26.04.2013 Гонаһтарығыҙҙан тәүбә итегеҙ
“Тәүбә” “кире ҡайтыу” тигәнде аңлата. Кеше үҙенең тәбиғәте менән гонаһ ҡылыуға әүәҫ. Ул фәрештә түгел, хата-яңылышыуҙарҙан алыҫ тора алмай. Һәр кешенең иманы, Аллаһтың әмерҙәренә буйһоноу дәрәжәһе лә төрлөлөр.
Ғөмүмән, был донъяла гонаһһыҙ кеше юҡ. Бәйғәмбәребеҙ “мин гонаһһыҙ” тигән бәндәне, йылғаны арҡыры йөҙөп сығып, кейемем ҡоп-ҡоро, тип ялғанлаған кеше менән сағыштырған. Был донъяла йәшәгән кешенең кейеме керләнгән шикелле, белеп һәм белмәй ҡылған кәмселек-хата, гонаһтарҙан йәне лә бысрана. Гонаһтар оло һәм кесегә бүленә. Кем өсөндөр уҡылмай ҡалдырған нәфилә йәки сөннәт намаҙ, ураҙа күңел борсолоуына сәбәп булһа, берәүгә ғәйбәт һөйләү, зина ҡылыу, хәмер эсеү – ғәҙәти күренеш.
Гонаһтар ике төрлө: береһе Аллаһ менән кеше, икенсеһе әҙәм балалары араһында була. Раббыбыҙ менән бәндә араһында булған гонаһтан кире ҡайтыу, тәүбә итеү өсөн өс шарт бар. Беренсеһе – ҡылған эшең өсөн ихлас күңел менән үкенеү. Икенсеһе – был эште башҡа ҡылмаҫҡа тип Аллаһыға һүҙ биреү. Өсөнсөһө – шуға кире ҡайтмау.
Аллаһы Тәғәлә менән кеше араһындағы гонаһтарға – намаҙ уҡымау, ураҙа тотмау, үҙеңде Аллаһтың ҡоло итеп танымау һәм Раббыңа ширҡ (тиңдәш) ҡылыу инә.
Әҙәм балалары араһындағы гонаһтар тип кеше рәнйетеү, мал урлау, ғәйбәт һәм һүҙ йөрөтөү кеүектәр һанала. Бында булған гонаһтарҙа ғәфү һорау ғына етмәй, ә ғәйепләгән, йәберләгән кешенең күңелен күреү ҙә фарыз.
Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. бер хәҙисендә: ”Һәр әҙәм балаһы гонаһлы, иң хәйерле булғандары – тәүбә итеүселер”, – тигән һәм үҙе көнөнә 70 – 100 мәртәбә тәүбә итә торған булған. Аллаһ кешеләрҙе яралтҡанда уҡ уларҙы гонаһҡа бирелеүсән итеп бар ҡылған. Шул уҡ ваҡытта күңелдәребеҙгә эшләгән яуызлыҡ һәм гонаһтарыбыҙға үкенеп, тәүбәгә килеү кеүек сифаттарҙы ла һалған.
Хатта Аллаһы Тәғәлә өсөн ихлас күңел менән тәүбә иткән, хаталарын аңлаған бәндә ҡәҙерле һәм дәрәжәлерәк, Ул үҙен таныған, күңелдәрендә Ҡөрьән аяттары булған бәндәләрен йәһәннәмгә атмаҫ.
Әнәс ибн Малик (р.ғ.) исемле сәхәбә бәйғәмбәребеҙҙең көнөнә 70 ҡат тәүбә итеүҙе бойорғанын риүәйәт ҡыла. Ҡөрьәндең “Нур” сүрәһендә Аллаһ: ”Әй мөьминдәр, Раббығыҙҙан ғәфү һорағыҙ, гонаһтарығыҙҙың ярлыҡаныуын ялбарығыҙ – уларҙан ҡотолорһоғоҙ, йәннәткә ирешерһегеҙ”, – ти.
Иғтибар итегеҙ, “Фуркан” сүрәһенең 68 – 71-се аяттарында: “Улар Аллаһҡа тиң эҙләмәҫ, башҡаға табынмаҫ. Яуызлыҡ һәм ямандан тәүбә итеп, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙың яманлыҡтарын изгелеккә алмаштырыр, гонаһтарын ярлыҡап, сауаплы ғәмәлгә әйләндерер. Аллаһ – ярлыҡаусы, бик тә мәрхәмәтле. Тәүбә иткәндәр һәм изгелек ҡылғандар, һис шикһеҙ, тәүбәләре ҡабул ҡылынып, Аллаһтың ризалығын алып, Уның янына ҡайтырҙар”, – тиелә.
Тәүбә итеүҙең ваҡыты билдәләнгәнме, тип һораған кешегә иң хәйерлеһе иртәнге һәм икенде намаҙҙарынан һуң булған ваҡыт тип һанала. Йоҡларға ятҡанда ла доға ҡылып, Аллаһтан ғәфү итеүҙе һорап ятһаң, яҡшы.
Хәҙрәти Әбү Муса (р.а.) бәйғәмбәребеҙ әйтте: “Аллаһ минең өммәтемә ике вәғәҙә иңдерҙе. Һин улар араһында саҡта Аллаһ уларға яза бирмәҫ. Улар араһында ярлыҡау һорағандар булғанда да яза бирмәҫ” (8:33).
Әҙәм балаһы, ширеҡ ҡылыусымы, кеше йәнен ҡыйыусымы – уның һәр ваҡыт үкенеп, тәүбәгә килергә хаҡы бар. Аллаһтың рәхмәт һәм тәүбә ишектәре ҡиәмәт көнөнә тиклем асыҡ. Ниндәй генә гонаһлы зат булмаһын, әгәр Раббыһының рәхмәтенә ирешкән бәндә булһа, һис шикһеҙ, Аллаһ ярлыҡар.
Әт-тәүүәбү – Аллаһтың гүзәл исемдәренең береһе, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе, гонаһтарҙы кисереүсе. Күп гонаһ эшләгән кеше: “Раббымдың йөҙөнә ҡарарлык хәлем ҡалманы”, – тип гонаһҡа батмаһын, шунда ук үкенеп, сәждә ҡылһын, ғәфү һәм мәғфирәт һораһын, тиелә китаптарыбыҙҙа. Әгәр ҙә Раббыбыҙҙың ошо исемен намаҙҙан һуң 360 ҡат уҡыһа, был бәндәһен Аллаһ ярлыҡар.
Тәүбә – ул үҙе ғибәҙәт, сөнки Аллаһ ҡаршыһында ғәйебеңде таныу һәм гонаһтарың өсөн ғазап кисеү. Тәүбә ул – күҙ йәштәре, йөрәк һәм йән һыҡрауы. Хәҙистәрҙән күреүебеҙсә, кешенең тәүбәгә килеүе сәбәпле, Аллаһ бер генә түгел, бөтә элек ҡылған кәмселектәрен дә ғәфү ҡылыуы ихтимал.
Тәүбә ул йөрәкте гонаһтан паклай. Хөрмәтле бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с): ”Һәр гонаһ йөрәктә бер ҡара тап барлыҡҡа килтерә, тик тәүбә итеү генә ул таптан арындыра. Әгәр кеше тәүбә итмәһә, гонаһ өҫтөнә гонаһ өҫтәлеп торһа, йөрәк керләнә”, – тигән.
Икенсе шарт –ҡылған гонаһҡа кире ҡайтмау. Хөрмәтле бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с): ”Берәү Аллаһтан ялбарып, тәүбә ҡылып, ғәфү һорап та, һуңынан шул гонаһты ҡабат эшләһә, Раббыһын мәсхәрәләүсе-хурлаусы, Унан көлөүсе”, – тигән.
Тәүбә ул киләсәккә план түгел, ә үткән гонаһ, кәмселек-хаталарға иҫәп-хисап. Әбу Ләйс Сәмәрканиҙың риүәйәтенән күренеүенсә: “Әҙәм ғ.с. әйтте: ”Йә Раббым дөрөҫлөктә Иблис миңә солтан булды, тыйылырға сабырлығым етмәне, арттыр минең изгелектәремде”. Аллаһ: “Изгелекте арттырырмын ун өлөшкә, яуызлыҡты бер менән һанармын һәм ул яуызлыҡты бөтөрөрмөн, тәнеңдә йәнең булған тиклем гонаһтарыңды ярлыҡармын”, – тип яуаплай”.
Бәндә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәтенән өмөтөн өҙөргә тейеш түгел.
Хөрмәтле бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с) әйтте: ”Гонаһынан тәүбә ҡылыусы гонаһы булмаған кеше кеүектер. Хәҡиҡәттә бәндәнең ҡылған гонаһы икенсеһен ҡылғанға тиклем яҙылмайынса торор. Бынан һуң тағы гонаһ ҡылһа, уның өсөнсөһөн ҡылғансыға ҡәҙәр яҙылмаҫ. Әгәр бишкә тиклем йыйылып, бер изгелек ҡылһа, биш яуызлыҡ урынына биш изгелек яҙылыр. Был ваҡыт Иблис мәлғүн: “Кешегә нисек көсөм етһен, уның зарарына мин тырышам, бер изгелек менән бар тырышлығымды юҡҡа сығара”, – тип әйтер.
Аллаһы Тәғәлә теләһә, барыбыҙҙы ла гонаһ ҡылмай торған фәрештәләр сифатында яралта алыр ине, ләкин Уның был хикмәтен Үҙе генә белеүсе. Аллаһ үҙенең киң рәхмәте менән ғәзиз ҡолдарын ярлыҡап, ике донъя бәхет-сәғәҙәтенә ирештерһә ине. Амин.
Намил БӘХТЕГӘРӘЙ,
Өфөнөң Максимовка ҡасабаһындағы “Асия” мәсете имамы.