«Йәшлек» гәзите » Иман » Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн



04.06.2013 Бәйғәмбәребеҙ күккә ашҡан көн

Миғраж кисе – Ислам динендә ҡиммәтле һәм дәрәжәле мөбәрәк кистәрҙең береһе. Ошо төндә ул Аллаһы Тәғәлә әмере менән күктәргә күтәрелгән, йәннәт үә йәһәннәмгә күрһәтелгән. Миғраж Рәжәб айының 27-се кисендә була. Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән башҡа ул бер бәйғәмбәргә лә бирелмәй. Был кис хаҡында ул: «Төндә йәнем, кәүҙәм менән киттем», – тип белдерә.
Риүәйәттәргә ҡарағанда, Аллаһы Тәғәлә үҙенең илсеһен Мәккәнән Әл-Ҡоддусҡа (Иеруса­лимға) күсергән, уны ете күк көмбәҙе аша үткәреп, үҙ тәхете янына күтәргән, үҙен күреү мәрхәмәтен биргән. Миғраж кисендә мосолмандар доға ҡылып, Ҡөрьән уҡып, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ҡиссаһын өйрәнеп, уға мәҙхиә әйтеп, риүәйәттәр һөйләп үткәрә. Аллаһы Тәғәләгә шөкөрана итә, гонаһтарын тәүбә итеүҙе һорай.

Т. АМАНОв.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға