«Йәшлек» гәзите » Иман » Белоретта – яңы мәсет



16.08.2013 Белоретта – яңы мәсет

      Белоретта – яңы мәсетБелорет ҡалаһының Октябрьский биҫтәһе халҡы ошо көндәрҙә оло ҡыуаныс кисерҙе – Ураҙа ғәйетен яңы мәсет бинаһында тыңлап һөйөндө. Уны рәсми рәүештә асыуға ла күп ҡалманы: йылылыҡ үткәреп, бер аҙ эске эштәрен йомғаҡлай­һы ғына ҡалған.
“Иҙел башы” мәсетенең имам-хатибы Мәүлит Имамағзам улы Мөхәмәтйәнов хәҙрәт тә ҡыуанып бөтә алмай. Уның, мәсет төҙөү кәрәклеген хәстәрләп, Белорет ҡалаһы хакимиәтенә мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡалмай. Шул ваҡытта муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Н. Максимов менән район советы секретары К. Хөбөтдинов имамдың изге ниәттәрен кире ҡаҡмай. Бөгөн Мәүлит хәҙрәт үҙ башланғысын хуплаусылар­ға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Һәр саҡ таяныр уҙаман Рәиф Ҡаһировҡа (Шығайҙан), мәсет башын тимер менән ябыуға булышлыҡ күрһәткән Өмөтбай егете Ришат Мө­хәмәтвәлиевкә, әҙерләүҙәр контораһынан Марсель Мортазинға, май-сыр комбинаты директоры Нәзиф Фәйзуллинға, йылҡы аҫраусы Рәүеф, Әмин исемле эшҡыуарҙарға, шәкерттәренә һәм башҡа үҙ теләктәре менән ярҙам ҡулы һуҙыусыларға бөгөн Мәүлит Имамағзам улы ихлас күңеленән фатихаларын биреп, изге доғаларын ҡыла, һаулыҡ- бәрәкәттәр теләп ҡала.
Иншалла, “Иҙел башы” мәсете юлын хаҡ мосолмандарыбыҙ һыуытмаҫ!

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Белорет ҡалаһы.
Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға