«Йәшлек» гәзите » Иман » Көйөргәҙеләр иманға ынтыла



05.09.2013 Көйөргәҙеләр иманға ынтыла

Көйөргәҙеләр иманға ынтылаБерәүгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа халыҡ, бигерәк тә йәштәр араһында, төрлө боҙоҡлоҡтар ҡылыу, эскелек, фәхишәлек менән шөғөлләнеү, етем балаларҙың һаны ишәйеүе, имен булмаған ғаиләләр­ҙең артыуы күҙәтелә. Илдең, шул иҫәптән республиканың теге йәки был төбәгендә традицион булмаған ислам дине ағымдарын өйрәнергә саҡыр­ған әҙәмдәр осраштыра. Ошо юҫыҡта кешеләр араһында ысын ислам дине тәғлимәттәрен таратыу, был бик тә мөһим сараға йәш быуын вәкилдәрен ылыҡтырыу, уларҙы дөрөҫ булмаған мәғлүмәттәрҙән арындырыу бөгөн көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
Күптән түгел Көйөргәҙе райо­нының Илкәнәй ауылында «Ислам бөгөн дуҫтарын йыя» тип аталған оло йыйын үткәрелеүе ошо фекергә ауаздаш булды.
«Ғилажетдин» ислам телепроекты, урындағы башҡорт телендә сыҡҡан «Юшатыр» гәзите, «Арис» телерадиокомпанияһы ойоштор­ған сараға райондан ғына түгел, Күмертау ҡалаһынан, күрше төбәктәрҙән күп кеше йыйылды. Был йыйындың ошо ерҙә уҙғарылыуы Илкәнәйҙә билдәле дин әһеле Ғилажетдин хәҙрәт йәшәүенә бәйле. Байрамға балаларҙың, йәштәрҙең күпләп килеүе һөйөндөрҙө. Сараға Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәү­ләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе кәңәшсеһе Илүс Әхә­товтың, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләх­мәтовтың килеүе уға мәртәбә өҫтәне. Килгән ҡунаҡтар, йыйылыусылар иғтибарына милли аш-һыу, мосолман кейемдәре, биҙәнеү әйберҙәре, дини китаптар тәҡдим ителде. Байрам үткәрелгән аҡландағы милли ихатала ҡунаҡтарҙы тәбрикләнеләр, төрлө ризыҡтарҙан ауыҙ иттерҙеләр.
Урындағы телерадиокомпанияла «Ислам бөгөн» тапшырыуҙарын алып барыусы Земфира Хәмзина һәм Азат Назаров иң тәүҙә ошондай фәһемле йыйынды ойош­тороу­ға ҙур көс түгеүселәрҙең береһе, Илкәнәй ауыл биләмәһе етәксеһе Әлфиә Вахитоваға һүҙ бирҙе. Әлфиә Наил ҡыҙы үҙе етәкләгән ауыл советындағы хәл-торош менән таныштырып, башҡарылған эштәргә туҡталды. Эйе, ошо муниципаль берәмектә халыҡты сәләмәт тормошҡа, дингә, спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән даими саралар бойомға ашырыла.
Илкәнәйҙәр Башҡортостанда ойошторолған «Айыҡ ауыл – 2013» конкурсында ҡатнаша. Яңыраҡ бында йәштәр араһында имен тормош алып барыуға арналған матур сара үткәрелде. Әле ауылда яңы мәсет төҙөү башланған.
Район етәксеһе Әхәт Йәүҙәт улы үҙ сығышында төбәктә әлеге ваҡытта ете мәсет эшләүен, дүртәүһенең һуңғы йылдарҙа ғына төҙөлөүен, Көйөргәҙе ерендә халыҡты, бигерәк тә йәш быуынды, дингә ылыҡтырыу йәһәтенән бо­йом­ға ашырылған эштәр хаҡында бәйән итте, милләт, дини-ара та­тыу­лыҡты артабан да нығытыу зарурлығын билдәләне.
Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡ Илүс Миңлезөфәр улы билдәләп китеүенсә, әлеге ваҡытта республикала 130-ҙан ашыу милләт йәшәй, 1583 дини ойошма, улар­ҙың 12 үҙәге эшләй, БР етәкселеге дини конфессиялар эшмәкәрлегенә яҡшы, уңайлы шарттар тыуҙырыуға көндәлек иғтибар бүлә. Республикала улар өсөн төрлө ташламалар булдырылған. И. Әхәтов районда халыҡты дини тәғлимәттәр өйрәнеүгә арналған мәғлүмәт-танышыу программаларына ылыҡтырыуҙы, төрлө кимәлдәге форумдар, байрам саралары ойоштороуҙы ыңғай баһаланы.
Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов йыйындың юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп, ошо сараны уҙғарыуға ҙур көс һалған етәкселәргә республика мосолмандары берлегенең рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин исеменән Ҡөрьән китаптары бүләк итте.
Күмертау ҡалаһының 1-се гимназияһы уҡыусыһы Ильяс Наза­ровтың һәм дин әһеле Нурия Хәлилованың кескәй шәкерттәренең Ҡөрьән уҡыуын майҙандағылар ҙур иғтибар менән тыңланы. Аҡланда йыйылыусылар хөрмәтенә ҡаланың һәм райондың үҙешмәкәр артистарының бай программалы концерт номерҙары дингә ауаздаш булды, тамашасылар күңеленә хуш килде. Телә­гәндәр был көндә майҙан тултырып милли көрәштә көс һынашты, волейбол спортында ярышты, үҫмерҙәр велосипедтарҙа стартҡа сыҡты. Бик фәһемле, ваҡытлы, мөһим сара ойоштороуға ярҙам иткән өсөн халыҡ бағыусылыҡ булышлығы күрһәткән район хакимиәте, «Акрополь», «ЮжУрал-Ойл» йәмғи­әттәре, «Ғилажетдин» ислам телевизион проекты етәкселәренә, шәхси эшҡыуарҙарға, ҡорбан салдырыусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.

Урал ҠӘЙҮПОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға