«Йәшлек» гәзите » Иман » Ислам дине – иғтибар үҙәгендә



21.09.2012 Ислам дине – иғтибар үҙәгендә

Ислам дине – иғтибар үҙәгендә
Рәсәй Президентының Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостанға сәфәрендә Президент Рөстәм Хәмитов һәм округ төбәктәрендәге мосолмандарҙың диниә назараттары рәйестәре менән осрашты.
Сарала ислам дине буйынса белем биреүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды, диндарҙарҙың берлектә эшләүе кәрәклегенә баҫым яһалды, йәмғиәттә осраған кире күренештәргә ҡаршы көрәш алымдары тураһында ла фекерҙәр әйтелде.
Осрашыуҙа Татарстан мосолмандары Диниә назараты рәйесе урынбаҫары, теракт ҡорбаны Вәлиулла Яҡупов та иҫкә алынды. Михаил Бабич һүҙҙәренсә, әлеге фажиғә – ил төбәктәрендә йыйылған проблемалар эҙемтәһе. Һуңғы йылдарҙа Урта Азия дәүләттәренән килеүселәрҙең дә урындарҙа үҙ йолаларын индерергә маташыуы таралған күренеш. Тап ошоға бәйле аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға ла.
Башҡортостанда 12 дини үҙәк эшләй, 1583 дини берләшмә һанала, инаныу йүнәлештәре генә лә 20-гә етә. Берләшмәләрҙең 67 проценты ислам динендә булһа, 21 проценты христиан динен тарата.
– Дин эшмәкәрҙәрен үҙебеҙҙә әҙерләргә кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостанда дини академия төҙөү тураһында ла һүҙ булғайны. Әлбиттә, был бер нисә миллион һумға төшәсәк. Тиҙҙән – Екатерина Икенсе батшабикә указы менән Өфөлә барлыҡҡа килгән Мосолман диниә назаратының 225 йыллығы. Тимәк, беҙҙә исламды уҡытыу тарихы, йолалары ла етерлек. Баш ҡалабыҙҙың киләсәктә Рәсәй кимәлендә ислам ғилеме биреү үҙәге булып китеү ихтималлығы бар.
Рәсми вәкилдәр менән етди һөйләшеү барышында дәүләт власы органдарының конфессиялар менән үҙ-ара эшмәкәрлеген камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр ҙә индерелде. Киләһе ошондай осрашыуҙа вуздар, Мәғариф министрлыҡтары белгестәре менән ислам буйынса белем биреүгә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән программалар эше тураһында ентекле һүҙ буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға