«Йәшлек» гәзите » Иман » Йәнегеҙҙе көйҙөргән нәмәләр файҙаға ғыналыр



22.01.2013 Йәнегеҙҙе көйҙөргән нәмәләр файҙаға ғыналыр

Хәҙер мин юлда машиналар тығынында торғанда, лифтҡа өлгөрмәгәндә, әйберемде онотоп кире өйгә инергә тура килгәндә, үртәләнмәйем. Был йәнгә тейһә лә, ваҡ нәмәләр. Тимәк, Аллаһы Тәғәлә ошо ваҡытта минең шулай тотҡарланыуымды теләй.
Икенсе мәртәбә иртән билдәләнгән ваҡытта тора алмаһағыҙ, балаларығыҙ балалар баҡсаһына барғанда әкрен кейенә, автомобилегеҙҙең асҡысын таба алмай ҡаңғыраһығыҙ икән, көйәләнмәгеҙ, ваҡытты кисектереп, Хоҙай һеҙҙе шулай һаҡлай. Барыһы ла Раббыбыҙ ҡулында.
«Бәлки, йәнегеҙҙе көйҙөргән нәмәләр файҙаға ғыналыр. Үҙегеҙгә зыян килтергән нәмәне яратыуығыҙ ҙа ихтимал. Аллаһы Тәғәлә белә, ә һеҙ белмәйһегеҙ” (хәҙистән).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға