«Йәшлек» гәзите » Иман » Тормошомдағы иң ҙур һабаҡ



23.11.2012 Тормошомдағы иң ҙур һабаҡ

Яратып уҡыған «Йәшлек» гәзитенең бер һанында Лира Яҡшы­баеваның «Аллаһ бирһә, Аллаһ те­ләһә, тиң» тигән мәҡәләһен уҡығас, бала сағымда үҙем менән булған хәл тураһында бәйән итергә булдым.
Көҙ айҙары ине. Атай-әсәйем ҙур йорт һалып, икегә бүленгән ауылдың ҙур яғына күсеп сыҡҡан йыл. Әлегә үҙебеҙҙең мунсабыҙ юҡ. Атайымдың әсәһенә, ҡартәсәйемдәргә аҙна һайын күмәкләшеп барып, мунса инәбеҙ. Миңә ул ваҡытта ун ике йәш тирәһе булғандыр. Шулай мунса яҡҡан бер көн беҙ һеңлем менән алданыраҡ ҡартәсәйемдәргә мунсаға килдек. Ни тиһәң дә, бергә уйнаған бала-сағаны, күршеләрҙе бик тә һағындыра ине. Атайым менән әсәйем үҙебеҙҙең мотоциклға коляска һатып алып, һуңынан кискә табан килергә тейештәр. Бына мин түҙемһеҙләнеп уларҙы көтәм. Һең­лемде лә алдан иҫкәртеп ҡуйҙым: бары тик үҙем генә мотоцикл коляскаһында ултырып ҡайтам, тип. Беҙҙең һөйләшкәнде ишетеп ҡалған ҡартәсәйем:
− Аллаһ бирһә, Аллаһ бойорһа, тиң, балам, − тип мине төҙәтә.
− Аллаһ бирһә лә, бирмәһә лә, коляскала үҙем генә ултырып ҡайтам, атайым һатып алып килә бит, − тип үҙемдекен ныҡышам.
Күп тә тормай, атайым менән әсә­йем мин көткәнсә мотоциклыбыҙға яңы коляска тағып килеп етте. ҡыуанысымдан үрле-ҡырлы һикерәм.
Мунсала йыуынып бөтөп, эңер төшкәс, ҡайтырға сыҡтыҡ. Мин, әлбиттә, коляскала ғына ултырам. Оҙата сыҡҡан ҡартәсәйемә:
− Күрҙеңме, Аллаһ бирмәһә лә, коляскала ултырып ҡайтам. ҡарт­әсәйем, ҡаты һуҡранып:
− Ауыҙыңдан ел алһын, балам, ни булһа ла имен-һау ҡайтып етегеҙ, − тине.
ҡайтырға сығып, ауылыбыҙҙың осо­на ла барып етмәнек, мотоциклыбыҙ һүнеп, боҙолоп ҡуйҙы. Бер аҙ ултырғас, мотоцикл эшләрлек булмағас, әсәйемде етәкләп ҡайтып киттек.
Бына шулай, Аллаһ бойормағас, миңә мотоциклыбыҙҙың коляскаһына ултырып ҡайтырға яҙманы. Ә хәҙер инде был хәл тормошта иң ҙур һабаҡ булды.
Дилбәр ХӨСӘЙЕНОВА.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға