13.11.2010 Изге Ҡөрьәнебеҙ индерелеүгә – 1400 йыл
Быйыл Аллаһы Тәғәләбеҙҙең һүҙе – ҡөрьән индерелә башлауға 1400 йыл тулды. 610 йылдың изге рамаҙан айынан бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-әссәләмгә Ябраил фәрештә аша 23 йыл буйы тапшырыла.
Белеүегеҙсә, ҡөрьән 114 сүрәнән һәм бөтәһе 6666 аяттан тора. Беренсе “Әл-Фатиха” сүрәһенән башланып, “Ән-Нәс” (“Кешеләр”) сүрәһе менән тамамлана. Бәйғәмбәребеҙ заманында яҙылып бөтһә лә, уның вафатынан һуң ғына, бергә тупланып, баҫтырыла. ҡөрьәндең барлыҡ нөсхәләре лә бер: индерелә башлау менән заман ахырына хәтле уның бер хәрефе лә үҙгәрмәй, үҙгәртелмәй, Аллаһы Тәғәләбеҙ тарафынан һаҡлана.
ҡөрьәндә 1400 йыл элек яҙылған аяттарҙың фәнни нигеҙе ғалимдарыбыҙ тарафынан бөгөн ғилми асыш булараҡ асыла килә, һәм был хәл заман ахырына саҡлы дауам итәсәк. Быға миҫал итеп, француз докторы Морис Бюкайҙың “Библия, Коран и наука” (2001), химия-физика фәндәре буйынса башҡорт академигы Н. Вәлитовтың “Научные подтверждения Корана, Библии и Торы” тигән хеҙмәтен, төрөк ғалимы Харун Яхъяның төрлө йылдарҙа донъя күргән “ҡөрьән мөғжизәләре” тигән китаптарын, фильмдарын һ.б. билдәләп китергә мөмкин. Барлыҡ мосолмандар өсөн ҡиәмәткәсә динебеҙҙең, иманыбыҙҙың сығанағы, юл күрһәткесе, терәге булып 1400 йыл буйы ҡөрьән тора.
Был байрам Рәсәйҙә генә түгел, барлыҡ мосолман донъяһында киң билдәләнә инде. Мәҫәлән, был юҫыҡтан ҡырымда лекция-семинарҙар үткәрелһә, Төркиәлә төрлө ғилми, ижтимағи саралар, ҡөрьәндең төрлө йылдарҙа сыҡҡан баҫмаларының күргәҙмәһен ойоштороу ҙа ҡаралған. Шулай уҡ быйылғы йыл Төркиәлә ҡөрьән йылы тип иғлан ителгән. Үкенескә күрә, Башҡортостанда ғына оло байрам хаҡында һис бер һүҙ ҙә ишетелмәй.
Фәнирә ҒАЙСИНА,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.