«Йәшлек» гәзите » Иман » СТӘРЛЕЛӘ ЙӘНӘ БЕР ИМАН ЙОРТО ТӨҘӨЛӘСӘК



03.07.2012 СТӘРЛЕЛӘ ЙӘНӘ БЕР ИМАН ЙОРТО ТӨҘӨЛӘСӘК

СТӘРЛЕЛӘ ЙӘНӘ БЕР ИМАН ЙОРТО ТӨҘӨЛӘСӘК
ҡаранай Моратов урамында “Мөхәмәтсәлим” мәсетенә нигеҙ һалынды
Яңы мәсеткә нигеҙ һалыу тантанаһына ҡаланың һәм Стәрлетамаҡ районының Рощинский ҡасабаһынан, Талас, Бүреҡаҙған ауылдарынан хөрмәтле аҡһаҡалдар һәм ветерандар килгәйне. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 86 йәшлек аҡһаҡал, имам Рәшит Әһлиуллин, Рощинскийҙан Нәзерулла хәҙрәт һәм имам Рөстәм мәсет төҙөүгә үҙ фатихаһын бирҙе.
Сара йола буйынса ҡорбан салыу менән башланды. Һуңынан ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы былау менән һыйланды, борлап ултырған самауырҙан сәй эсеп кинәнде.
Ә төҙөлөш тантана ваҡытында ла туҡтаманы, «КамАЗ» машиналары бер-бер артлы бетон һәм төҙөлөш материалдарын килтереп өйөп торҙо.
Төшкө сәғәт 2-лә вәғәз уҡылды, шунда уҡ асыҡ яланда мосолмандар төшкө намаҙ уҡыны.
Буласаҡ иман йортоноң проект авторы − эшҡыуар Салауат Яппаров. Ул ябай ауыл ғаиләһендә тыуған: атаһы − Бүреҡаҙған ауылынан. Әсәһе – Талас ҡыҙы. Ете йәшендә генә атайҙан ҡалғас, ғаиләлә берҙән-бер ир заты булғанлыҡтан, әсәһенә ике бәләкәй һеңлеһен тәрбиәләшә. Наилә Мөхәмәтсәлим ҡыҙы балаларында хеҙмәткә һөйөү, мәрхәмәтлелек сифаттарын тәрбиәләй алған.
Бөгөн изге күңелле уҙаман Салауат Миҙхәт улы ЯППАРОВ менән әңгәмә ҡорорға ла форсат сыҡты.
− Салауат Миҙхәт улы, ни өсөн мәсетте “Мөхәмәтсәлим” тип атарға булдығыҙ?
− Минең бик әҙәпле һәм диндар олатайымдың исеме ул – Мөхәмәтсәлим. “Был донъяға беҙ мәңгелеккә килмәгәнбеҙ, фани донъяла беҙгә бик аҙ ваҡыт бирелгән, уны бушҡа үткәрергә ярамай”, − тип әйтә торғайны мәрхүм. Шунлыҡтан, үҙемдең нәҫелемде дауам итеп, Аллаһы Тәғәләгә хөрмәт йөҙөнән мәсет төҙөргә булдым.
− Үҙегеҙ нисек дингә килдегеҙ?
− Кеше ғүмерендә шундай мәлдәр була: ул тормоштағы ваҡиғаларҙы үҙенсә баһалай башлай. Алға барған һайын беҙ үҙгәрәбеҙ, ошо үҙгә­рештәр­ҙе беҙҙең нисек ҡабул итеүебеҙ мөһим.
− Һеҙҙеңсә, кешене мәсеткә йөрөргә нимә этәрә?
− Мәсеткә йөрөү мосолмандарҙы берләштерә, кеше рухи яҡтан таҙарына, уй-ниәттәре яҡшыра. Иман юлында йөрөгәндәрҙең үҙ-ара аралашыуы дини мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә, белемдәрен камиллаштырырға ярҙам итә. Бергәләп доға уҡығанда иман юлына баҫыусылар Аллаһы Тәғәләнән бер-береһе һәм яҡындары өсөн ярлыҡау һорай.
− Ә бына замана йәштәре тормошҡа яраҡлаша аламы?
− Үҙ тормошомдан бер миҫал килтерәм. Үҫмер сағымда спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башланым һәм был мауығыуым ахыр сиктә иң мөһиме булып сыҡты. Тренер булып киттем, үҙемдең ағай-энеләрҙе, дуҫтарҙы, үҫмерҙәрҙе спортҡа ылыҡтыр­ҙым. Миңә шәхси спорт клубы асыу мөмкинлеге лә тыуҙы. Унда йәштәр бик күп килә башланы. Бөгөн килеп, беҙ шуны аңлайбыҙ: хәҙерге йәштәр өсөн физик тәрбиә генә мөһим түгел. Бөгөн улар өсөн спорттан башҡа ла шөғөлдәр бик күп, шулай уҡ мәғлүмәт технологиялары ла бар. Йәштәр шулар араһында юғалып ҡалмаһын өсөн әхлаҡи ҡиммәт кәрәк. Уларға рухи тәрбиәне мәктәп, спорт залы һәм интернет селтәре аша ғына түгел, ә йөкмәткеле, төрлө яҡлап ойошторолған эш аша ла алып барыу фарыз. Бында дин ярҙамға килә лә инде.
− Иман йортон төҙөүҙә һеҙгә кемдәр ярҙам итә?
− Әлбиттә, шундай мөһабәт проектты тормош­ҡа ашырыу бик күп сығым талап итә. Ә инде мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индерергә теләгәндәргә бик рәхмәтле булыр инем. Шулай уҡ минең башланғыс­ты хуплап, ярҙам иткән барлыҡ яҡындарыма, дуҫтарыма һәм ярҙам итеүселәргә ышанам. Мәсет – ул изге ғибәҙәтхана, уның ишектәре бөтәһе өсөн дә һәр саҡ асыҡ!

Аида ИМАНҒОЛОВА әңгәмәләште.
Автор фотоһы
.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға