05.09.2013 Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тормошо
4.
Әмир мосолмандарҙы ҡайтарырға тырышыуының уңышһыҙ бөтөүенә ныҡ ҡайғырҙы. Яңы бер фекер килгәнсе ул төрлө уй үткәрҙе башынан. Ул Негусҡа барып, сер итеп кенә ниҙер әйтте. Негус мосолмандарҙы яңынан саҡыртты. Тегеләр батша янына инергә торғанда Яфар ибн Әбүталип:
– Бөгөн берегеҙ ҙә һүҙ һөйләмәгеҙ. Бөтәбеҙҙең исемдән мин әйтәм, – тине.
Улар тәхеттә ултырған Негус ҡаршыһына баҫты. Негустың уң яғында Әмир ибн Әләссә, һулда Өмәр ине. Залда дин әһелдәре лә бар ине. Ингәс, мосолмандар иҫәнләште, әммә баш эймәне. Әмир менән Өмәр:
– Улар һиңә баш эймәне, – тине.
Дин әһелдәре һәм дәрүиштәр:
– Батшаға баш эйегеҙ, – тип ҡысҡырышты.
Яфар:
– Беҙ тик Аллаға, Бөйөк һәм иң ғәйрәтле Аллаға ғына баш эйәбеҙ, – тине.
– Ә ул нимә? – тип һораны Негус.
– Аллаһ беҙгә бәйғәмбәр ебәрҙе. Бәйғәмбәр беҙҙе берҙән-бер һәм тиңдәшһеҙ Аллаға табынырға, намаҙҙы уға арнарға, зәҡәт түләргә, яҡшылыҡ ҡылырға һәм гонаһ яһамаҫҡа өйрәтте, – тине.
Әмир:
– Аллаһ һинең эштәреңде яҡшыртһын, батша. Ә былар Муса ибн Мәрйәм юлында һиңә ҡаршы төшә, – ти һалды.
Негус Яфарға:
– Һеҙҙең Аллағыҙ Мәрйәмдең улы тураһында нимә ти? – тип өндәште.
– Ул – Алланың Рухы һәм Уның һүҙе. Бер генә ир ҙә яҡынлаша алмаған Мәрйәм ҡыҙ көйө Мусаны тапҡан, тип өйрәтә.
Иҙәндән бер сыбыҡ алды ла Негус:
– Хөрмәтле дин әһелдәре, дәрүиштәр, Мәрйәм улы тураһында был кешеләрҙең һүҙе беҙ һөйләгәндән ошо сыбыҡ ауырлығында хәтлем дә айырылмай. Мин һеҙҙе һәм һеҙҙең менән килгән бүтәндәрҙе сәләмләйем. Һин тағы ла ни ҙә булһа өҫтәргә теләйһеңме? – тине.
Йөҙө балҡып киткән Яфар:
– Эйе! – һалды.
– Яҡшы, – тине Негус. – Ул алып килгәндәрҙән тағы нимә булһа ла уҡы.
– “Китапта Мәрйәмде иҫкә ал. Ул үҙенең өйөнән көнсығыштағы бер ергә китте лә, шаршау ҡороп, уларҙан ышыҡланды. Беҙ уға үҙебеҙҙең рухты ебәрҙек. Шул (рух) уның алдында ысын кеше ҡиәфәтен алды. Мәрйәм: “Тәҡәүле булһаң, һинән мине Әррахман яҡлар тип ышанам”, – тине. Ул: “Мин Раббының һиңә саф бала бүләк итер өсөн ебәрелгән рәсүле генә бит”, – тине. Мәрйәм: “Нисек минең улым булһын? Миңә кеше теймәгән, аҙғын булғаным да юҡ”, – тине. Ул: “Һинең Раббың, был Миңә анһат, Беҙ уны кешеләргә үҙебеҙҙең аятыбыҙ һәм рәхмәтебеҙ итербеҙ, тип әйтте. Был эш хәл ителгән”, – тине. Мәрйәм балаға ҡалды һәм уны алыҫ ергә алып китте. Тулғаҡ ғазабынан ул хөрмә ағасының төбөнә килеп ятты. Шунда ул: “Аһ, элегерәк үлеп, онотолоп бөткән булһамсы!” – тине. Шунда Ул бының аҫтынан: “Ҡайғырма, һинең эргәнән Раббың шишмә сығарҙы. Өҫтөңдәге хөрмә ағасын һелкет, ул һиңә яңы бешкән таҙа емештәрен төшөрөр”, – тип әйтеп бирҙе Яфар.
Негус:
– Был һүҙҙәр Муса китабынан. Барығыҙ, имен-аман йәшәгеҙ, – тине.
Мосолмандар Негус янынан шатланышып сыҡты, ә Әмирҙең кәйефе боҙолдо. Негус, улар килтергән бүләктәрҙе кире бирергә бойороп, былай ҙа насар кәйефте тағы ла нығыраҡ боҙҙо.
Әмир ибн Әләссә Мәккәгә буш ҡул менән ҡайтты.
Ауыр көндәр
Бисмилләһир –рахмәнир – рахим!
1.
Көндәрҙең береһендә Өмәр ибн Әлхаттаб биленә ҡылыс тағып, ҡайҙалыр сығып китте. Юлында берәү тап булып:
– Ҡайҙа киттең, Өмәр? – тип һораны.
Өмәр, ярһып:
– Миңә хыянатсы Мөхәммәтте табырға кәрәк. Ул көрәйештәр араһында дошманлыҡ сәсә, беҙҙең динде һәм хоҙайыбыҙҙы мыҫҡыллай. Үлтерәм мин уны! – тип ҡысҡыра.
Теге кеше:
– Аллаһ шаһит, һин үҙ-үҙеңде һуҡыр яһайһың, Өмәр! Һин Мөхәммәтте үлтерһәң, Әбделманафтың туғандары һине һис ни булмағандай йәшәтер тип уйлайһыңмы? Өйөңә ҡайтып, ғаиләңдең хәлен рәтләһәң, яҡшыраҡ булмаҫмы? – тине.
– Ә минең ғаиләмә ни булған? – тип аптыраны Өмәр.
– Һинең һеңлең Фатима, уның ире, туғаның Сәйет күптән мосолман булды һәм Мөхәммәт артынан дин тота.
Асыуынан шартларҙай булған Өмәр Фатима менән уның ире янына йүгерә-йүгерә китте. Был ваҡытта бер мосолман тегеләргә Таһа сүрәһен уҡып ултыра ине. Өмәрҙең аяҡ тауышы ишетелгәс, мосолман йәшенә һалды, ә Фатима сүрә яҙылған ҡағыҙҙы күрһәтмәҫ өсөн өҫтөнә ултырҙы. Өй янына еткәс, Өмәр сүрә уҡыған тауышты ишеткәйне инде. Шуға һеңлеһенән:
– Кем нимә мығырланы бында? – тип һораны.
Һеңлеһе менән кейәүе:
– Һин берәй нәмә ишеттеңме? – тине.
Өмәр:
– Хоҙай шаһит, миңә, һеҙ Мөхәммәттең дин эшендә эйәреп йөрөйһөгөҙ икән, тинеләр. – Шулай тип Өмәр кейәүе Сәйеткә һуғып ебәрҙе. Фатима ирен яҡларға ташланды. Өмәр уға ла һуғып, йәрәхәтләне, ҡан ағып китте. Шул саҡ Фатима:
– Эйе, беҙ мосолман булдыҡ. Аллаға һәм уның бәйғәмбәренә ышанабыҙ. Беҙҙе ни теләһәң, шулай ит! – тине.
– Бир миңә бая уҡып ултырған ҡағыҙҙы. Мөхәммәт ни килтерә икән һеҙгә, күрәйем!
Һеңлеһе:
– Беҙ һиңә яҙыуҙы бирергә ҡурҡабыҙ.
– Ҡурҡма!
Өмәр, ҡулъяҙманы уҡығас та, кире бирәм, тип үҙ хоҙайҙары исеме менән ант итте. Һеңлеһе Өмәрҙең исламға күсеүен бик теләй ине.
– Ағай! Һин мәжүси булғанға күрә бысраҡһың, ә сүрәле ҡағыҙҙы тик таҙа ҡуллы кеше генә тота ала.
Өмәр йыуынып килде. Шунан ғына Фатима уға Таһа сүрәһе яҙылған ҡағыҙҙы бирҙе. Уҡығас, Өмәр:
– Ҡайһылай матур яҙылған изге һүҙҙәр, – тине.
Быны ишеткәс, бая йәшенгән кеше сыҡты ла, шатланып, Өмәргә:
– Өмәр! Бәйғәмбәрҙең намыҫы аша Аллаһ һине үҙ иткән икән. Уҙған төндө мин үҙ ҡолағым менән бәйғәмбәрҙең: “Раббым! Исламды Әбүәлхәким ибн Хишам йә Өмәр ибн Әлхаттаб менән көсәйт. Аллаға ялбар, Аллаға!” – тигәнен ишеттем, – тине.
– Мине Мөхәммәткә алып барығыҙ. Ул хәҙер үк мине исламға алһын! – тине Өмәр.
Өмәр исламды ҡабул итергә китте.
2.
Кешеләрҙең яңы дингә күсеүе Көрәйеш ырыуы кешеләренең йәнен ныҡ көйҙөрҙө. Уларҙың башлыҡтары Мөхәммәтте үлтерергә булды. Был турала ишеткән Әбүталип Әбделмоталлип нәҫелен йыйҙы һәм улар Аллаһ рәсүлен ҡаланың нығытылған яғына килтереп, шунда булыуы ихтимал үлтереүселәрҙән һаҡларға бойороҡ бирҙе. Мөхәммәт ҡатыны Хәҙисә һәм мосолмандар менән бергә шунда йәшенде. Әбделмоталлиптың нәҫеле Мөхәммәтте үҙ ҡанаты һәм һағы аҫтына алғанды белгәс, көрәйештәр Мөхәммәт яҡлылар менән араны һәр төрлө өҙөргә, шул иҫәптән сауҙа итмәҫкә, ҡыҙ бирмәҫкә, алмаҫҡа һүҙ ҡуйышты. Был турала ҡарар сығарып, уны яҙып, Ҡәғбәнең эске яғына элеп ҡуйҙылар.
Мәжүсиҙәр мосолмандарҙы ҡамауға алды. Тегеләрҙең ашарына ла бөттө. Балалар асығып иларға тотондо. Өҫтәүенә, һуңғы өс йыл рәттән килгән ҡоролоҡ арҡаһында ризыҡ былай ҙа таҡы-тоҡо ғына ине. Бер көн бәйғәмбәр Әбүталип янына килеп:
– Аллаһ көрәйештәр яҙып элгән ҡарарға ҡаты ҡырмыҫҡаларҙы ебәргән. Тегеләр ҡарарҙың яҙыуын ашап бөткән, “Аллаһ” һүҙе яҙылғанды ғына ҡалдырған, – тине.
Әбүталип:
– Был турала һиңә Раббың хәбәр иттеме? – тип һораны.
– Эйе, – тине бәйғәмбәр.
– Улай булғас, ни эшләп беҙ үҙебеҙ бикле ултырабыҙ һуң?
Әбүталип Көрәйештең аҡһаҡалдарына барып:
– Аллаһ һеҙҙең ғәҙел түгел ҡарарығыҙға ҡаты ҡырмыҫҡаларҙы ебәргән. Тегеләр ҡағыҙығыҙҙы ашап бөткән, – тине.
Аҡһаҡалдар Ҡәғбәгә барһа, ысынлап та, ҡарар яҙылған ҡағыҙҙан арлы-бирле киҫәк кенә ҡалған. Тегеләр ҡурҡыуға төшөп, мосолмандарҙы ҡамауҙан сығарған.
3.
Хәҙисә һуңғы өс йылда үҙенә, Мөхәммәткә һәм бөтөн мосолмандарға төшкән ҡыҫымды башына ла килтермәгәйне. Көрәйештәр уларҙы төрлө язаға тарттырҙы, аслыҡҡа ла дусар итте. Хәҙисә был тиклем һынауҙар кисерергә күнекмәгәйне, өйөнә ҡайтҡас, ятып ауырыны. Мөхәммәт һәр саҡ янында булды, хатта күҙ асып йомған араға ла ташлап китмәне. Бүтәндәр алдаҡта ғәйепләгәндә лә Хәҙисә иренә ышанды. Башҡа таяныс ҡалмағанда ла Хәҙисә иренә төшөнкөлөккә бирелергә юл ҡуйманы. Динһеҙҙәр уны эҙәрлекләгәндә күңелен күтәрергә тырышты. Хәҙисә уға яҡшы ҡатын һәм һәйбәт ярҙамсы булды.
Хәҙисә өс көн ауырыны ла иренең ҡулында вафат булды. Мөхәммәт ысын күңелдән ярата ине уны, шуға бик ныҡ иланы. Юғалтыу ҡайғыһы баҫты ирҙе.
4.
Был йыл ҡайғылы ваҡиғаларға тулы булды. Хәҙисә үлде, ҡайғынан Әбүталип та аяҡтан яҙҙы. Әбүталиптың ҡаты ауырығанын белгәс, көрәйештең аҡһаҡалдары:
– Хәмзә менән Өмәр мосолман булды. Мөхәммәттең өндәмәһенә Көрәйештең һәр нәҫел-араһында ла ҡушыла баралар. Әйҙәгеҙ, Әбүталипҡа барайыҡ, – тиеште.
– Әбүталип! Үҙең беләһең, һин дә беҙҙең һымаҡһың. Шуға һинең өсөн хафаланабыҙ. Беҙҙең һинең һәм ҡустың менән беҙҙең арала ни булғаны үҙеңә мәғлүм, ни хәл итәһең, әйҙә уныһы – үҙенсә, беҙҙеке үҙебеҙсә булһын. Ул беҙгә теймәһен, беҙ уны бимазаламайбыҙ. Беҙҙең динебеҙ үҙебеҙсә ҡалһын, – тинеләр.
Әбүталип Мөхәммәтте саҡыртып кеше ебәрҙе. Теге килгәс, Әбүталип:
– Ҡустым, былар – һинең халҡыңдың аҡһаҡалдары. Улар бер һүҙҙән, һинеке үҙеңсә, уларҙыҡы үҙенсә булһын, тип килгән, – тине.
Аллаһ рәсүле:
– Ағай! Улар бөтөн ғәрәпте үҙенә буйһондорасаҡ, ғәрәп түгелдәр өҫтөнән власть бирәсәк бер генә һүҙ әйтһен, – тине.
Әбүйәхел:
– Һинең ейәнең менән ант итәм, ысынлап та, шулай, ун һүҙ тиһәң дә барыбер шулай.
– “Алланан башҡа илаһ юҡ, Унан башҡа берәүгә лә табынмаясаҡһығыҙ”, – тип әйтегеҙ.
Аҡһаҡалдар үҙ-ара бәхәсләшергә тотондо.
– Был кеше беҙгә кәрәкте бирмәйәсәк. Беҙ үҙебеҙҙең аталарыбыҙҙан ҡалған динде тотасаҡбыҙ. Беҙҙең менән уның араһын Аллаһ үҙе хөкөмләһен, – тинеләр.
Шул ергә аҡһаҡалдар ҡайтышты. Әбүталип Мөхәммәткә:
– Һин уларҙан күпте һораманың да инде? – тине.
Аллаһ рәсүленең ағаһы мосолман булыуын бик теләй ине.
– Ағай, бәлки, ул һүҙҙе һин әйтерһең, – тине.
Әбүталип тантаналы итеп:
– Ҡустым, әгәр көрәйештәр, был үлемдән ҡурҡып, исламға күсте, тип әйтерҙәренән шикләнмәһәм, ул һүҙҙе һис икеләнмәй әйтер инем, – тине.
Әбүталип үлде. Мөхәммәт йәнә ҡайғыға тарыны. Ул үҙен көрәйештәрҙең төрлө хөсөтөнән ҡурсалап торған кешеһен юғалтты. Уғаса үҙенә ял һәм тыныслыҡ бирә алыусы һөйөклө ҡатынынан ҡалғайны.
5.
Әбүталип үлгәс, көрәйештәрҙең Аллаһ рәсүленә хөсөтө тағы ла артты. Ул оҙаҡ уйлағас, үҙен дошмандарынан һаҡлар, кешеләре ислам динен ҡабул итерҙәр, тип Мәккәнән Таифҡа китергә булды. Унда барғас, Мөхәммәт ошонда көн күргән Сәҡиф ырыуына етәкселек иткән өс ағай-эне янына китте. Ырыу юлбашсыларын ул исламды ҡабул итергә өндәй башланы. Уларҙың береһе, мыҫҡыллап:
– Аллаһ беҙгә ебәрергә һинән дә йүнлерәк кеше тапмағанмы? – тине.
Унан ырыу башлыҡтары Мөхәммәттең үҙенән көлә башланы. Ни эшләһен рәсүл, китеп барҙы. Әммә тегеләрҙән былай ғына ҡотола алманы. Тегеләр ҡолдарға уны төрлөсә мыҫҡылларға, әрләргә, таш бәрергә ҡушҡан. Аҙым яһауы булды, быға таш осто. Аяҡтарындағы һанһыҙ йәрәхәтенән ҡан һарҡый, әммә Мөхәммәт һыҙланыуҙы түҙем кисерҙе.
Эҙәрлекләүселәренән айырылғас, ул ағас күләгәһенә ял итергә ултыра. Күккә ҡарап, табыныу һүҙҙәрен ҡабатлай.
Мөхәммәттең бәләгә тарығанын ике кеше күреп торған икән. Улар Аддас исемле бер малайҙы саҡырып ала ла:
– Бына һиңә һауыт. Шуға йөҙөм һал да, анау кешегә илтеп бир. Аша, тиң, – тинеләр.
Аддас йөҙөмдө Мөхәммәт алдына илтеп ултырта.
Мөхәммәт “Аллаһ хаҡына” тип һауытҡа ҡулын һуҙа.
Аддас уға ҡарап:
– Был яҡтағы кешеләр “Аллаһ хаҡына” тип әйтмәй, – ти.
Аллаһ рәсүле:
– Ә һин ҡайҙанһың, Аддас? Динең ниндәй? – тип ҡыҙыҡһына.
– Аинава яғында йәшәйем мин, христиандарҙан.
– Динсе Йуныс ибн Маты ауылынанмы ни? – тип һорай Аллаһ рәсүле.
Аддас:
– Ә һин Йуныс ибн Матыны ҡайҙан беләһең? – тип аптырай.
– Ул – минең туғаным, – ти Мөхәммәт. – Ул бәйғәмбәр, мин дә бәйғәмбәрмен.
Аддас Мөхәммәт алдында баш эйә. Маңлайын, ҡулын, аяғын үбергә тотона.
Ныҡ кеше булараҡ, бәйғәмбәр Мәккәгә кире ҡайта ла, теләһә ниндәй ҡыйынлыҡҡа ла әҙер булып көтә башлай. Ул ауырлыҡ һәм ҡайғынан һуң һис шикһеҙ шатлыҡ килерен, ҡыйынлыҡтан һуң еңеллек булырын белә бит.
(Дауамы. Башы 1 – 9-сы һандарҙа).