26.10.2010 Афған ҡыҙының тарихы
Афғанстан ҡыҙы, 19 йәшлек Аишаның ҡырҡылған танауына яһалған пластик операция тураһында һуңғы көндәрҙә бөтә донъя һөйләне, тип әйтһәң дә, арттырыу булмаҫ.
Был ҡыҙҙы атаһы 12 генә йәшлек сағында афған егетенә кейәүгә бирә. Киң матбуғат саралары билдәләүенсә, ҡыҙҙы яңы ғаиләлә ҡабул итмәйҙәр, хатта ике йыл тирәһе ат һарайында йәшәтәләр. Иренең, уның туғандарының туҡмауына сыҙай алмаған Аиша өйҙән ҡасырға ҡарар итә, ләкин тотола. Бынан һуң иренән ҡасып киткән ҡатынды өс йылға төрмәгә ултыртып ҡуялар. Тик ниңәлер ярты йылдан һуң уҡ атаһына кире ҡайтаралар. Ә атаһы ҡыҙын яңынан иренә алып барып тапшыра.
Урындағы ҡағиҙәләргә ярашлымы, ирҙең туғандарының теләге буйынсамы, ҡыҙҙы язаларға – танауын һәм ҡолаҡтарын ҡырҡып ташларға ҡарар сығарыла. Был язаны ире үҙе үтәргә була, ҡанға батҡан ҡатынын ул ташлап ҡалдыра.
Афған ҡыҙына Америкала пластик операция яһалған. Шөкөр, хәҙер был матур ҡыҙ ҡурҡмайынса көҙгөгә ҡарай ала. Аиша Афғанстан ҡатындарының азатлығы, хоҡуҡтары өсөн көрәшергә, атаһы менән ирен язаға тарттырырға йыйына.
Был ҡот осҡос хәлде ҡайһы бер кешеләр Исламға бәйләргә тырыша. Ләкин ысынында динебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙы туҡмау тыйылған. Әлеге вәхшилектең иманға, Исламға бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ. ҡыҙҙы язаларға ҡарар сығарыусылар ҙа, язалаған кешеләр ҙә, Ислам күҙлегенән ҡарағанда, енәйәтселәр. Кешене язалау, тәнен ҡырҡҡылау бер ниндәй ҙә кәртәгә һыйырлыҡ түгел. Был – ҡырағайлыҡ, ҡурҡыныс енәйәт.