«Йәшлек» гәзите » Иман » Мөһим йәмәғәт институты



27.09.2013 Мөһим йәмәғәт институты

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты 1788 йылдың 22 сентябрендә Екатерина II Указы менән булдырыла. Ул Өфөлә 1789 йылдың 4 де­кабрен­дә асыла. Өфө наместнигы О. Игельстромдың һорауы буйынса дин кешеләрен һынау һәм улар араһында ышаныслыраҡтарын һайлап алыу өсөн дәүләт учреждениеһы статусы менән ойошторола.1773 – 75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң хөкүмәттең дингә ҡарата сәйәсәте үҙгәрә, властар рәсми ислам институттарын дәүләт мәнфәғәттәрендә файҙаланыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Мосолмандарҙың үҙәк диниә назараты ойошторолған ваҡытта «Өфө Мосолман законындағы Диниә йыйылышы» тип аталған, уның вәкәләтлектәре Өфө наместниклығы һәм Ырымбур губернаһы биләмәһенә, аҙаҡ Рәсәй территорияһына таралған. Диниә йыйылышы төп эшмәкәрлеге буйынса урта суд учреждениеларына тиңләштерелгән, урындағы хакимиәткә һәм сит дингә табыныусыларҙың дини эштәре буйынса Баш идаралыҡҡа буйһонған.
1846 – 1917 йылдарҙа дини учреждение Ырымбур мосолмандарының Диниә йыйылышы тип үҙгәртелә. Рәйес, мөфтөй Эске эштәр министрлығы һәм урындағы хакимиәт тәҡдиме менән император тарафынан тәғәйенләнгән, ә диниә идаралығы ағзалары 1889 йылға тиклем Ҡазан губерна мосолман руханиҙары тарафынан һайланған, аҙаҡ мөфтөй тәҡдиме менән Эске эштәр министрлығы тарафынан һайлап ҡуйылған. Мөфтөйҙәр, заседателдәр, хеҙмәткәрҙәр, дәүләт чиновниктары кеүек, жалование алған. Дини йыйылыш ҡарамағында мәхәллә вазифаларына дәғүә итеүселәрҙән ислам ҡанундарын белеүе буйынса имтихан алыу, мосолман руханиҙарының эшен күҙәтеү, мәсеттәр төҙөү һәм уларҙы йүнәтеү, никах теркәү, милек дәғүәләре, мәхәлләләге диндарҙарҙың мосолман йолаларын дөрөҫ башҡарыуын һәм метрика кенәгәләрен дөрөҫ алып барыуҙы күҙәтеү булған. 1889 йылға Диниә идаралығы ҡарамағында 4254 мәхәллә, 3,4 млн мәхәллә мосолманы, 65 ахун, 2651 мөҙәрис һәм имам иҫәпләнә. 1917 йылда дини идара Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының үҙәк диниә назараты тип үҙгәртелә. Дини йыйылыш өс баҫҡыстан тора – юғары мөфтиәт, уртансыһы – мөхтәсибәт, түбәнгеһе мөтәввәлиәт тип атала. Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандары эше буйынса комиссариат булдырыу менән Милли идара бөтөрөлә, назарат үҙ аллы эш башлай. Уның ҡарамағында, нигеҙҙә, дини мәсьәләләр генә ҡала. 1927 йылда был дини структура 14 меңдән ашыу мәхәлләне берләштерә. 30-сы йылдар­ҙағы ҡанлы репрессия мосолман ойошмаһы лидерҙарын да урап үтмәй – 20-нән ашыу кеше ҡулға алына, властар тарафынан төрлө эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Үҙ аллы Башҡортостан мосолмандары диниә назаратын, 1940 йылда Ташкентта Урта Азия һәм Ҡаҙағстан, Баҡыла Кавказ аръяғы мосолмандарының диниә назараттарын ойоштороу был назараттың йоғонтоһо даирәһен тарайта. 1948 йылда Өфөлә мосолман руханиҙарының съезында дини учреждение СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының диниә назараты тип үҙгәртелә, яңы устав ҡабул ителә. 1992 йылдарҙағы үҙаллылыҡ тулҡындарында ДУМЕС-тың төбәк диниә назараттарына тарҡалыу процесы башлана. Башҡортос­тан­дағы мәхәлләләрҙең бер өлөшө Башҡортостан мосолмандары ҡарамағына күсә.
Мөфтөйлөк вазифаһын төрлө йылдарҙа М. Хөсәйенов, Ғ. Баруди, Р. Фәхретдинов, Ш. Хыялетдинов, Ғ. Исаев кеүек исемдәре ислам донъяһында билдәле шәхестәр башҡара. 1980 йылдан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына мосолман донъяһындағы абруйлы шәхес, баш мөфтөй, шәйех-ул-ислам Тәлғәт Тажетдин етәкселек итә.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты бөгөн илдәге ҙур үҙәкләштерелгән мосолман ойошмаларының береһенән һанала, мөһим дәүләт һәм йәмәғәт институты ролен үтәй.
Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға