«Йәшлек» гәзите » Иман » Илдәге иң оло ойошма



25.10.2013 Илдәге иң оло ойошма

Илдәге иң оло ойошмаӨфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты ойошторолоуға 225 йыл тулыуға ҡарата юбилей саралары уҙҙы.
Тантаналарҙың тәүгеһе Өфөнөң Дим районында «Мәҙинә» мәсете асылыу менән башланды. Баш ҡалабыҙҙың архитектура йөҙөнә тағы бер биҙәк өҫтәгән унар метрлыҡ дүрт манаранан торған был иман йорто биҫтәгә килеп инеү менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. 600 кеше һыйҙырышлы мәсет мосолмандарҙың мәғрифәтселек урыны булараҡ та файҙаланыласаҡ. Ғибәҙәтхана эстән зауыҡ менән биҙәлгән. Быны Сәмәрҡәндтән килгән рәссамдар, Мысырҙың ағасты һырлап биҙәк яһаусылары башҡарған, төп эштәрҙе, әлбиттә, урындағы оҫталар эшләгән. Ағастан һырлап эшләнгән үрелмәләр һәм диуарҙарға ғәрәп телендә яҙылған Ҡөрьән аяттарын йәш оҫта Йонос Хәйруллин башҡарған.
Дим биҫтәһе халҡы хәҙер үҙҙәренең күркәм мәсетендә дини байрамдарҙы ҙурлап уҙғарасаҡ, никах, исем ҡушыу кеүек йолаларҙы үткәрәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға