«Йәшлек» гәзите » Иман » Никахты кисектерергә ярамай



04.10.2013 Никахты кисектерергә ярамай

Рамаҙан, сәфәр айҙарында никах уҡытырға ярамай, тиҙәр. Был дөрөҫмө? Никахты ҡасан үткәреү хәйерлерәк?
Никах – ул ике кешенең бер- береһенә тормош юлында ғүмер буйына бергә йәшәргә вәғәҙә биреүе, ғаилә ҡорорға маҡсат ҡуйған көндәре. Улар был көндө бер-береһенә тормоштағы бөтөн шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе, ҡайғы-хәсрәттәрҙе уртаҡлашып, балалар үҫтереп, уларҙы тәрбиәләп, бер-береһенә терәк, таяныс булып йәшәргә вәғәҙә бирә.
Никахты үткәреү ваҡытына килгәндә, бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Балағыҙ үҫеп, буй еткерһә, һеҙ уны мыуафиҡ зат менән никахлаштырып, өйләндерергә тейеш­һегеҙ. Ата-әсә өсөн был – мотлаҡ бурыс. Шәриғәт никахты законлаштырырға ҡуша. Никахһыҙ баланың гонаһтары атаһына яҙыла, тип бәйғәмбәр хәҙисендә лә әйтелгән.
Никахлашыу теләһә ниндәй айҙа ла ярай. Ул – хәләл ғәмәл, уны ҡасан үткәрһәң дә яҡшы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға