«Йәшлек» гәзите » Иман » Иҫерткес эсемлек эскәндең доғаһы ҡабул булмаҫ



15.06.2012 Иҫерткес эсемлек эскәндең доғаһы ҡабул булмаҫ

Ислам динендә аңды томалаусы барлыҡ әйбер­ҙәр харам тип ҡабул ителә. Мәҙинә ҡалаһында беренсе ислам дәүләте төҙөлөп, намаҙ фарыз булғандан һуң да Мөхәммәт бәйғәмбәр эскелекте туҡтатыуҙа күп ауырлыҡ кисерә һәм ул: „Раббым, был мәсьәләгә яҡтылыҡ бир, ярҙамыңды насип әйлә”, – тип доға ҡыла.
Хәмерҙең аҙы ла, күбе лә тыйыла. Иҫерткес эсемлектәр шауҡымы аҫтында шайтан барса йүнһеҙлекте эшләтә. Ана шуның өсөн дә динебеҙ кешелекте юҡҡа сығарған, әҙәм балаһының аҡылын юйған иҫерткес эсемлектәрҙе харам ҡыла. Ә кемдәр уны рәхәтләнеп ҡуллана, улар тура юлдан тайпыла. Мөхәммәт бәйғәмбәр ҙә: „Кемдәр иҫерткес эсемлектәр ҡуллана, улар ҡиәмәт көнөндә ҡара йөҙ, көлһыу төҫтәге күҙҙәр менән телдәре түштәренә тиклем төшөп торған һәм ауыҙҙарынан туҡтауһыҙ шайыҡ ағып торған килеш баҫып торор”, – тигән. Ул тағы ла ағыу эсеүселәрҙе сәләмләмәҫкә һәм ауырыған мәлдәрендә яңғыҙ ҡалды­рыр­ға, тағы ла ундайҙарҙың үлеменән һуң аяттар уҡымаҫҡа кәңәш иткән. Кешенең аңын томалаусы бар әйбер алкоголь рәтенә инә, ә кемдәр уны үҙ ғүмерендә ҡуллана – улар ожмахтан үҙ теләктәре менән баш тарта, тип тә әйткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Аллаһ илсеһе тағы ла эскеселәр хаҡында: „Ундайҙарҙың ҡәберенән үләкһә еҫенән дә насарыраҡ еҫ сығыр, тәнендә йылан менән саяндар мыжғып торор, ике аяҡ кейемендә лә тулы ут булыр, хатта улар мейене лә ҡайнатыр. Кемдәр эскеселәр менән бер өҫтәлдә ултырған – ул Бөйөк Яуап көнөндә һуҡыр булыр”, – тип әйтеп ҡалдырған. Шулай уҡ бәйғәмбәребеҙҙең:”Намаҙ уҡыусы бер тапҡыр ғына эсә икән, 40 көн дауамында уның намаҙҙары ҡабул ителмәй”, – тигәнен дә хәтерҙә тотоу зарур. Хәҙистә лә, әгәр ҙә кеше үлеме алдынан иҫерек була икән, ул иманһыҙ үлгән һанала.
Үҙен ысын мосолман тип һанаған кешегә бөтә яҡлап та спиртлы эсемлектәр һәм уға бәйле әйберҙәрҙән һаҡланыу мөһим. Кемдәр ошоғаса алкоголь менән мауыҡҡан, тиҙерәк тәүбәгә килеп, Аллаһы Тәғәләнән был гонаһтарҙан аралауын һорарға кәрәк. Ислам диненең тәмәке тартыуҙы ла хупламауын онотмайыҡ.
Беҙҙең ғүмер ҡыҫҡа, донъя үҙгәреүсән, ә баҡыйлыҡ – мәңгелек. Күберәген был фани, ваҡытлыса донъя хаҡында түгел, ҡиәмәт көнө хаҡында ҡайғыртығыҙ. Кешенең яҡшылығы ла, яманлығы ла үҙе менән юҡҡа сыҡмай, эҙһеҙ юғалмай. Яҡшылыҡтарҙың да, насарлыҡтарҙың да йоғонтоһо уның вариҫтарында, нәҫелендә, уның менән бергә ғүмер һөргән кешеләрҙә тороп ҡала. Эскелек менән балаларығыҙға кире өлгө күрһәтмәгеҙ. Хаталанмаған бәндә юҡ. Мосолман – тәүбә итә белеүсе, тәүбә итеүсе. Киләсәгебеҙ хаҡында уйлап, иманға ҡайтырға бер ҡасан да һуң түгел.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға