«Йәшлек» гәзите » Иман » Ураҙа тотаһыңмы?



26.07.2013 Ураҙа тотаһыңмы?

Изге Рамаҙан айы дауам итә. Быйыл ул йәйҙең иң эҫе, иң оҙон көндәренә тура килде. Ураҙа тотоусыларға еңел түгел, тип уйлай күптәр, ләкин ураҙа тоторға ниәт иткән кешегә йәйҙең эҫелеге лә, көндөң оҙонлоғо ла ҡаршылыҡ була алмай икән. Беҙ бала саҡта күберәк оло йәштәгеләр ураҙа тотһа, хәҙер иһә дин юлына баҫып, матур итеп уның ғәмәлдәрен үтәүсе йәштәребеҙ ҙә йылдан-йыл арта бара. Бөгөнгө аҙна һорауынан да тап шуны күрергә мөмкин. Ураҙа тотаһыңмы, ни өсөн ураҙа тотоу кәрәк, тигән һорауҙар менән гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.

Зәлиә ФӘЙЗУЛЛИНА, Баймаҡ районы, 35 йәш:


− Йыл һайын ҡалдырмай ураҙа тота торғайным, быйыл ике көн тотҡас, сәләмәтлегем буйынса туҡтатып торорға тура килде. Йәйге эҫе көндәрҙә ураҙа тотоуы ауыр, тиҙәр, юҡ, бер ҙә ауырлығы юҡ. Тәүге бер-ике көнөндә генә әҙерәк һиҙелә, һуңынан беленмәй ҙә ул. Алдан ниәт итеп әҙерләнгәс, ҡыйын түгел, көнө буйы еңел генә йөрөлә. Ураҙа Исламдың төп нигеҙҙәренең береһе, сәләмәтлегең торошо мөмкинлек бирә икән, уны үтәү кәрәк, тип иҫәпләйем. Ураҙа тотоу ашауҙан ғына тыйылып тороу түгел бит, насар уйҙан, насар һүҙҙән, телевизорҙан юҡ-бар нәмәне ҡарауҙан да тыйылаһың. Ул сабырлыҡҡа, ризыҡтың ҡәҙерен белергә, башҡаларҙың хәлен аңларға өйрәтә. Астың хәлен туҡ белмәй, тиҙәр бит әле, шуның кеүек, интегеп, осон-осҡа ялғап йәшәгән кешеләрҙең хәлен аңларға өйрәнәһең. Сәләмәтлек өсөн файҙаһы хәҙер фәнни яҡтан да иҫбатланды бит. Көнө буйы ашамай ғына түгел, һыу ҙа эсмәй тороу организмға бик күп шлактарҙан таҙарыныр­ға ярҙам итә. Элек өләсәй-ҡартәсәй­ҙәребеҙ ҙә, эҫе йәй тип тормай, бер көнөн ҡалдырмай ураҙа тота торғайны. Әле иһә минең күп кенә әхирәттәрем тота, ураҙа тотоусы балалар ҙа бар.

Әнисә ҒӘБИТОВА, Баймаҡ районы, биш бала әсәһе:

– Аллаға шөкөр, ураҙа тотабыҙ. Ауылдаштарым араһында ла ураҙа тотоусылар күп. Ғөмүмән, Рамаҙан айын йыл дауамында көтөп алабыҙ. Ураҙаға ауыр эштәрҙе бөтөрөп, донъяны таҙартып ҡуйырға тырышабыҙ. Ураҙа тотоу Аллаһы Тәғәлә ҡушыуы менән һаулығы булған һәр кемгә фарыз. Мин үҙем 18 йәштә генә дин юлына баҫҡайным, хәҙер инде бына 15 йыл, Аллаға шөкөр, намаҙҙарымды ла үтәргә, ураҙа ла тотор­ға тырышам. Тәүҙә, еңелерәк булһын тип, ҡышҡы айҙарҙан башлағайным, әле иһә көндәр оҙон булһа ла, еңел генә тотола. Миңә эйәреп, балаларым да бер-ике көн тотоп ҡараны, әсәй, асыҡманыҡ ул, тиҙәр. Әлбиттә, ураҙа тотҡас, нисектер күңелгә рәхәт булып ҡала, тәнгә лә еңеллек килә, йүгереп кенә йөрөйһөң. Иптәшем дә, ауыр эштә йөрөгәнлектән тулыһынса уҡ булмаһа ла, ваҡыты-ваҡыты менән ураҙа тотоп ала. Ҡояш байығас, ҡатын-ҡыҙҙар бер-беребеҙгә ауыҙ асырға йөрөйбөҙ. Кисә үҙем ауыҙ астырҙым. Шулай итеп, бер-беребеҙҙе матур итеп һыйлап алабыҙ.

Рәмил БАЙҒУЖИН, Шишмә районы:

– Ураҙа тотам, иншалла, ҡабул булһын. Беҙ, ниңәлер, бар эште киләсәктә эшләрбеҙ тип йәшәйбеҙ. Шуның кеүек замандаштарымдың күбеһе, олоғайғас, аяттар өйрәнеп тә, ураҙа тотоп та өлгөрөрмен әле, тип уйлай. Был – хата фекер. Ниңә уны ҡасанғалыр ҡалдырырға, уй-ниәтең бар икән, бөгөндән башларға кәрәк. Сәләмәт кешегә ураҙа тотоуҙың файҙанан башҡа бер зыяны ла юҡ. Әлбиттә, мин бер кемде лә өгөтләмәйем, һәр кемдең үҙ мәйелендә. Икенсенән, ураҙаны ла кешегә күрһәтеп, кемдер өсөн тотмайһың бит, тик үҙең өсөн генә. Бына шул.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға