«Йәшлек» гәзите » Иман » Хоҙайым ярҙам итте!



26.04.2013 Хоҙайым ярҙам итте!

Беҙ ғаиләлә бөтәһе һигеҙ бала үҫтек, иң өлкәне ағайым ине. Әсәйем 42 йәшендә генә тол ҡалды. Атайым оҙаҡ ауырығандан һуң вафат булғанда, иң бәләкәйебеҙгә 1 йәш тә 5 ай ғына ине. Сабитулла ағайым 10-сы синыфта, апайым 8-селә, мин 7-селә, һеңлеләремдең береһе 5-тә, икенсеһе 3-тә уҡый, ә ҡалған икәүһе 6, 3, 1 йәштә. Бәләкәй генә өйҙә үҫтек. Әсәйемдең әсәһе лә беҙҙә булды. Ауылдың оло кешеләре әле лә хәтерләйҙер: эргәлә генә ҡыҙы бер үҙе, ике улы икешәр бүлмәле ҙур өйҙә йәшәй, ә өләсәйем беҙҙә торҙо. Йылыға йылан эйәләй, тиҙәр, шул дөрөҫтөр ул. Әсәйем үтә егәрле, тынғыһыҙ кеше булды. Ауыл әбейҙәренә матур итеп күлдәктәр текте, мейес сығарҙы, матур юрғандар һырыны. Шуға ла уңғанлығы өсөн барыһы ла хөрмәт итте. Күп бала үҫһәк тә, ирешеп-талашып ултырманыҡ, һәр беребеҙ үҙ эшебеҙ менән булдыҡ. Әсәйем 62 йәшендә ҡапыл ғына үлеп китте. Ул ваҡытта беҙ ғаиләле булып бөткәйнек инде.
Яҙмыш мине йөрөтөп-йөрөтөп, Учалы еренә килтерҙе. Тормош иптәшем дә күп балалы ғаиләлә үҫкән, үҙе төпсөк малай. Ҡәйнәм менән биш йыл, ә ҡайным менән 15 йыл бергә ғүмер иттек. Төп өйҙә булғас, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре, кейәүҙәре-улдары, килендәре-ҡыҙҙары өҙлөк­һөҙ килеп торҙо. Ул арала үҙебеҙҙең дә балалар булып китте. Иптәшем колхозда − электрик, ә мин һауынсы булып эшләнем.
90-сы ауыр, аҡсаһыҙ йылдарҙы ла үткәреп ебәрҙек, мал аҫраныҡ, һәүетемсә донъя көттөк. Балалар ҙа үҫеп сығып китте. Тормош иптәшем ҡаты ауырыуҙан һуң үлеп ҡалды.
Бер заман шаулап-гөрләп торған ҙур өйҙә бер үҙем ҡалдым. Ирем ауырығас, эште ташлағайным. Эшләмәгәс, кәйеф-сафа ҡорорға өйрәнеп алдым. Шешәләш дҫтарым күбәйҙе, көндән-көн упҡынға тәгәрәй башланым. Көндөҙ эсеп йөрөйөм, шашам. Ауылдаштар мине күрһә, көтөп тора, һәр береһенә һүҙ ҡушам, оятһыҙ анекдоттар һөйләйем, тешһеҙ ауыҙымды ҙур асып көләм. Мин шәп, ә улар циркта маймыл ҡараған кеүек ҡарай, көлә. Ә ул миңә барып етмәй, мине яраталар, тип уйлайым. Инде упҡын ситенә килеп еттем тигәндә генә иң бәләкәс һеңлем дин юлына баҫты. Алла ярҙамы менән Гөлсөм һеңлем мине эскелек һаҙлығынан тартып сығарҙы. Былтыр «Йәшлек»тә Лира Яҡшыбаеваның бер мәҡәләһен баҫҡайнығыҙ. Унда эсеп йөрөгән бер ҡатын дин юлына баҫҡас, ауылдаштары «үткәнен онотҡан», «кеше булған» тип көлгән, тип яҙыл­ғайны. «Элекке эскесе икәнеңде оноттоңмо, хәҙер кеше булдыңмы?» – тип миңә лә әйттеләр. Юҡ, ауылдаштарым, онотманым! Бала сағымды бөгөнгөләй хәтерләгәнемде, ул хәлдәрҙе онота торғаным бармы инде?! Эйе, Аллаға шөкөр, кеше булдым. Гөлсөм һеңлем, Аллам ярҙамы менән, ауылымдың ағинәйе (хәҙер мәрхүмә инде) Миңъямал апайым ярҙамы менән Кеше булдым! Ә хәҙер Роза Карам ҡыҙы беҙҙе ғәрәпсә уҡыта. Мәсеттә аҙнаһына ике тапҡыр уҡыйбыҙ – элекке уҡытыусы Нәфисә Йәнгиз ҡыҙы, ауылыбыҙ абыстайы Нурзиҙә апай, Гүзәл ҡыҙым, Гөлнур, Зөлфирә һәм мин. Дингә аяҡ баҫҡас, донъяға икенсе күҙлектән ҡарай башланым. Үҙемдең дүрт ҡыҙым, кейәүҙәрем, 12 ейән-ейәнсәрем бар. Оло ейәнсәрем, Филүзәм, БДАУ-ның 4-се курсында, икенсе ейәнем Вадим да Өфөлә техникумда белем ала. Бер ейәнсәрем – Альнира Заһиҙуллина «Урал батыр» эпосын ятлау буйынса конкурста ҡатнашып, 1-се урын яулап һөйөндөр­ҙө. Балаларымдың бөтәһе лә һәйбәт уҡый, кейәүҙәрем дә, ҡыҙҙарым да, ҡайҙа эшләһәләр ҙә, маҡтаулы.
Уларҙың һәр бер уңышы – минең өсөн ҡыуаныс. Дин юлына баҫмаһам, шуларҙы күрмәйенсә теге донъяға китеп барыр инем бит! Ҡәҙерле милләттәштәрем, яңғыҙ ҡалған әсәләр, инәйҙәр, апайҙар, зинһар өсөн, туҡтағыҙ эскелектән. Минән үрнәк алығыҙ! Дин юлына баҫһағыҙ, Тәүбәгә килһәгеҙ, Хоҙай Тәғәлә һеҙгә ярҙам итер, ышанығыҙ миңә.

Вәсилә ЗАҺИҘУЛЛИНА.
Учалы районы,
Рысай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға