡатын-ҡыҙға үҙенең ҡунаҡтарҙы яҡшылап ҡаршылауын күрһәткән булған. Ғәмәлдә Йософтоң сибәрлеген һәм уны ҡайһылайтып яратыуын белдермәк икән. Әйтегеҙ Әбүбәкергә, намаҙҙы үткәрһен.
Билал илай-илай кешеләр янына сыҡты. Бүтәндәр, ҡото осоп, уны һырып алды.
– Ни бар унда? Ни күрҙең, Билал? – тиҙәр.
– Алла рәсүле намаҙға өйөнән сыға алмай, – тине Билал.
Мосолмандарҙың бөтәһе лә иларға тотондо.

3.
Алла рәсүленең диндарҙар янына сыҡҡыһы килде. Шуға ҡатындарына:
– Ете шишмәнән килтерелгән ете күнәк һыуҙы өҫтөмә ҡойоғоҙ, был миңә кеше менән һөйләшергә ярҙам итер, – тине.
Һыу ҡойҙолар һәм, туғандарының береһенә таянып, бәйғәмбәр өйөнән сыҡты. Ул мөнбәргә етте лә шунда ултырҙы. Уның күренеүенә һөйөнгән кешеләр үҙен һырып алды. Бәйғәмбәр:
– Раббым! Өһөд һуғышында шәһит булған яугирҙарҙың гонаһын ғәфү ит. Мөһәжирҙәр, һеҙ байтаҡҡа арттығыҙ, ә ансарҙар шул көйө ҡалды. Уларҙың данлыларын хөрмәтләгеҙ, яңылышҡандарын ярлыҡағыҙ.
Кешеләр! Алла үҙ ҡолдарының береһенә был донъяны йә Алла донъяһын һайларға ҡушҡан. Ҡол Аллаға яҡынайыуҙы һайлаған.
Әбүбәкер Алла рәсүле үҙе тураһында һөйләгәнде аңланы һәм кешеләргә, ул оҙаҡламай үләсәк, тип белдерҙе. Әбүбәкер бер ваҡытта ла унан айырылмаҫ ине лә бит. Ул ҡысҡырып илап ебәрҙе.
– Һинең өсөн беҙ йәнебеҙҙе, балаларыбыҙҙы, нимәбеҙ бар – бөтәһен дә бирәсәкбеҙ, – тип һыҡтаны.
Алла рәсүле:
– Кешеләр минең юлдашым булып, миңә мөлкәттәрен тапшырып сикһеҙ ышанды, Әбүбәкер. Әгәр миңә үҙ өммәтемдән һөйкөмлө кешемде һайларға тура килһә, Әбүбәкерҙе һайлар инем, – тине. Шунан бөтөнөһөнә боролоп:
– Кешеләр! Кемегеҙ күңелендә ҡыйынлыҡ кисерә, баҫығыҙ. Мин уға ғибәҙәт ҡылам, – тине.
Кеше үҙенең ғәйебен асырға тейешлеген уйлап, улар аптырап ҡалды.
Өмәр:
– Эй, кешеләр! Әгәр үҙеңдең ғәйебеңде танымаһаң, Алла һинең башыңа һуғыр, – тине.
Алла рәсүле:
– Тыныслан, Ибн Әлхаттаб, был донъяла ғәйебеңде таныу тегенеһендә оятҡа ҡалыу­ҙан еңелерәк. Раббым, уға хаҡлыҡ һәм ышаныс бир. Бәхетһеҙлектәренән һаҡла уны!
4.
Алла рәсүле өйөнә ҡайтты. Хәҙер инде ул өйөнән сыҡмай ғына намаҙ уҡыны, хәле юҡ ине. Бүтәндәр менән намаҙҙы Әбүбәкер үткәрҙе. Дүшәмбе иртәһендә бәйғәмбәр мәсеттә кешеләрҙең тауышын ишетте. Ул тәҙрә ҡормаһын асып тышҡа күҙ һалды. Әбүбәкер артынан теҙелгән кешеләр ғибәҙәттә ине. Бәйғәмбәр йылмайҙы, уны күргән мосолмандарҙың күңеле шатлыҡ менән тулды. Кешеләр, бәйғәмбәр улар менән ҡуша намаҙ башҡарырға сыға икән тип, урын бушатты, ә Әбүбәкер имам урынына баҫманы. Әммә бәйғәмбәр кешеләр намаҙҙы дауам итһен тигән ишара яһаны ла ҡорманы япты.
Бәйғәмбәрҙең ауыртыныуы көсәйҙе. Ул Ғәйшәнең өйөндә ятты, янында һыулы һауыт ултыра ине. Ҡайһы саҡ ул шуға ҡулын ебетә лә битен һыпыра ине. Үҙе:
– Раббым, миңә үлем түшәгендә ярҙам ит, – тип теләне.
Ғәйшәнең тубығына һалынған бәйғәм­бәр­ҙең башы ҡапыл ауыр булып китте. Ғәйшә ире онотолоп китте тип уйланы һәм йөҙөн үҙенең кейеме менән япты. Өмәр менән Әлмөғир килде һәм инергә рөхсәт һораны. Ғәйшә рөхсәт итте һәм инешләй улар бәйғәмбәргә ҡараны. Өмәр:
– Ул һушынан яҙған, – тине.
Әлмөғир:
– Өмәр! Алла рәсүле үлгән дә инде! – тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Өмәр ныҡ итеп:
– Алдама! Алла бөтөн ике йөҙлөләрҙе бөтөрмәй тороп, Алла рәсүле үлмәҫ, – тип асыуланды.
Өмәр Алла рәсүле үлгән тигән кешеләргә янап, вәғәз менән мөрәжәғәт итте. Әбүбәкер килеп, рәсүл янына инде. Йөҙөнә ҡапланған япманы алып:
– Беҙ бөтәбеҙ ҙә Аллаға бирелгәнбеҙ һәм уның ҡашына ҡайтабыҙ... Алла рәсүле вафат, – тине.
Шунан Әбүбәкер кешеләр ҡаршыһына сыҡты. Был ваҡытта Өмәр, Алла бөтөн ике йөҙлөләрҙе бөтөрмәй тороп, Алла рәсүле үлмәҫ, тип вәғәз һөйләй ине. Әбүбәкер уға:
– Өмәр, ултыр, – тине.
Әбүбәкер халыҡҡа:
– Алланан башҡа илаһ юҡ! Мөхәммәт – Алланың рәсүле. Хәҙер мин Мөхәммәт алдында баш эйгән кешеләргә өндәшәм. Мин һеҙгә Мөхәммәттең вафаты тураһында белдерәм. Кем Аллаға табына, белегеҙ: Алла бер ҡасан да үлмәйәсәк! – тине.
Әбүбәкер бер аҙ шым торҙо ла Ҡөрьән сүрәһе уҡырға тотондо.
Мосолмандар Алла рәсүленең вафатына ышанды. Бөтәһе лә ҡысҡырып иларға тотондо. Атаһының яҡшылығын һәм рәхимлеген данлаған Фатиманың тауышы айырым асыҡ ишетелде. Был кешеләрҙең ҡайғыһын тағы ла көсәйтте.
– Атай! Атай! Ул Раббыһына яуап бирҙе, Раббыһы уны үҙенә алды. Ябраилға беҙ уның вафаты тураһында белдерәбеҙ! Атайым Раббыһына шул тиклем яҡын бит! Ай, атай!
Намаҙ ваҡыты етте. Билал аҙан әйтте.
Лә иллаһа иллалла!
Алланан башҡа илаһ юҡ!
Лә иллаһа иллалла!
Алланан башҡа илаһ юҡ!
Билал өйөндә ятҡан вафат Алла рәсүлен йәнә иҫенә төшөрҙө һәм, күҙ йәштәренә быуылып, өндәшә алмай торҙо. Мосолмандар һыҡтарға тотондо һәм бөтөн кешенең илауы Мәҙинәне шаңҡытты. Ҡала ҡара ҡайғыға батты.
Ғәлим ХИСАМОВ тәржемәһе.

(Аҙағы. Башы 5 – 13-сө һандарҙа).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға