«Йәшлек» гәзите » Иман » Изге Нарыҫтау доғаларҙы яңырта



20.07.2012 Изге Нарыҫтау доғаларҙы яңырта

Изге Нарыҫтау  доғаларҙы яңырта
Ошо көндәрҙә сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫ­тауға Үзбәкстандың Бохара, Сәмәрҡәнд, ҡаҙағс­тандың АлмаТы, Аҡтүбә ҡалаларынан мосолмандарҙың ҙур төркөмө зыярат ҡы­лыр­ға килде. Изге ерҙә улар элек тә булған, был килеүҙәренең маҡсаты, зыяратҡа семәрле көмбәҙле ҡорам ҡуйылыуын ишетеп, үҙ күҙҙәре менән күреп, Аллаһ ризалығы хаҡына доғалар уҡып, илгә, халыҡҡа өмөтлө киләсәк теләү ине. Төр­көмдө Үзбәк­стандың танылған ишаны, бәй­ғәмбәребеҙ ­Мө­­хәм­мәттең (с.ғ.с.) 41-се быуыны хажи Зәйнул­лахан Ха­шимхан улы Ғәзиев етәкләгәйне. Шәжә­рәһе Мөхәммәт бәй­ғәм­бәргә барып тоташ­ҡандарҙы, диндәгесә әйтһәк, сәиди, тиҙәр.

– Миңә исемде атайым Хашимхан ишан һеҙҙең башҡорт халҡының бөтә донъяға билдәле бөйөк әүлиәһе, ғалимы Зәйнулла ишан Расүлев хөрмәтенә ҡушҡан. Танылған Зәй­нулла ишандың рухи остазым икәнлеген һәр ерҙә һөйләйем. Ул йәшәгән Троицк ҡалаһын, меңләгән шәкерттәрен уҡытҡан мәсет-мәҙрәсәһен күрергә насип булды миңә, – ти хажи Зәйнуллахан.
Зәйнуллахан ишан, шәкерттәре хөрмәт итеп әйткәнсә – Ишан Баба, беҙҙең Башҡортостанға былтыр ҙа килгәйне. Сәфәренең маҡсаты Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында ерләнгән әүлиә Ғабдулла Сәиди ишандың ҡәберенә зыярат ҡылыу һәм бик мөһим хәбәрҙе – ҡартатаһы аманат итеп ҡалдырған мәғлүмәтте – Ғабдулла Сәиди ишандың бәйғәмбәребеҙ Мө­хәм­мәттең (с.ғ.с.) нәҫел-заты икәнлеген уның нәҫеленә һәм халыҡҡа еткереү булғайны. Бына бит, әлеге көндә Сибайҙа, Баймаҡ районында йәшәгән Ғаб­дулла Сәидиҙең ейән-ейәнсәрҙәре бәйғәмбәребеҙҙең нәҫел сылбырын беҙҙең заманда һуҙыусылар – сәидиҙәр булып сыға. Халҡыбыҙ араһында бәй­ғәмбәребеҙ тоҡомдары булыуы – Аллаһы Тәғә­ләнең беҙгә оло бүләге. Шөкөр, халҡыбыҙға быуын­дан-быуынға өлөшлө, ҡөҙрәтле бәндәләрен йәлләмәй ебәргән Хаҡ Тәғә­ләбеҙ. Һәр ауылыбыҙҙа, һәр тарафта әүлиәләр зыяраттары булыуы шуны дәлилләй, ата-бабаларыбыҙ Хоҙайға рәхмәтле халыҡ булып йәшәгән, шуға ла тарихыбыҙҙа ниндәй генә ҡатмарлы юл үтеп, ҡанлы, күп юғалтыу кисер­һә лә, ғүмерле булған, артабан да Аллаһыбыҙҙың ҡәҙерле, ҡурсаулы халҡы булып ҡалһаҡ ине.
Ишан Баба динде, дини ҡануниәтте, руханиәтте төплө, тәрән белеүе менән генә түгел, заманса ҡарашлы булыуы менән дә мосолмандарҙы йәлеп итә. Ул архитектор һөнәре алған, Сәмәрҡәндтә архитектор булып эшләгән. Әлеге көндә Башҡортостанда, Татарстан, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов, Минск, Хабаровск, ҡаҙағ­стан һәм ҡырғыҙстанда, бүтән төбәктәрҙә лә уның мөриттәре бик күп. Шәкерттәренең төрлө милләттән булыуы ла иғтибар­ға лайыҡ. Улар араһында хаҡ динде – ислам динен ихлас ҡабул иткән йәһүдтәр ҙә, урыҫтар ҙа, белорустар ҙа, украиндар ҙа һәм башҡа халыҡ вәкилдәре лә бар.
Сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтауға зыярат ҡылыу еренә еткерелеп үтәлде, бик тантаналы булды. Ишан Бабаның нисек дөрөҫ зыярат ҡылыу, бөтөн үтенес, ялбарыу тик Аллаһы Тәғәләгә төбәлеп, ризалығы хаҡына доғалар уҡылып, сауабын бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә (с.ғ.с.), ошонда ерләнгән сәхәбәләргә, әүлиәләргә бағышлауҙың ғына хаҡ булыуы тураһындағы вәғәзен Нарыҫтауға йыйылған 200-ләгән мосолман тыңланы.
Билдәле булыуынса, сәхәбәләр 630 йылда, Мөхәммәт бәйғәмбәр иҫән саҡта уҡ, башҡорттарға килгән. Ата-бабаларыбыҙ ихлас хаҡ динде ҡабул иткән, дин ҡанундары буйынса йәшәп, Аллаһтың ризалығын алырға тырыш­ҡан. Ошо тарихи ысынбарлыҡ – сәхәбәләрҙең 1400 йыл элек үк башҡорттарға ислам динен таратыуы халҡыбыҙҙың дөйөм тарихына, рухи хәтеренә ҡарашты бөтөнләй үҙгәртә.
Ишан Баба сәхәбәләр ерләнгән Нарыҫтауҙың тирәһен матур тотҡандары өсөн Илсеғол ауылы халҡына, бында килгән мосафир­ҙарға доғалар уҡып, рәхмәт әйтте. Сәхәбәләр зыяраты өҫтөнә семәрле көмбәҙле ҡорам ҡуйыусы, әлеге көндә Нарыҫтау итәгендә Сәхәбәләр мәсете төҙөүсе әүҙем мосолмандарға айырыуса рәхмәтле булып, Аллаһтың ризалығын теләне.
Аллаһы Тәғәләгә инаныу­ҙан һуң иң беренсе ғәмәл – халыҡҡа һөйөүеңде күрһәтеү, тиелә бер хәҙистә. Халыҡҡа хаҡ юл күрһәтеү, изгелеккә өндәү, өмөтөн нығытыу, диндә туплау – шул һөйөүҙең иң ҙурылыр. Теле һәм ҡулы менән халҡына изгелек эшләүселәргә, халҡын һөйөүселәргә Аллаһтың рәхмәте яуһын.
Хажи Усман МОРАҘЫМОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға