«Йәшлек» гәзите » Иман » Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?



24.05.2013 Ни өсөн доғалар ҡабул булмай?

Бер көндө Ибраһим ғәләйһиссәләмгә баҙарҙа китеп барғанда кешеләр килә лә: „Эй, Әбү Исхаҡ! Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә, доға уҡығыҙ, ҡабул булыр, тип әйтә. Беҙ доға уҡып, Аллаһыға ялбарабыҙ ҙа бит, ләкин доғабыҙ ҡабул булмай”, − ти.
Ибраһим бәйғәмбәр: ”Һеҙҙең йөрәктәр үлгән һәм түбәндәге нәмәләр менән ҡапланған”, − ти:

1. Һеҙ Хоҙайҙың барлығына ышан­һағыҙ ҙа, уға тоғро ҡолдар булараҡ вазифаларығыҙҙы үтә­мәй­һегеҙ.

2. Һеҙ Ҡөрьән уҡыйһығыҙ, әммә Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәмәй­һегеҙ.

3. Шайтанды үҙегеҙҙең төп дошманығыҙ тип таныһағыҙ ҙа, уны ҡыуандыр­ған нәмәләрҙе генә башҡараһығыҙ.

4. Раббыбыҙҙан Ожмах менән ҡыуандырыуын үтенһәгеҙ ҙә, уны яулай торған эштәрҙе үтәмәйһегеҙ.
5. Тамуҡтың ҡурҡыныс икәнен аңлаһағыҙ ҙа, унан ҡасырға ашыҡмай­һығыҙ.

6. Үлемдең ҡотолғоһоҙ икәнлеген беләһегеҙ, әммә уға һис тә әҙерләнмәй­һегеҙ.

7. Кешеләрҙәге етешһеҙлектәрҙе таба, күрә беләһегеҙ, әммә үҙегеҙҙең күңелегеҙҙе пакландырыу өҫтөндә эшләмәйһегеҙ.

8. Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәр менән файҙаланаһығыҙ, әммә уға рәхмәтле була белмәйһегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға